Һин халҡыңа АллаҺ тарафынан ебәрелгән изге аҡ бата10.02.2017
Һин халҡыңа АллаҺ тарафынан ебәрелгән изге аҡ бата Һин халҡыңа АллаҺ тарафынан ебәрелгән изге аҡ батаБыл иҫке өҫ­тәл, унда ятҡан боронғо китаптар, семәрле таяҡ кемдеке? Моғайын, изге берәй ҡәрҙә­ше­беҙҙең әйбер­ҙәрелер, тигән уй килә башҡа. Тәғәйен генә яуапты белмә­һәң дә, бында ниндәйҙер тә­рән хикмәт ят­ҡанын һиҙәһең.
“Зәйнулла ишан заманында ҡурай моңон тыңларға яратҡан. Дин тотҡаһы булған шәхесебеҙҙең туған халҡы көйҙәренә тартылыуы бала сағынан килгән. Бөгөн, уның баҡыйлыҡҡа күсеүенә 100 йыл тулған көндәрҙә, ғилми конференциябыҙҙы халҡыбыҙҙың мәшһүр йырҙарының береһе “Урал”дан башлап ебәрһәк, моғайын, бик урынлы булыр”, – тип башланы Учалылағы Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсеттәге сараны Башҡортостан Диниә назараты рәйесенең 1-се урынбаҫары Айнур хәҙрәт Арыҫланов. Ул шулай уҡ Рәсәй федерализмына нигеҙ һалған атаҡлы ғалим Зәки Вәлидиҙең хәтирәләрендә: “Әгәр мин Зәйнулла ишан менән аралашмаған булһам, доғаларын ишетмәһәм, башҡа тиҫтерҙәрем кеүек байҙарҙа приказчик булып йөрөр инем”, – тигән фекеренә баҫым яһаны.
Халыҡ күңелендә – тәрән ихтирам
Ысынлап та, был һүҙҙәрҙә киң һәм тәрән мәғәнә ята. Доға көсөн тәрән аңлаған башҡорттар бер ғәмәлен дә унан тыш башламаған. Эйе, совет осороноң атеизм менән һуғарылған дәүере халыҡтың аңына кире йоғонто яһамай ҡалмаған. Әммә рәсми рәүештә тыйылһа ла, ауылдарҙа никах уҡыу, балаға исем ҡушыу, кеше баҡыйлыҡҡа күскәс, ясин сығыу кеүек ғәмәлдәр барыбер ҙә башҡарыла килде. Айнур хәҙрәт Арыҫланов шулай уҡ Зәйнулла ишан йәйәү атлағанда янындағылар һыбай барыуын халыҡ әле булһа телдән-телгә йөрөтөп, һоҡланып һөйләүен дә әйтеп үтте. “Булған шундай осраҡтар, ишан атҡа атланған халыҡты был ауылда оҙатып ҡалған һәм, улар күршеһенә барып еткәндә, шул уҡ кешеләрҙе мәсеттә намаҙ уҡыған хәлдә ҡаршы алып торған. Бына был күренештәр уның дини, рухи, имани ҡеүәтен күрһәтә”, – тине Айнур Нурғәли улы.
1859 йылда Нәҡшбәндиә суфыйсылар орденына ағза итеп ҡабул ителгән Зәйнулла Рәсүлевкә Зыяетдин Көмөшханауи уны “тулы белемле, камил булған хәлфә”, тип баһалап, мөриттәр уҡытып, уларҙы Хәлидиә-Нәҡшбәндиә суфыйҙары туғанлығына алыу хоҡуғы бирә. Был хаҡта Калифорния университеты ғалимы Хәмит Алғар ишан хаҡындағы мәҡәләһендә тәрән аңлатып үтә. Мәшһүр фекер эйәһе, философ, мәғрифәтсе-мөғәллим, дин әһеле, башҡорт халҡының рухи батшаһы, суфыйҙарҙың Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлын дауам иткән Зәйнулла ишан Рәсүлевте өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле беҙгә.
Ҡурайсыларыбыҙ Роберт Юлдашев менән Ринат Рамаҙанов йөрәк моңдарын һалып, милли музыка ҡоралына йән өрөп ебәреүе булды, беҙҙең ҡәүемебеҙ ғәҙәтләнгәнсә, барыһы ла аяғүрә тороп баҫты, йыр йөҙөндә халыҡ тарихына, шәхес иҫтәлегенә ихтирамын күрһәтте.
Билдәле яҙыусы Спартак Ильясов үҙ сығышында Зәйнулла Рәсүлевтең төбәктә әле булһа кәрәмәттәре хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡланыуы, уның халыҡты ысын иманға саҡырыуы тураһында һөйләне. Шулай уҡ ҙур яҙыусы, шағир, йыраусы Мәүлит Ямалетдинов та Учалы районының Шәрип ауылында тыуған, башҡорттарҙың ҡыуаҡан ырыуына ҡараған зат вәкиле Зәйнулла Рәсүлевтең дини, имани эшмәкәрлеге, үҙ дәүерендәге ҙур шәхестәр менән тығыҙ аралашып йәшәүе хаҡында һөйләне. Ә бит ул дәүергә әйләнеп ҡараһаң, ысынлап та, Зәйнулла ишан эргәһендә бик күп билдәле шәхестәр тәрбиәләнгән. Ризаитдин Фәхретдинов, Шәйехзада Бабич, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Зәки Вәлиди... Хәйер, һанай китһәң, улар ғына түгел, бик күптәр үҙ заманында Зәйнулла ишандан фатиха алған, уның менән бергә мәсеттәрҙә намаҙ уҡыған, доға ҡылған. Бына ошо түгелме һуң хөрмәтле ишаныбыҙ баҡыйлыҡҡа күскәс Бартольд әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе: “Зәйнулла Рәсүлев – халҡының рухи остазы”.
Мәшһүр башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич та уның менән аралашҡан. Музыканан уҡытҡан ул был осорҙа Троицкиҙа. “Ишан үлгәс” тигән мәҡәләһе лә тап Зәйнулла Рәсүлев хаҡында. Яҙманан өҙөк уҡып ишеттерҙе Мәүлит Ямалетдинов был сарала. Эйе, муллаларҙан әсе көлгән шағир, әммә хөрмәтле ишаныбыҙ хаҡында яҙғанда ул халыҡтың мөнәсәбәтен дә күрһәткән. Рухи ҡеүәтен, мәғәнәүи көсөн тойған замандаштары бик ауыр кисергән Зәйнулла ишандың арабыҙҙан китеүен.
Башҡортостан Диниә назаратының төбәктәге вәкиле Хәмзә хажи Хафизов был төбәктә изгеләр ҡәберлектәре күп булыуы, халыҡ борон-борондан сәхәбәләргә, әүлиәләргә, нәбиҙәренә табынып йәшәүе тураһында һөйләне. Сарала бик әсенеп, Ғабдулла Сәйеди кеүек халҡыбыҙҙың шулай уҡ ҙур ишаны эшләгән мәсеттең яныуы тураһында ла һүҙ сыҡты. Был да бит Күктәрҙең ерҙәгеләргә ишараһы түгелме ни? Ҡабатлап яҙып үтәм: тарихсы Салауат Хәмиҙуллин Зәйнулла ишандың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған Өфөләге конференцияла Зәйнулла Рәсүлев тап салафиттарҙың, ваххабит­тарҙың иман ҡеүәтенә, халыҡ араһында фетнәгә юл ҡуясағы тураһында иҫкәртеүе хаҡында һөйләне. Изге китаптарҙа ла әйтелгән: ислам динендә йүнәлештәр күбәйер, әммә иң ҡеүәтлеһе Аллаһтың барлығын һәм берлеген танығаны, ул ихласлыҡты, йөрәк аша иман асылын тойғаны булыр, тиелгән.
Яҙыусы Әхмәр Үтәбаевтың “Зәйнулла ишан” тип аталған поэмаһы “Ағиҙел” журналында баҫылғайны. Сарала әҙип унан өҙөк уҡып ишеттерҙе. Шиғри юлдың һәр береһе “Зәйнулла” һүҙе менән тамамланған әҫәр үҙе зекер әйтеүҙе хәтерләтте. Әйткәндәй, зекер әйтеүҙе төбәгебеҙҙә тап Зәйнулла Рәсүлев индергән һәм киң йәйелдергән.
Ғалим Әхәт Сәлихов Зәйнулла ишандың эшмәкәрлегенә бағышланған докладында уның рухи ҡеүәте, улы Ғабдрахман Рәсүлев тураһында әйтеп үтте. Ул шулай уҡ Ризаитдин Фәхретдиновтың 1917 йылда баҫылған “Зәйнулла хәҙрәттең тәржемәи хәле” мәҡәләһе ишандың эшмәкәрлегенә, йәшәйешенә бағышланыуын билдәләне.
Ғабдрахман Рәсүлевтең дини эшмәкәрлеге тураһында ла бик оҙаҡ һөйләргә була. Ул 1936 – 1950 йылдарҙа Рәсәй мосолмандары Диниә назараты рәйесе була. Атаһы исемен йөрөткән Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған дин әһеле Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы эшмәкәрлеге менән халыҡ араһында киң билдәле. 1942 йылда Өфөлә үткән Мосолмандар съезында фашист Германияһына джихад итә, йәғни изге һуғыш хаҡында хәбәр һала. Ул И.Сталин менән аралашып, был һуғышта бары тик халыҡтың рухын күтәреп кенә еңә аласаҡбыҙ, тигән фекерен әйтә. Ул хатта ил башлығына кәрәмәт күрһәтеп, ҡыйралған илдең, Мәскәүҙең ниндәй хәлдә булыуын аңғарта. СССР яугирҙәре алдына сығып Ғабдрахман Рәсүлев эмоциональ телмәр тота: “Хаҡ динлеләр араһында бөгөн Ватаны өсөн йәнен аямай улы, ағаһы йәки атаһы немецтар менән алышҡа сыҡмаған кеше ҡалманы. Тылда ла Еңеү өсөн хәләл көсөн йәлләмәйенсә фабрика-заводтарҙа көс түкмәгән бер генә зат та юҡ. Беҙ, мосолмандар, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең әйткәнен яҡшы хәтерләйбеҙ: “Ватаныңа һөйөү – ул динебеҙҙең бер өлөшө”, – тигән ул”.
Ғабдрахман Рәсүлев шунда уҡ шәхсән үҙе танк колоннаһы төҙөү өсөн 50000 һум аҡса күсерә һәм, дошмандың кисекмәҫтән еңелеүен теләп доға ҡылыуы хаҡында хәбәр итеп, И. Сталинға телеграмма һуға.
“Известия” гәзитенең 1943 йылғы 3 март һанында ил башлығының уға яуап һүҙе баҫыла: “Ҡыҙыл Армияның бронетанк көстәре хаҡындағы хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәт. Минең сәләмемде һәм Ҡыҙыл Армияның рәхмәтен ҡабул итегеҙ”. Ғабдрахман Рәсүлевтең Сталин менән эшмәкәрлеге артабан да дауам итә. Ул, дин әһеленең ҡеүәтен үҙ иңендә тойоп, СССР мосолмандарына китап сығарыуҙа ярҙам күрһәтә, хаж ҡылырға рөхсәт бирә, хатта уның үҙенә шәхси машина ла бүләк итә. Ошо факттар үҙе үк Зәйнулла Рәсүлевтең ғүмер буйы туплаған аң-зиһенен, белемен, ғилемен, йөрәк һүҙен улы дауам итеүе хаҡында һөйләй.
Ғалим Рәшит Аҡкөбәков йыйылған халыҡҡа төбәктәрҙә иҫке китаптар һаҡ­ланыуы, уларҙа халҡыбыҙ тарихы, йәшәйеше тураһында бай мәғлүмәт туп­ланыуы тураһында иҫкә төшөрөп, уларҙы һаҡлап ҡалырға, ғалимдарға тапшырырға, ғилми институттар менән хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Ә бит ауылдарҙа иҫке һандыҡтарҙа, иҫке өйҙәрҙә һаҡланған осраҡтар бар. Боронғо китаптарға, яҙмаларға иғтибарлыраҡ булһаҡ ине, хөрмәтле милләттәштәр! Уларҙа, һис көтөлмәгәнсә, халыҡ яҙмышы, тарихы буйынса ҡиммәтле мәғлүмәт һаҡланыуы ихтимал.
Ғалимә Фәйрүзә Ғарипова бөгөн халыҡ­та киң ҡыҙыҡһыныу уятҡан тәриҡәт юлы хаҡында һөйләне. Уның яҙмаһын тулы­һынса гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ (“Иман” махсус битендә). Тәриҡәт – ул Зәйнулла ишан Рәсүлев тотҡан юл. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә лә ул шәкерттәренә, мөридтәренә ошо юлдың асылын еткереүгә өлгәшергә тырышҡан. Торараҡ француз тарихсыһы Александр Бенигсен был уҡыу йортоноң кимәле хаҡында һоҡланыуын йәшермәйенсә: “Рәсүлиә” – мосолман донъяһының иң яҡшы академик институттарының береһе”, – тип яҙа. Хәмит Алғарҙың яҙмаларында ла был хаҡта телгә алына.
Лира Яҡшыбаева – Зәйнулла Рәсүлев хаҡында китап яҙған әҙибә. Урыҫ телендә лә донъя күргән уның яҙғандары. Ул халыҡ араһынан мәғлүмәт йыйып, тарихи сығанаҡтарға, архив материалдарына таянып ижад иткән әҫәренең милләттәш­тәребеҙ араһында ғына түгел, башҡалар араһында ла киң популярлыҡ менән файҙаланыуын әйтте. Тап шулай – беҙҙең ябай халыҡ нисек итеп Зәйнулла Рәсүлев тип йән ата, ҡаҙаҡ, татар, тау яғы милләттәре лә уның дини эшмәкәрлеген юғары баһалай. Конференция һуңында Зәйнулла Рәсүлев исемен мәңгеләштереү йәһәтенән резолюция ҡабул ителде.
Учалы районында киң билдәләнгән Зәйнулла ишандың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған сараға, көндөң сатлама һыуыҡлығына ҡарамай, Баймаҡ, Әбйәлил райондары башҡорттары ла килеп еткәйне. Йөҙҙән ашыу кеше указ буйынса ла, етәкселек ҡушыуы менән дә түгел, ә шәхси теләге, йөрәге саҡырыуы буйынса Зәйнулла ишанға хөрмәт күрһәтергә тип килгәйне. Ишанға арналған сараларҙа тыуған яғында тәүге тапҡыр ҡатнашыуым, шуға күрә халыҡтың шул тиклем тәрән һөйөү, ихласлыҡ менән был сарала ҡатнашыуына берсә һоҡландым, берсә ғәжәпләндем. Ихлас доға ҡылғандарын, намаҙ уҡығандарын күреп, зекер әйткәндәрен ишетеп, күҙҙән йәш китмәне. Мәркәздәге бик күп уҡымышлыларыбыҙ аңлап, танып бөтмәһә лә, халыҡ күңелендә, хәтерендә Зәйнулла ишанға ҡарата тәрән һөйөү һәм ихтирам йәшәй.
Ете мәсетле ҡала
Зәйнулла ишандың бөйөклөгөн беҙҙә генә түгел, сит тарафтарҙа ла яҡшы белеүҙәре хаҡында әйтеп киткәйнек инде. Юҡҡа ғына башҡа яҡтарҙа “Башҡортостан – әүлиәләр иле” тимәйҙәр, күрәһең. Троицкиҙың Зәйнулла ишан намаҙҙар уҡыған мәсетенә аяҡ баҫҡас, быға тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.
Кешенең күплеге! Ошондай уҡ ғәм халыҡты мин Шәйехзада Бабичтың аҫыл һөйәктәрен ҡайтанан ергә тапшырған көндә күргәйнем: әйтерһең, шағир бына бөгөн генә баҡыйлыҡҡа күскән дә, уны ерләшергә килгәндәр. Бында ла шулай булды: әйтерһең, Зәйнулла ишан бына кисә генә донъя ҡуйған да уны танып белгән кешеләр хөрмәт күрһәтергә йыйылған.
Сара Троицкиҙың З. Рәсүлев исемендәге мәсетендә барҙы, уны асып, төбәк Диниә назаратының Силәбе өлкәһендәге рәйесе, мөфтөй Ринат Раев былай тине: “Зәйнулла Рәсүлев хаҡында яҡты хәтер халыҡ араһында йәшәй. Ул тәүгеләрҙән булып ислам динен халыҡ араһында киң йәйелдереү, социализация эшен алып барған дин әһеле. 1901 йылда Ҡазанда “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһенә нигеҙ һалғанда, тәүге ташты ҡуйыу бурысы уға хөрмәт йөҙөнән йөкмәтелә. Рәсәй федерализмына нигеҙ һалған Зәки Вәлиди ҙә үҙенең хәтирәләрендә Зәйнулла ишандан алған һабаҡтарын юғары баһалап, әгәр уны юлымда осратмаһам, бөтөнләй икенсе юлдан китер инем, тигән бит”. Ә Троицк ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Елена Василяускене, быйыл 7 июлдә ҡалала Рәсүлев уҡыуҙары үтеүе, төбәктә бәрәкәт һаҡланыуы – тап ишандың рухи эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе, тип аңлатты. Ниндәй милләт вәкиле булыуға ҡарамаҫтан, бында бөтәһе лә Зәйнулла Рәсүлевтең имани, дини эшмәкәрлеген юғары баһалай. Троицк ҡалаһы депутаттары йыйылыш рәйесе Владимир Чухнин, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, киләсәктә ҡалала бөйөк ишандың эшмәкәрлеген өйрәнеү буйынса даими эштәр алып барыласағы хаҡында еткерҙе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе Ринат Рамаҙанов, ҡунаҡтарҙы һуңғы яңы­лыҡтар менән таныштырып, түбәндәге­ләрҙе еткерҙе: “Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан 100 шәхесте билдәләү буйынса халыҡ араһында тауыш биреү ойошторолдо. Унда тәүге урында – Зәки Вәлиди, икенсеһендә – Зәйнулла Рәсүлев, өсөнсөһөндә – шағир Рәми Ғарипов... Бына ошо факт ҡына ла башҡорт халҡының үҙҙәренең шәхестәренә булған яҡты мөнәсәбәтен, һөйөүен күрһәтә”, – тине. Эйе, Башҡортостан Республи­каһының 100 йыллығын ҡаршылар алдынан ойошторолған был сара, ысынлап та, ҙур резонанс уятты. Шуныһы ғына үкенесле: һуңғы йөҙйыллыҡҡа үҙенең йөрәк көсөн һалған шәхестәребеҙ йөҙ һаны менән генә сикләнмәй. Милләт үҙенең рухи остаздарын күтәреп сыға алды – шуныһы бына ҡыуаныслы.
Шәйех Усман үҙ сығышында таш­ландыҡ хәлдә булған ошо мәсетте һаҡлап ҡалыуға күп көс һалған, ниәттәрен тор­мошҡа ашырған Абдурәүеф Хәйбуллинға һәм уның хәләл ефетенә олуғ рәхмәтен еткерҙе. 2000–2015 йылдарҙа ошо мәсеттә 10-сы имам вазифаһын башҡарған ил ағаһы был сарала ла ҡатнашты. Бөгөн бында балаларға ла дин ғилемдәрен өйрәтәләр. Улар сараны йәмләп, ғәрәп телендә мөнәжәттәр башҡарҙы. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин да был мәсет ҡайтанан халыҡҡа хеҙмәт итә башлаһын өсөн ярҙам ҡулы һуҙған. Шуныһы ғәжәп, Троицк заманында ете мәсетле ҡала булған, ә бөгөн тап Зәйнулла ишан доғалар ҡылған ике мәсет кенә үҙ эшмәкәрлеген дауам итә. Шәйех Усман шулай уҡ үҙ заманында Зәйнулла ишан иҫкәрткән ваххабизм, салафизм кеүек күренештәрҙең яманы беҙҙең йәштәребеҙ аңына ҡағылыуына хафаһын белдерҙе: “Беҙгә киләсәгебеҙҙе генә түгел, бөгөнгөбөҙҙө лә һаҡларға кәрәк. Ислам – ул мәрхәмәт һәм миһырбан дине, уны ҡабул иткәндәр ҡан ҡойош юлына баҫмаҫ, башҡаларға ҡаршы яу асмаҫ”.
Башҡортостандан килгән әҙиптәр Әхмәр Үтәбаев, Лира Яҡшыбаева бында ла шиғри, имани сәләмдәрен еткерҙе.
Ямал-Ненец автономиялы округының төбәк диниә назаратының имам-хатибы Мөхәммәт-алиф: “Кем ғүмеренең һәр көнөндә кемгә ынтылыр, ахирәттә лә шуның менән бергә булыр. Зәйнулла ишан беҙҙе, дин әһелдәрен иман нурын халыҡҡа еткерергә лә өндәгән”, – тигән фекер белдерҙе.
Мейәс ҡалаһы мәсетенең имам-хатибы Әхмәт хәҙрәт Хәсәнов: “Зәйнулла ишандың тормош һәм ижад юлын өйрәнеү һәм йәштәргә еткереү – ул изге бурысыбыҙ. Лира Яҡшыбаева был хаҡта китап яҙып, халыҡҡа аң-белем тарата. Ул дәүерҙең арҙаҡлы шәхестәре М. Аҡмулла, Ғ. Сә­йеди, М. Өмөтбаев. Р. Фәхретдинов, З. Вәлиди барыһы ла бер-береһенең эшмәкәрлеген яҡшы белеп, бер-береһенә таянып халыҡты күтәреү эшен алып барған”, – тине. Кемде генә телгә алһалар ҙа, һәр береһе – башҡорт! Кемде генә маҡтаһалар ҙа, барыһы ла – милләттәшебеҙ. Анау хәтлем арҡа терәрлек ағайҙар ошо донъялыҡта эҙен ҡалдырып киткәндә, бөгөн милләттең үткәненә йәки бөгөнгөһөнә зарланырлыҡ хаҡы бармы? Юҡ, әлбиттә! Беҙгә күренекле тарих яҙып ҡалдырғандар, ә инде бөгөнгөнө нисек яҙыу ул беҙҙең һәр беребеҙҙән тора.
Мәсеттең әлеге имам-мөхтәсибе Аяҙбәк Нуртышев халыҡтың күпләп йыйылыуына рәхмәтен белдерҙе. Зәйнулла ишандың шәхси өҫтәле, көскә эйә булған таяғы һаҡланған мәсеткә милләттәштәребеҙ ҙә юлын йышыраҡ төшөрөр тип өмөт итәйек. Ҡышҡы сатлама һыуыҡта анау хәтлем халыҡты туплаған сара йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә лә милләтебеҙ Мәккә кеүек ынтылып торор урынға әйләнер. Башҡортостан, Төмән, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Ҡаҙағстандың Ҡустанай ҡалаһынан, Ямал-Ненец автономиялы округы вәкилдәре ҡатнаш­лығындағы сара, намаҙ уҡып, ҡорбан ашын ауыҙ иткәндән һуң, Троицк ҡалаһының боронғо зыяратында тамамланды. Үҙ заманында ишандың ҡәбере зыяраттың иң төпкө урынында булған, ҡышын уның баҡыйлыҡҡа күсеүен билдәләргә килгәндәр ҡәберенә ҡар йырып ингән. Бөгөн, Аллаға шөкөр, тап Зәйнулла ишан ҡәбере тураһынан зыяратҡа яңы ишек асылған. Килгән кешеләргә туҡтап ял итеп алырға эскәмйәләр ҙә ҡуйылған, ҡар-ямғырҙар, йәйен ҡояш эҫеһенән һаҡлар ҡыйыҡ та бар. Ошонда уҡ Зәйнулла ишандың тәржемәи хәле менән таныштырған иҫтәлекле таҡтаташ та эленгән, ҡапҡалар ҙа затлы һарайҙарҙағы кеүек яңыртылған. Бына бит ул халыҡтың бөйөк рухи батшаһына мөнәсәбәте! “Бергәләп реформалар һәм ғилем юлында ижтиһад итегеҙ, ошо юлда хеҙмәт булығыҙ, милли һәм дини эштәрҙә дошманлашмағыҙ һәм бүленмәгеҙ – бына ошоларға мин һеҙгә фатиха бирәм”. Башҡорт халҡының рухи батшаһы, мәшһүр фекер эйәһе, философ, мәғрифәтсе-мөғәллим, дин әһеле, суфыйҙарҙың Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлын дауам иткән Зәйнулла ишан Рәсүлевтең васыятына тоғро булайыҡ! Фиҙакәр хеҙмәт, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең хаҡ юлына тоғролоғо, халҡына тәрән һөйөүе уны юғары рухи кимәлдәргә күтәргән. Беҙ ҙә уның юлынан фарыз ғәмәлдәребеҙ менән атлайыҡ!


МУЛЛАҠАЙҘАҒЫ МӘСЕТ
Мәсет яна. Дөрләп яна мәсет,
Ыңғырашып ауа бүрәнә.
Ялҡын бурандары көҙгө кеүек,
Кемдәр йөҙө унда күренә?

Шәйехтәрҙең иң-иң ҡеүәтлеһе
Намаҙҙарын бында уҡыған.
Таҫтамалдар уҙған быуаттарҙан,
Уҙған быуаттарҙан был ҡомған.

Бары янған. Мәсет һынлы мәсет
Күҙ алдында һеңгән еренә.
Әллә изге урын заманының
Вәхши йөҙҙәренән ерәнә?

Мәсет янған.
Дөрләп янған ҡорам.
Ә ауылы ниндәй – Муллаҡай.
Нимә булды һиңә, Баймаҡ ере,
Көлгә ҡалған мәсет сер һаҡлай.

Сер һаҡлаймы?
Әллә ер һаҡлаймы?
Телгә килгән микән изгеләр?
Заман түгел, юҡ, юҡ, бәндә үҙе
Үҙ намыҫын үҙе иҙгеләй.

Ишараһы әллә Пәйғәмбәрҙең?
Һуңғы тапҡыр, бәлки, иҫкәртә...
Аллаһ – берәү!
Юл тик иман аша.
Уйлап таптыҡ микән мең кәртә?

Хоҙай беҙҙе ярлыҡармы икән?
Таҙартамы әллә йәш аша?
Берәү ҙә бит, шөкөр, йән бирмәгән,
Ә йөҙләгән ҡылған тамаша...

Ошо мәсет үҙе шаһит булған:
Зекер әйткән Зәки атабыҙ.
Әруахтар тамға ебәрәлер –
Ҡайҙа беҙҙең иң ҙур хатабыҙ?

Иманһыҙлыҡ беҙҙең шунда янһын,
Шунда янһын бәлә, афәттәр!
Китһен, бөтһөн ҡырғын кеүек килгән
Милләтемде ҡырған ғәҙәттәр!

Ауылы ла ниндәй – әй, Муллаҡай!
Мәсете лә ниндәй затлынан...
Көл эсенән Һомай ҡауырһынын,
Ҡабат тыуыр көстәр тап шунан!

Таҙарталар беҙҙе доға менән,
Янғын уты беҙҙе таҙалай.
Кем әйтәлер вариҫтарҙың ыуы
Бабаларҙы нисек язалай?

Кемдәр беҙҙе шулай ҡурсалай һуң?
Ишан Зәйнулланың доғаһы?
Вәлидиҙең һыбай сапҡандағы
Төшөп ҡалған аттың дағаһы?

Әй, Муллаҡай! –
Изгеләрҙең ере.
Заманыңдың ыуын көл иттең.
Мин ышанам, бик-бик өмөт итәм,
Милләт ғәмен ҡабат терелттең!

Мин ышанам.
Йөрәгемә һалам
Янып таҙарыуҙың ғәмәлен.
Әруахтар әйтер юлын тапты,
Тере бәндә,
Тапсы әмәлен!



Вернуться назад