Үҙебеҙҙекенә етәме!08.02.2017
Үҙебеҙҙекенә етәме! Магазин кәштәләрендә хәҙер тәбиғи әҙерләнгән ризыҡты табыуы ауыр. Әйтерһең, күбеһен аҙыҡ-түлек сәнәғәте түгел, ә химия тармағы етештерә. Хатта икмәккә лә әллә ниндәй өҫтәмәләр, тәмләткестәр ҡушыла. “Икенсе көнгә икмәк иҫкерә, ашап булмай, үҙең һалғанға етмәй инде”, – тигән зарланыуҙарҙы йыш ишетергә була.
“Агрофраншизаны артабан да киңәйтеү – үҙ эшен яңы асҡан­дарҙы ғәмәлдәге ауыл хужалығы етештереүе сылбырына йәлеп итеү – перспективалы йүнәлеш тип иҫәпләйем”, – тине Баш­ҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда. Рөстәм Зәки улы эш сәфәре барышында магазин­дарҙа үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреүҙе талап итә.
Республикала “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты был йәһәттән инде өс йыл самаһы уңышлы эшләп килә. Ул республика тауар етештереүселәренә ярҙам итеү йөҙөнән булдырылған. Унда ҡатнашыусылар продукцияға лаборатория тикшереүе үткәрә. Шуныһы ла мөһим – ул даими ойошторола. Бындай аҙыҡ-түлекте табып, һатып алыуы ҡыйын түгел – продукцияның ҡабына иғтибар менән ҡарау ҙа етә, унда махсус эмблема йәбештерелгән. Әйткән­дәй, был билдә аҫтында ҡулланыу өс йылға бирелә.
“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты “Һынау үҙәге” учреждение­һының бойондороҡһоҙ лаборато­рияһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Әйткәндәй, проект эше унда ҡатнашыусылар алдында киң мөмкинлектәр асты. Етештерелгән продукцияға сифатлы һәм арзан экспертиза эшләтелә һәм тауар баҙарға сығарыла.
Өс йыл эшләү дәүерендә “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проектына 240 эшҡыуар ҡушылған. Уларға ябай ғына талаптар ҡуйыла: етештереү республика биләмәһендә ойошторолорға, ә уның биналары һәм продукцияһы ҡануниәт талаптарына яуап бирергә тейеш.
“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты етәксеһе Светлана Дивнич әйтеүенсә, был проектта ҡатнашыусылар үҙҙәренә яңы мөмкинлек аса: уларҙың тауары танылып ҡына ҡалмай, һатыу күләме лә арта. “Иң мөһиме – етештереүселәр һатып алыусы­ларҙың ышанысын юғалт­май, үҙе­беҙҙең аҙыҡ-түлек яҡшы, сифатлы икәнен һәр яҡлап күрһәтергә, һатып алыусыға еткерергә тейеш. Быйылдан “Сауҙа мәктәбе” үҙ эшен башлаясаҡ. Унда маркетологтар һәм менеджерҙар семинарҙар, мас­тер-кластар үткәрәсәк. Тауар етештереүселәр бер-береһе менән тығыҙ ара­лашһын өсөн “Башҡорт­остан аҙыҡ-түлек сауҙа йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте асылды. Беҙ бер команда булып эшләйбеҙ, етештереүселәрҙең көндән-көн күбәйеүе һөйөнөслө, тимәк, ихтыяж бар”, – ти Светлана Павловна.
Шуныһы мөһим: “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проектында ҡатна­шырға теләгән һәр кемгә ишектәр асыҡ. Белгестәр бөтә мәсьәлә буйынса ярҙам итергә әҙер.


Вернуться назад