Тыуған йорт08.02.2017
(Нәҫер)
...Өс быуынды һыйын­дыр­ҙың Һин үҙ ғүмереңдә. Ике килен төшөрҙөң, бер кейәү ҡар­шыланың. Алты бала иҙәнеңдә тәпәй атларға өйрәнде. Бер егет ишегеңде ипләп кенә япты ла ике йылдан йәшел шинель кейеп ҡайтып инде. Матур тарихың бай. Шулай ҙа... тик шат­лыҡлы йөҙҙәр менән генә шығырым тулманың Һин, төп хужаңды һуңғы юлға оҙатабыҙ тип, ана, күпме кеше зәңгәргә буялған ишегеңде асты ул көндө.
...Бөгөн Һин инде биш тиҫтәңде тултырҙың, хәйер, төп бурысыңды үтәмәгәнеңә лә сирек быуат үтеп бара инде. Уның ҡарауы, кәрәкһең әле Һин, тимер-томор, йыраҡҡа оҙатҡан балаларыңдың “ҡала сүп-сарын”, мал ризығы ҡабул итәһең һаман да (кем белә, бәлки, был һине һаман да һаҡлау өсөн бер һылтау ғыналыр ҙа).
Инде йәшерәк өсөнсө быуын вәкилдәренең серләшер урынылыр ҙа ҡайһы саҡта. Һәр хәлдә, серҙәрҙе күп беләһең инде Һин, уларҙы һаҡлай беләһең!
Эске паклығың тышҡы ҡиәфәтеңә сыҡҡандай нисәмә йыл аҡланмаһаң да, матур­лығыңды юғалтмайһың – ғорур тора бирәһең әле! Иғтибар итмәйбеҙ шул Һиңә һуңғы ваҡытта, кисерә алһаң – кисер, әммә рәнйемә беҙгә, зинһар. Быуындар алмашына бит, эргәңдә күптән дауамың ҡалҡып сыҡты, беҙ ҙә һине “ҡалғандарға” алыштырҙыҡ...
Иҫләйһеңме, иҙәнеңдә тәпәй атлап киткән саҡтарҙа йығыл­һаҡ, “Ипләп баҫ, балам”, – тип шыбырҙағандай шығырҙап ҡуя торғайның. Шул мәлдәрҙәге фатихаларыңды, изге теләктә­реңде ҡыйығыңа килеп ҡунған ҡоштар аша сәләм итеп булһа ла беҙгә ебәр, һинән икәнен барыбер аңларбыҙ. Ә шулай ҙа бына күстәнәстәр алырға йүнәлдем әле, ҡайтам ...ҡайтам. Тәм-том араһында мүк тә, ҡаҙаҡ та, буяу ҙа ҡыҫтырып алдым...


Вернуться назад