Был яҙмыш тигәнең ҡайҙарға ғына алып бармай ҙа кемдәр менән генә осраштырмай. Сираттағы геройым менән көтмәгәндә-уйламағанда тап иттерҙе ул беҙҙе. Бығаса ишетеп кенә белә инем үҙен, бына, Хоҙай насип иткәс, шифаханала бергә ялға эләктек, шунда тәржемәи хәлдәребеҙҙе барлап, әллә күпме сер бүлешеп, тиҙ арала яҡын, үҙ кешеләр булырға өлгөрҙөк. Бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәп, ғүмеренең етмешенсе тиҫтәһен ваҡлаусы яҡташыбыҙ, медицина фәндәре кандидаты Люциә Буканова хаҡында яҙаһы һүҙҙәрем.
...Йөҙәр йыллыҡ тарихҡа эйә булған Юлдыбай ауылының эргәһенән генә, аҡ тулҡындарын ҡояш нурҙарында йымылдатып, алҡынып-тулҡынып аҡҡан йәмле Һаҡмар йылғаһының төрлө төҫтәге ҡырсынташтарға бай ҡомлоғонда ауылдың бер төркөм ваҡ ҡыҙы кемдең күпме һыу инеүе хаҡында бәхәс ҡора. "Фәрзәнә, Ғилминур, һеҙ быйыл нисә мәртәбә һыу төштөгөҙ? Ә мин хатта иҫәбен дә юғалттым: әсәйемдәр берәй эш ҡушмаһа, тотам да ошонда йүгерәм, һеҙ ҙә белмәйһегеҙҙер әле, вәт..." - Башҡа ваҡытта һүҙгә әллә ни ҡыҫылмаған Рәмзиә әхирәттәрен сәмләндереп ебәрә. Ситтәрәк ҡомдан төрлө һын әүәләп маташҡан Гөлнур уны йөпләй. Башҡаларҙан олораҡ Люциә, бит соңғолдарын түңәрәкләндереп, ирен сите менән генә йылмайып ҡуя ла: "Ҡуй әле, ҡыҙҙар, юҡҡа һүҙ көрәштермәгеҙ, бүтән эшегеҙ юҡмы ни?" - тип, бәхәскә сик ҡуйырға ашыға. Уны тыңлай ҡыҙҙар: ана бит, барыһы ла шымып ҡалды, ә бер туған һеңлеләре Роза менән Рима, етәкләшеп, ситкәрәк шылып ултырҙы хатта. Колхоз менән Кооператив урамдарындағы барлыҡ ҡыҙсыҡтарға башлыҡ шул ул...
Люциә үҙе лә, тубыҡланып ултырған көйө Һаҡмар тулҡындарына уйсан ҡарашын төбәп, хыял даръяһына сумды. Әленән үк киләсәге хаҡында уйлай ул, үҫеп еткәс кем булырға тип баш вата. Тик күңел төпкөлөндәге әрһеҙ тауыштар ғына үҙ-ара бәхәсләшә лә китә. "Мотлаҡ уҡытыусы буласаҡһың!" - ти уйҙарҙың иң сабырһыҙы. "Юҡ инде! Люциә атаһы кеүек агроном буласаҡ, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙа алтынға бәрәбәр гәрәбә - иген үҫтерәсәк..." - тип ҡаршы төшә уға икенсеһе. "Ә мин уның сәхнә кешеһе булыуын теләр инем. Артист булыр өсөн генә яратылған да инде ул: моңло тауышлы һылыуҡайҙар яҙмышын мотлаҡ сәхнә менән бәйләргә тейеш..." Люциәнең үҙенә ҡалһа, ул барыһына ла риза. Кем булһа ла, һынатмаҫ, моғайын... Тик бына атаһы ғына ҡыҙын абруйлы һөнәр эйәһе итеп күрергә теләй. "Ҡыҙым, - ти ул. - Һайлаған һөнәрең кешеләргә файҙа килтерерлек, изге булһын, шул саҡта үҙең дә ҡәҙер күрерһең, башҡаларҙан фәҡәт сауап алып йәшәрһең... Әртис булам тигән хәбәреңде алып ташла башыңдан - уларҙың үҙ тормоштары юҡ бит ул. Минең юлдан китәм, тигәнеңә лә риза түгелмен - агрономлыҡ ҡыҙҙар эшеме ни?!"
Тамсы тама-тама ташты тишә, тигәндәй, Ҡотлоғәфәр ағай әкренләп ҡыҙын үҙ йүненә күндерә һәм тыуған ауылындағы урта мәктәптә һигеҙенсе класты тамамлаған Люциә документтарын Сибайҙағы медицина училищеһының шәфҡәт туташтары бүлегенә илтеп тапшыра.
Шулай итеп, кисә генә кем булырға тип хыялланған үҫмер ҡыҙ бөтөнләй башҡа юҫыҡта фән үренә ынтыла башлай. Ә артист булырға хыялланыуы алъюҫыҡтан түгел уның: әсәһе яғынан туғандары сәхнә түрен яулаған билдәле шәхестәр ҙә баһа! Атаҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишмулла Дилмөхәмәтовты телгә алыу ғына ла үҙе ни тора! Әйткәндәй, Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылы хаҡында ла йылы тәьҫораттар һаҡлай Люциә Ғафар ҡыҙы. Бала сағында ошо ауылға өләсәһе янына йыш килеп йөрөгән ул, ауыл ҡаршыһындағы текә, мөһабәт ҡаяға - Таштурыға - һоҡланып туймаған. Өләсәһе мәрхүмә һөйләгән ҡарауыҙҙарҙы (әкиәттәр - Авт.), әсәһе һәр саҡ ауыҙ эсенән генә көйләп йөрөгән оҙон көйҙәрҙе әле булһа күңел түрендә изге аманат итеп һаҡлай, уларҙы үҙенең балаларына һөйләгән, әле ейән-ейәнсәрҙәренә бәйән итә...
Медицина училищеһына уҡырға инеүе хаҡында ишеткәс, Люциә апай ысын күҙ йәштәрен түгә. Ата һүҙен йыҡмайым, тип кенә башлаған эшенең тормошта етди боролош яһарға мәжбүр итеүе өсөн үкенә ҡыҙ, уҡырға бармаҫҡа ҡырталаша. Әммә ата менән әсә, баш балаларына медицинаның бик тә изге һөнәр булыуын ҡабат-ҡабат тылҡый-тылҡый, уны тәүге тапҡыр үҙ аллы тормош юлына оҙата.
Тәүге хеҙмәт юлын йәш белгес тыуған ауылында - Юлдыбай участка дауаханаһында - шәфҡәт туташы-акушер булып башлай. Һөнәренең ни ҡәҙәр изге һәм кеше өсөн кәрәкле булыуын нәҡ ошонда төшөнә ҡыҙ. Яңы ғына донъяға килгән сеп-сей сабыйҙы ҡулыңа алып, ошо кескәй генә йән эйәһенә бәхетле киләсәк, ҡояшлы яҙмыш юрауҙан да оло кинәнес юҡтыр кеүек уның өсөн. Йылдар үткәс, үҙе тәү башлап ҡулына алған әлеге сабыйҙарҙың тормошта үҙ юлын, урынын табып, гөрләтеп йәшәп ятыуына ҡыуана кисәге кендек инәһе.
Эх, йәшлек, йәшлек... Бер ҡатлылыҡ та, дыуамаллыҡ та, абайһыҙлыҡ та бар шул үҙендә. Әгәр атаһы менән әсәһенең һүҙен йығып, үҙенсә, йәне теләгән юлдан киткән булһа, бөтөнләй башҡа һөнәр һайлаһа, бөгөн кем булыр ине икән?! Хәҙер был һорау Люциә Ғафар ҡыҙының йөҙөндә йылмайыу ғына хасил итә: юҡ, иң ҡәҙерле кешеләре ғәзиз балаһына насарлыҡ юрай буламы ни инде! Рәхмәт үҙҙәренә, йәндәре йәннәттә була күрһен! Ә "әртис"леккә килгәндә, был һөнәрҙең дә тәмен әҙ татыманы ул. Әле булһа сәхнәнән төшкәне юҡ. Элек, йәғни йәш сағында, драма түңәрәктәрендә иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе ине, тамашасыларын ролдәрҙе йәнен-тәнен биреп башҡарыуы менән генә түгел, түгелеп торған һылыулығы менән дә әсир иткән актриса булды Бөгөн дә һынатмай, йәштәреңә биргеһеҙ сәхнә биҙәге ул. Күркәм холоҡ-фиғеле, ыҫпайлығы, кеше йәнле булыуы, ирәбелеге үҙен күпкә йәшерәк күрһәтә, сырайына йәшлек дәрте, саялыҡ бөркә.
- Бала сағымда атай-әсәйем менән бергәләшеп ауылыбыҙға килгән спектаклдәргә йөрөгәнебеҙ бөгөнгөләй күҙ алдымда тора... - Хискә бай Люциә Ғафар ҡыҙы, күҙҙәрен йома биреп, алыҫ үткәндәрҙә ҡалған балалыҡ йылдарын барлай. - Әсәйем бик матур йырлай торғайны, спектаклдәрҙе ифрат яратты - бер генә тамашаны ла ҡалдырмай торғайны. Бик күп китап уҡыны: билдәле башҡорт яҙыусыларының, күренекле артистарҙың биографияһын нисек башына һыйҙырғандыр - барыһы хаҡында ла беҙгә бәйнә-бәйнә теҙеп һөйләр ине. Уның һәр кис, йоҡларға ятҡас, беҙгә һөйләгән әкиәттәрен, моңло йырҙарын онотоу мөмкин дә түгел... Радионан үҙенә оҡшаған берәй йыр ишетеп ҡалһа, көйөн дә, һүҙҙәрен дә шунда уҡ отоп алыр, аҙаҡ ҡыҙҙарына ла өйрәтер ине. Башҡорт халҡының фольклорына, йыр-моңона һөйөүебеҙ әсәйебеҙ биргән тәрбиәнән киләлер, тип уйлайым. Нишләптер, спектаклдәргә мине һәр ваҡыт үҙе менән алырға тырышты... Күп кенә артистар беҙҙә туҡталыр ине. Баймаҡ күсмә театрында, аҙаҡ Сибай драма театрында эшләгән күренекле актриса, Ишмулла ағай Дилмөхәмәтовтың ҡатыны Йәмилә Әбитаева, мәҫәлән, һәр ваҡыт беҙгә килер ине. Минең театр сәнғәтенә үлеп ғашиҡ булыуым, артист булырға хыялланыуым шунан килгәндер, тием. Стәрлетамаҡ мәҙәни мәғрифәт училищеһына уҡырға инеү ине теләгем... Тик яҙмыш мине бөтөнләй икенсе юлдан алып китте. Әммә үкенмәйем: хаҡ яҙмышым менән ҡәнәғәтмен. Тормош юлдашым, балаларым, ейәндәрем менән бәхетлемен!.. Медицина институтында уҡыған сағында уҡ башҡа һәләтле табиптар менән бергә төрлө мәҙәни сара ойоштороп, республикабыҙ райондары буйлап гастролдәрҙә йөрөүҙәрен һағынып та, ғорурланып та иҫкә ала әңгәмәләшем. Хәйбулла районы ауылдарында ла ҡалған уның йәшлек эҙҙәре. Әбеш, Аҡъюл, Йәнтеш кеүек ауылдарҙан килеүсе ололар сырамыта биреп тә ҡуя үҙен. Кем икәнлеген танығас, ҡосаҡлап уҡ алалар... Ә Сибайҙа эшләгән йылдарында уларҙың "Аспирин" тип исемләнгән агитбригадаһы яһаған сығыштар тамашасы күңеленә ысын мәғәнәһендә дауа булып яғыла. Әрпешерәк медиктарҙан, аумаҡайыраҡ пациенттарҙан көлөп сығарылған таҡмаҡтары һәр кемдең күңеленә хуш килә. Ҡаланың ул саҡтағы Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт йортонда алма төшөр урын булмай "аспирин"дар сығыш яһағанда...
Сибәр ҡыҙ артынан сабыусы егеттәр бихисап була, әлбиттә, ләкин кесе йәштән ата-әсәһенең һүҙенән сыҡмаҫҡа өйрәнгән, әҙәпле ҡыҙ елбәҙәкләнеү, теге йәки был егеткә оҡшарға тырышыу кеүек нәмәләр хаҡында уйлап та бирмәй. Берәй егеткә күңеле ятҡан хәлдә лә эстән генә, йәшерен генә һөйә ул. Егет менән ҡыҙҙың дуҫлығы ҡала урамдары буйлап етәкләшеп йөрөүҙән уҙмай. Инде ярайһы ғына үҫкән ҡыҙ үҙенең ысын мөхәббәте, мәңгелек йәре килер көндө сабыр ғына көтә. Ата-әсәһе уңайы сыҡҡан һайын: "Йәшең үтә, балам, үҙ ояңды ҡороу хаҡында уйларға ваҡыттыр..." - тип иҫкәртеп торһа ла, ашыҡмай. Ә йыраҡтан көткән "яҙмыш бүләге" янында ғына булған икән дәһә: үҙе менән бергә сәхнәләрҙә уйнап йөрөгән Зөбәйер атлы егет сифатында! Үҙенән бер курсҡа түбән уҡыған егет көтмәгәндә бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәгендәге яҙыуы аша тойғоларын белдерә. Артабан инде егет ҡыҙ артынан бер тотам да ҡалмай, уны кәләшлеккә һорай башлай. Мөхәббәт утында янға егетте бүтән ғашиҡтарҙың янауы ла, буласаҡ балдыҙҙарының төрлөсә өркөтөргә тырышып ҡарауы ла туҡтата алмай. Ахырҙа ике йәш йөрәк балдаҡтар менән алмаша. Люциә Ғафар ҡыҙының әйтеүенсә, ҡәйнәһенең юрағаны юш килә: бик матур пар булып, һәр урында тик ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшәйҙәр, береһенән-береһе матурыраҡ һәм аҡыллыраҡ ике балаға ғүмер бирәләр. Люциә Ғафар ҡыҙының тормош юлдашы Зөбәйер Харис улы ла Һаҡмар буйында - Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында - үҫкән. Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире, медицина фәндәре кандидаты ул, күп йылдар инде үҙе эшләгән уҡыу йортоноң профсоюз комитетына етәкселек итә. Тыумыштан уҡ табип булыу өсөн яратылған уҙаман бер үк ваҡытта Республика балалар клиник дауаханаһының реабилитация бүлеге мөдире лә. Зөбәйер Мусинды оҫта мануаль терапевт булараҡ та яҡшы беләләр. Әйткәндәй, Гүзәл Зөбәйер ҡыҙы ла, ата-әсәһенең юлынан китеп, табип һөнәрен һайлаған һәм Санкт-Петербургта медицина университетын тамамлаған. Әсәһе кеүек үк травматолог-ортопед, медицина фәндәре кандидаты. Бөгөн үҙе уҡып сыҡҡан университетта кафедра мөдире, доцент булып эшләй, Параолимпия уйындарында Рәсәйҙең йөҙөү буйынса йыйылма командаһы классификаторы булараҡ ҙур эш башҡара, спортсылар менән бергә төрлө илдәрҙә үткән донъя һәм Европа чемпионаттарына сыға. Гүзәл Зөбәйер ҡыҙының инглизсә һәм ҡытайса иркен һөйләшеүе, туған телен яҡшы белеүе - һоҡланыуға лайыҡ күренеш.
Айрат Зөбәйер улы иһә бала сағынан уҡ сәнғәткә ылығып үҫә һәм Өфө дәүләт сәнғәт академияһын уңышлы тамамлай. Санкт-Петербургта урта белем алған үҫмерҙең башҡорт телендә шиғырҙар ижад итеп, уларҙы үҙе үк көйгә һалып, йырлауына хатта ата-әсәһе ғәжәпләнә. Бына ҡайҙа ул тыуған ергә, үҙ халҡыңа, әсә теленә ихтирам һәм һөйөү! Санкт-Петербургтағы кино һәм телевидение университетында фәнни диссертация яҡларға йыйынған Айрат Мусин "Сөмбөлдөң етенсе йәйе" фильмында йәш һалдат ролендә уйнап та танылыу алды...
Әле Люциә Ғафар ҡыҙының тормош юлына ғына байҡау яһап үттем. Хеҙмәт биографияһына килгәндә, медицина институтын тамамлаған белгескә ауырыуҙарҙы дауалау әллә ни тәтемәй. Үҙе әйткәнсә, практика үткәндә һәм интернатура ваҡытында ғына ул табип хеҙмәтенең ысын "тәмен" белә, Сибайҙағы медучилищела хирургия һәм анатомия буйынса дәрестәр биргәнендә бер нисә операция яһарға тура килә, ошо уҡыу йортонда ҡан алыу бүлеге мөдире булып та эшләй. Аҙаҡ, Ленинградта белем камиллаштырыу институтында махсус курс үткәс, Сибайҙағы район-ара табип-хеҙмәт комиссияһында хирург-эксперт вазифаһын башҡара. Артабан Люциә Ғафар ҡыҙы Өфө ҡалаһының Совет, Ленинград ҡалаһының Үҙәк райондарында ТХЭК рәйесе була. Хаҡлы ялға китер алдынан ун йыл дауамында ул Санкт-Петербургтағы Рәсәй травматология һәм ортопедия ғилми-тикшеренеү институтында баш табип урынбаҫары вазифаһында эшләй. Ошонда медицина фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
- Медицина өлкәһендә мин, нигеҙҙә, табип-педагог, табип-эксперт һәм һаулыҡ һаҡлау эштәрен ойоштороусы булараҡ хеҙмәт иттем, - Әңгәмәләшем хеҙмәт юлы хаҡында ошолай ҡыҫҡа ғына бәйән итә. - Нисек кенә сәйер булмаһын, тормошта барыбер сәнғәтте өҫтөн күрҙем. Мәктәп йылдарынан башлап бөгөнгә ҡәҙәр сәхнәнән төшмәнем, тип әйтһәм дә хата булмаҫ...
Милли рухлы ханым бөгөн дә - Санкт-Петербург ҡалаһындағы "Ирәндек" башҡорт фольклор ансамбленең йөҙөк ҡашы. Ҡыҙы Гүзәлде, ейәндәре Харис менән Арыҫланды ла төньяҡ баш ҡала халҡы күптән инде сәхнә оҫталары тип белә. Улар башҡорт моңон, халҡыбыҙҙың ынйыға тиң аҫыл сәнғәт өлгөлөрен тергеҙә, киләсәк быуынға тапшыра. Уҙған йыл Люциә Ғафар ҡыҙы етәкселек иткән балалар ансамбленең беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән "Ашҡаҙар таңдары" фольклор байрамында ҡатнашыуы - быға асыҡ дәлил. Ейәндәренең башҡорт халыҡ йырҙарын ниндәй оҫта башҡарыуын күрһәгеҙ икән!
Люциә Буканова, башҡорт таҡмағында әйтелгәнсә, "Йәшем етмешкә етһә лә, йәштәрҙән ҡалышмайым", тип йәшәүсе сая рухлы, һаман да һөйкөмлө, иҫ киткес дәртле, гел яңылыҡҡа ынтылыусан, заман менән бергә атлаусы ханым. Шулай булмаһа, һәр нәмәгә өлгөрөр, компьютерҙа яҙышып оҙаҡ ултыра алыр инеме ул?!
Республикабыҙҙан ситтә йәшәһә лә, башҡорт рухын үҫтереү, милләт абруйын күтәреү хәстәре менән яныусы Люциә Ғафар ҡыҙы быйыл сираттағы юбилейын ҡаршылай. Уға иҫәнлек-һаулыҡ, һүрелмәҫ дәрт һәм дарман, ғаилә именлеге теләге килә.
Мотал РӘМОВ,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.