Ҡотлайбыҙ!!!08.02.2017
Ҡотлайбыҙ!!!Бала тыуҙы, сабый донъяға килде! Әҙәм балаһы өсөн ошо хәбәрҙе ишетеүҙән дә бәхетле мәл юҡтыр. Беҙҙең коллективта ла оло шатлыҡ – хеҙмәттәшебеҙ Салауат Әбүзәровтың малайы тыуҙы.
Салауат, Лүзә! Һеҙҙе ҡыуа­ныслы көнөгөҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Сабыйҙың һау-сәләмәт, өлкән ҡыҙҙарығыҙға, улығыҙға иш булып, тәүфиҡлы, бәхетле, иманлы, аҡыллы, халҡыбыҙ өсөн файҙалы кеше булып үҫеүен теләйбеҙ.

Иң изге теләктәр менән “Башҡортостан”дар.


Вернуться назад