Хөкүмәте йортонда йәш ғалимдарҙы тәбрикләнеләр. Ғилми эштәр конкурстары еңеүселәренә – 20 кешегә – республика гранттары тапшырылды. Быйыл аҡсалата бирелгән бүләктең күләме 90 мең һум тәшкил итте. Ғилми эштәр конкурстары еңеүселәренә дипломдарҙы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы. Ул йәш ғалимдарҙы һөнәри байрамдары — Рәсәй фәне көнө менән, шулай уҡ тикшеренеүҙәге юғары ҡаҙаныштары менән ҡотланы.
— Бөгөн — Рәсәй фәне көнө, – тине Салауат Сәғитов. — 2030 йылда республикабыҙҙың көслө булыуын күрергә теләһәк, фәнде үҫтереү, йәш кадрҙарҙы әҙерләү мөһим эштәрҙең береһе булып тора. Башҡортостан Республикаһының илдең алдынғы фәнни үҙәктәренең береһе булыуында һеҙҙең етди ҡарашығыҙ, хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ.
Салауат Тәлғәт улы билдәләүенсә, бөгөн төбәк етәкселеге йәштәргә иҫәп тота, сөнки фән менән шөғөлләнгәндәр прогрестың этәргес көсө булып тора.
Йәш ғалимдарҙы конкурста еңеүҙәре һәм гранттар алыуы менән шулай уҡ Башҡортостандың Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов та ҡотланы.
— Республиканың үҙенең һәләтле йәштәргә ярҙам күрһәтеү системаһы бар. Йыл һайын Әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһы, Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы, докторанттар, аспиранттар һәм студенттарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиялары тапшырыла, – тине ул. – Һеҙ башҡаларға үрнәк булып тораһығыҙ, ҡалғандар ҙа һеҙгә эйәрер тигән теләктәмен. Бөйөк Карл Маркс: “Фәндә киң оло юл юҡ, арыу-талыу белмәйенсә уның тау-ташлы һуҡмаҡтарынан үрмәләгәндәр генә иң ҙур бейеклектәрҙе яулай ала”, – тигән. Уңыштар һеҙгә!
Башҡорт дәүләт аграр университеты аспиранты Ләйсән Мәмбәтова Гранттың йәш ғалимдар өсөн бик яҡшы дәртләндереү сараһы, үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙең көнүҙәклеген раҫлаған мәртәбәле дәүләт ярҙамы булыуын билдәләне:
– Беҙҙең республиканың социаль-иҡтисади үҫешендә ғилем бик тә мөһим, шуға күрә белемдең һәм иҡтисадтың берләшеүе төбәгебеҙ һәм илебеҙ өсөн мөһим йүнәлеш булып тора. Ә был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Башҡортостанда бөтә мөмкинлектәр бар.
Лайыҡлы наградаһын Нефтехимия һәм катализ институтының ғалимдар коллективы ла алды.
— Балауыҙҙан төрлө матдәләр берләшмәһен айырып алыуға өлгәштек. Уларҙың нигеҙендә яман шешкә ҡаршы препараттар эшләү күҙаллана, – тине институт аспиранты Зарема Саҙретдинова.