Дөрөҫ емләһәң, буш ҡайтмаҫһың07.02.2017
Тотҡан урыныңды емләмәйенсә, балыҡ тотормон тип уйлама ла. Яҡшы итеп емләр өсөн нимәләр кәрәк һуң?
300 грамм ҡыҙҙырылған һәм ваҡланған көнбағыш; 300 грамм ер сәтләүеге (арахис) ҡыҙҙырылған һәм ваҡланған килеш; 200 грамм манный ярмаһы; бер түтәрем ҡара икмәктең эсе; бер литр һыра; дүрт ҡалаҡ ҡарабойҙай балы; бер пакет ванилле шәкәр ҡомо.
Бөтәһен дә бергә ҡушып, яйлап ҡына болғатырға кәрәк. Һыраны самалап өҫтәгеҙ. Артыҡ шыйыҡ булмаһын. Әҙер булғас, йоморсаҡтар әүәләп, ҡармаҡлаған урынығыҙға ырғытығыҙ. Был рецепт тәңкәле балыҡтар өсөн әҙерләнә. Бигерәк тә һаҙан, ҡорман, табан балығы һәм аҡкүҙ өсөн уңай. Әгәр ҙә ырғаҡҡа кукуруз йәки бүрттерелгән борсаҡ кейҙерәһегеҙ икән, уларҙы емләүгә лә ҡушығыҙ.


Вернуться назад