Балалар мәнфәғәте ҡайғыртылһын...10.02.2017
Балалар мәнфәғәте ҡайғыртылһын...
Бала – ул һинең киләсәгең, дауамың. Уны үҫтереп кеше итеүгә күпме көс һәм сығым китә?! Йо­ҡо­һоҙ үткән төн­дәрҙең хаҡын
биз­мәнгә һалып үлсәп булмай. Ә бына сабыйыңды матди яҡтан тәьмин итеү йылдан-йыл ҡыйбатлана. 50 процент ташлама “аҙ тәьмин ителгән ғаилә” статусына эйә булғандарға ғына ҡалдырылды.
Һәр ата-әсә балаһының һау-сәләмәт буй еткереүен теләй, өҫтәүенә, ул төрлө яҡлап үҫешһен өсөн, барлыҡ көсөн һала, ҡыҫҡаһы, был йәһәттән ҡулынан килгәндең бөтәһен дә ғәмәлгә ашыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәп тиҙлек менән елгән бөгөнгө йәшәйештә күптәр ғәзиздәренә тейешле иғтибар бүлеп еткермәй шул. Тауыҡ сүпләһә лә бөтөрә алмаҫлыҡ ғаилә мәшәҡәттәренә күмелеү, айырыуса донъя артынан ҡыуыу яҡынына ҡарата иғтибарҙы бермә-бер кәметә, уны артҡы планға этәрә. Тәрәндән уйлап ҡараһаң, бик ныҡ теләгәндә ваҡытты табырға мөмкиндер, шул уҡ ваҡытта ҡыҙың йәки улың менән шөғөлләнеү өсөн белем дә, түҙемлек тә һәр кемдән талап ителә, ә ошо сифаттар күптәрҙә аҡһай. Ауыр хәлдән нисек ҡотолорға? Был осраҡта, әлбиттә, балалар баҡсаһы ысын мәғәнәһендә ҡотҡарыусы ролен үтәй.

Форсаттан файҙаланып, тағы ла бер фекерҙе өҫтәү зарур, нисек кенә ҡыҙыҡ яңғырамаһын, бәләкәстәр балалар баҡсаһында тәрбиәләнергә тейеш, тип иҫбат­лай психологтар. Шул иғтибарға лайыҡ: балалар баҡсаһы һәр йәһәттән дә һәр кемдең тормошонда ифрат ҙур роль уйнай. Сит мөхиткә, үҙ сиратында кол­лективҡа өйрәнеү, аралашыу серҙәренә төшөнөү һәм башҡа­лар – шуға асыҡ миҫал. Асылда балалар баҡсаһының төп маҡ­саты – өлкәндәр эштә саҡта баланы ҡарау-бағыу, һәр хәлдә, элек шулай булған. Хәҙер иһә унан айырмалы, белем усағы ҡыҙ һәм малайҙарҙы төрлө яҡлап үҫте­реүгә лә күп иғтибар бүлә.
Яңы йыл, йәшәү кимәленең яҡшырыуы, хеҙмәт хаҡының артыуы, өҫтәмә эш урындарының асылыуы, илебеҙ позицияһының иҡтисади йәһәттән нығыныуы кеүек үҙенең бихисап шатлыҡ­тары менән күңел донъябыҙға матур ғына булып килеп ингән шикелле, ҡайһы бер аңла­шыл­маған хәлдәр менән дә аптыратты. Халыҡ араһында ығы-зығы ҡасан туҡталыр, ул аңлап ҡабул ителерме? Мәсьәләгә яҡыныраҡ киләйек. “Мәғариф тураһындағы” Башҡортостан Законына үҙгә­рештәр индерелеү сәбәпле, биге­рәк тә өфөләрҙә ул ҙур риза­һыҙлыҡ тыуҙырҙы.
Беренсенән, Өфө ҡалаһы ха­кимиәте башлығының 1675-се ҡа­рары (2016 йылдың 2 ноябрен­дә ҡул ҡуйылған) нигеҙендә 2017 йылдың 1 ғинуарынан баланы ба­лалар баҡсаһына йөрөтөүгә хаҡтар туғыҙ процентҡа артҡас, ата-әсәләр бөгөн көнөнә 126 һум (элек 115 һум ине) түләй. Аңла­тыуҙарынса, бындай аҙымға барыу аҙыҡ-түлеккә һәм көнкүреш кәрәк-ярағына сығымдарҙы күп­ләп йүнәлтеүгә бәйле. Аш өҫтә­ленә һәр береһе яратҡан һәм витаминдарға бай ризыҡ ҡуйыу менән бер рәттән, һәләттәрен төрлө яҡлап асыуҙы күҙ уңында тотҡан заманса ҡоролмалар ҙа ҡулланылһын ине, тигән теләк бик көслө. Һәр хәлдә, шуға өмөт­ләнәйек.
Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа асыҡ сағыла, тиҙәр. Уртаса алғанда, малай һәм ҡыҙ бер айҙың 20 кө­нөн (иртәнге сәғәт 7-нән 19 сә­ғәткә тиклем) балалар баҡса­һында үткәрә, һөҙөмтәлә айлыҡ сығым 2 520 һумға барып баҫа. Бөтәһе лә файҙаланған 20 процент ташламаны (ярай уныһы һаҡланған) индерһәң, айына тәғә­йен түләү 2 292 һум килеп сыға. Бер һүҙ менән әйткәндә, хаҡтар 220 һумға артҡан...
Баш ҡаланың Октябрь райо­нында йәшәгән Хәтфә Мөбә­рәкова әсенеп һөйләүенсә, ғаи­ләлә атай кеше – берҙән-бер туйындырыусы-кейендереүсе, шу­ны иҫәпкә алғанда, ҡапыл килеп ингән үҙгәреш ғаилә бюджетына һиҙелерлек һуға. Етмәһә, тәрбиә­селәрҙең кәрәккән-кәрәкмәгән түңәрәктәрҙе көсләп тағыуына нисек ҡаршы торорға? Ә улары – түләүле. “Кәмендә икәүгә йө­рөр­гә тейеш” тигән яҙылмаған ҡа­нун йәшәй балалар баҡса­һында.
Рәсәйҙәр, шул иҫәптән баш­ҡорт­остандар, уртаса ал­ғанда, ғаиләләрендә өсәр бала тәр­биәләй. Шунан сығып, бүтәндәр тураһында ла аңлатма биреп үтәйек. Компенсация күләме икенсе балаға – 570 һум (50 процент ташлама), ә өсөнсөгә 798 һум (70 процент) билдәләнгән, тимәк, өлкәндәрҙең кеҫәһенән сыҡҡан аҡса 1 950 һум һәм 1 722 һум тәшкил итәсәк.
Икенсенән, 2017 йылға тиклем өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгәндәргә ғәләмәт ҙур ташлама ҡаралғайны – уларҙың һәр береһе дөйөм сумманың 50 процентын ғына түләп ҡыуанды. Быйылдан уның тулыһынса бөтөрөлөүен нисек аңларға? Кем әйтмешләй, элекке хөрриәтте хәҙер һағынып иҫләргә генә ҡалды инде. Сәлимә Аҡбулато­ваның да (Киров районы) фекерен миҫал рәүешендә килтермәү мөмкин түгел. “Йәш айырмаһы төрлө булған өс балабыҙ бар, – ти танышым. – Ирем – төҙө­лөштә, ни өсөндөр эш хаҡын гел һуңлатып бирәләр. Өлкән улым – мәктәп уҡыусыһы, унан ҡала ҡыҙыбыҙ садикка йөрөй, мин бәләкәсем менән әлегә өйҙә. Баҡса өсөн яртыһын ғына түләй инек ошоға хәтлем, ул беҙҙең ке­үек күп бала тәрбиәләгән ғаи­ләләр, тимәк, демография үҫе­ше­нә тос өлөш индергәндәр өсөн дәүләт тарафынан берҙән-бер һәм ҙур ярҙам ине бит. Хәҙер уныһы ла юҡ, исмаһам. Быйылдан тулыһынса түләргә тейеш булабыҙ. Ни өсөн? Ярай, үҙемдең әрһеҙлегем һәм хәләл көсөм менән тегенән-бынан аҡса табам, ит-картуф менән ауылдағы атай-әсәй ярҙам итә. Юғиһә киләһе көнөбөҙҙө күҙ алдына килтереүе бик томанлы булыр ине. Мут күршем ошо турала ишетеп ҡал­ған да: “Һеҙҙең кеүектәргә шәп Яңы йыл бүләге булды инде был”, – тип күҙҙе лә астырмай кө­лә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “демографияны яҡшыртыу – өҫтөнлөклө йүнәлеш­тәрҙең береһе” тип сығыш яһауын һанға һуҡмау килеп сыға түгелме был?”
Шул да мәғлүм булһын: 50 про­цент ташлама матди йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә генә ҡалдырылды.
Ысынлап та, был көтөлмәгән яңылыҡҡа ата-әсәләр төрлө ҡа­рашта. Мәҫәлән, Миңлебай Әл­мөхәмәтов белдереүенсә, һәр реформа кеше мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп эшләнергә тейеш. Был осраҡта иһә кескәйҙәргә ҡояштың йылыһы күберәк төшө­үенә ул тулыһынса ышана. Һут урынына сәй йәки итте үпкә-бауыр ризыҡтарына алмаштырыуға ҡырҡа ҡаршы, ғөмүмән, аҙыҡ-түлеккә аҡса экономиялау яғында түгел ул. Артыҡ түләргә һәр ваҡыт әҙер, бары тик улы өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылһын. Тәрбиә мәсьәлә­һендә балалар баҡсаһы иҫ киткес ҙур роль уйнай. Унда уҙғарған йылдар сабыйҙар күңе­лендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Юҡҡа ғына, бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, ни сыймаҡ­лаһаң да, барыһы ла тороп ҡала, тимәйҙәр.
Бүтән ҡала һәм райондарҙа был тәңгәлдә үҙгәрештәр күҙә­телмәне. Хәйбулла райо­нының “Шатлыҡ” балалар баҡ­саһы мө­дире Айгөл Кәримованың әйт­кәндәрен ҡағыҙ биттәренә төшөр­ҙөк, юлайҡан уны ла еткерәйек гәзит уҡыусыларға.
– Республикабыҙ етәкселе­генең һәм, әлбиттә, район хаки­миәте башлығының балалар мәнфәғәтен күҙәтеүе ҡыуандыра. Беҙҙә хаҡтар 2016 йылдың 1 ғин­уарында нисек билдәләнгән, шул көйөнсә ҡалды (көнөнә 79 һум). Киләсәктә лә үҙгәрештәр көтөл­мәй. Йыл башынан хаҡтар 1 580 һумдан түгел, ә 1 440 һумдан иҫәпләнгәс, киреһенсә, ата-әсәләргә түләү компенсацияны арттырыу иҫәбенә ныҡ ҡына кәмене. Быға шатланырға ғына кәрәк, – тине Айгөл Фәрит ҡыҙы.
Төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғ­лүмәттәр буйынса, 2016 – 2020 йылдарға оборонаға күп итеп бүленгән шикелле мәғариф тармағын камиллаштырыуға ла байтаҡ аҡса йүнәлтеләсәк. Ил етәкселегенең мәғарифҡа өҫтөн­лөк биреүе, әлбиттә, өмөт уята.
Күптән түгел Өфөлә 2030 йыл­ға хәтлем иҫәпләнгән социаль-иҡтисади үҫеш буйынса стратегик документ йәмәғәтселек ҡара­ма­ғына сығарылды. Ғаилә ҡиммәт­тәре, балаларҙың килә­сәге тема­һы буйынса доклад яһаған фән эшмәкәре Наталья Лаврентюктың һүҙҙәренә ҡара­ғанда, ғаиләнең килемдәре һәм сығымдары буйынса бик күп төрлө проект ҡа­рал­ған. Кескәйҙәр мәсьәләһенең ил кимәленә күтәрелеүенә нисек шатлан­маҫҡа! Ҡыуаныс тигәндән, ҡыштың шашып килеүе лә һөйөн­дөрә, ҡар яумаған көн хәтерҙә ҡалманы, барыһы ла муллыҡҡа ишара бит. Бигерәк тә Өфөнө ғәләмәт көрт баҫты, тротуар кәзә һуҡмағына әйләнде, машина юлдары тарайҙы, балалар санаһы менән урамдан йөрөү ҡайҙа, коляска тураһында һүҙ ҙә юҡ! Ғөмүмән, окоптағы шикелле үҙе­беҙҙе хис итәбеҙ, ҡыҙыҡ. Күршем әйтмешләй, быйыл баш ҡаланы ике нәмә – балалар баҡсаһына хаҡтарҙың күтәрелеүе һәм ҡарҙың күплеге бигерәк ныҡ аптыратты...

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы:
– 2012 йылдың 29 декабрендәге “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы 273-сө Федераль закондың 65-се статьяһына ярашлы, баланы ҡараған һәм тәрбиәләгән өсөн белем биреү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән учреж­дение­ның ойоштороусыһы, Федераль законда башҡаса ҡаралмаһа, ата-әсәләрҙән (законлы вәкилдәрҙән) хаҡ түләтергә, уның күләмен билдәләргә хоҡуҡлы. Ул шулай уҡ ата-әсәләрҙең айырым категорияларына был хаҡты кәметә ала йәки бөтөнләй түләтмәүе лә ихтимал.
Ата-әсәләр түләгән хаҡтың күләме балалар баҡсаһының ниндәй категорияға ҡарауына, баланың йәшенә һәм сабыйҙың унда үткәргән ваҡытына ҡарап билдәләнә.
Быйыл 1 ғинуарҙан Өфөләге муниципаль мәғариф ойошмаларында мәктәпкәсә белем биреүҙең мәғариф программаларын үҙләштергән бер баланы 12 сәғәт буйы ҡараған һәм тәрбиәләгән өсөн ата-әсәнән көнөнә 126 һум түләтелә.
Өфө ҡалаһының муниципаль мәғариф ойошмаларында мәктәпкәсә белем биреү программаларын өйрәнгән бала­ларҙы ҡарауға һәм тәрбиәләүгә раҫланған сығым нормативтарына ярашлы, тотонолған аҡса аҙыҡ-түлеккә һәм матди һаҡламды арттырыуға йүнәлтелә.
Баш ҡаланың мәктәпкәсә мәғариф ойошмаларында туҡ­ланыу, аҙыҡ-түлек йыйылмаһын тәҡдим итеү, йәш катего­рияһын иҫәпкә алып, СанПин талаптарына ярашлы ойошторолған.
2016 йылда төп аҙыҡ-түлеккә хаҡ уртаса – 20, ә айырым төрҙәргә 50 процентҡа артты.
Һөҙөмтәлә, СанПин талаптарын боҙоуға юл ҡуймау маҡса­тында, муниципаль мәғариф ойошмаларында туҡландырыу­ҙың физиологик ҡағиҙәләрен үтәүҙе тәьмин итеү өсөн хаҡтар ҡайтанан иҫәпләнде. Шуға күрә 2017 йылдың 1 ғинуарынан белем биреү ойошмаларында баланы ҡараған һәм тәрбиә­ләгән өсөн ата-әсәләрҙән түләтелгән хаҡ бер аҙ юғарыраҡ булды.



Вернуться назад