70 йәшендә ғәйәт ҙур балыҡ тотоп, барыһын да аптыратты Сәүиә Сафиуллина. Иҫке Балтас ауылында йәшәгән ҡатындың Танып йылғаһынан ун бер килограмм тартҡан һаҙан балығын эләктереүе тураһындағы хәбәр районға ғына түгел, күрше төбәктәргә лә тиҙ таралды. Барыһы ла балыҡсы апайҙың оло табышы менән ҡыҙыҡһынды. “Балыҡты күреү өсөн таныш-белеш, күрше-күлән, хатта бөтөнләй ят кешеләр килде. Минең нисек итеп уны ҡаптырыуымды, тартып сығарыуымды ҡат-ҡат һораштылар”, — тип йылмайып һөйләй Сәүиә апай. Бер көн Сәүиә Ҡәүи ҡыҙы тормош иптәше Фәрит ағай менән Танып йылғаһына балыҡ ҡармаҡларға юллана.
— Башта гидроузел төбәгендә, йылға ағымының түбән өлөшөндә, балыҡ ҡаптырып ҡараныҡ. Емдең ниндәй генә төрҙәрен тәҡдим итеп ҡараһаҡ та, ярты көн буйына ҡалҡыуыс һелкенмәне лә. Һуңынан ағымдың өҫкө өлөшөнә, йәғни һыу йәйрәп ятҡан урынға, гидроҡоролманың шлюзы тирәһендә ҡармаҡты һыуға төшөрөп ҡарарға булдым. Ул тирәлә спиннинг ҡулланған балыҡсылар бар ине.
Бында ла балыҡ сиртмәгәс, уңышһыҙ көн булды, ҡайтып китербеҙ инде, тип йыйынырға уйлаған мәлдә ҡалҡыуыс сиртеп ҡуйҙы. Ҡылды тартҡас та, ниндәйҙер ҙур балыҡ ҡапҡанлығын һиҙҙем. Көсөм етерлек түгел, балыҡ үҙемде һөйрәй. 0,18 миллиметр ҡалынлыҡтағы ҡыл еп, 8-10-лы һанлы ҡармаҡ ырғағы. Ярай әле, ҡармағымдың һабы һығылмалы һәм кәтүк ышаныслы. Ошолай ярты сәғәт көрәшә торғас, ҡулымдың көсө бөттө. Йәмәғәтемдең дә балыҡты һөйрәп сығарырға көсө етмәне.
Эре балыҡ ҡапҡанын күргән башҡа ир-егеттәр шул арала яныма йыйыла башланы. Илдус Шәретдинов, балыҡ ярға яҡынлашҡас, һыуға инеп уны һөйрәп сығарҙы. Үҙем генә булһам, ул гигантты еңә алмаҫ инем, — тип иҫкә ала инәй.
— Сәүиә апайҙың оҫта балыҡсы икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр ышандым. Хәле бөтөп йығылырлыҡ сиккә етеп алышһа алышты, әммә табышты ысҡындырманы, ҡылдың өҙөлөүенә лә юл ҡуйманы, — ти Илдус Шәретдинов.
— Ул көндө атайым менән әсәйемде күргәс, шаҡ ҡаттым. Ташбаш балығы ҡаптырып булһа ла ҡайтырбыҙ әле, тип Танып буйына киткәйнеләр, ана ниндәй ҙур балыҡ күтәреп ҡайтып керҙеләр, — тип көлә Сафиуллиндарҙың ҡыҙы Гөлназ.
Ошо 11 килограмлыҡ һаҙан эсенән өс килограмм ыуылдырыҡ сыҡҡан. Моғайын, көндәр эҫе торғанлыҡтан, балыҡтың икенсе тапҡыр ыуылдырыҡ сәсергә әҙерләнеүе булғандыр.
Фәрит ағай менән Сәүиә апай, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, һәр көн тиерлек йылға буйына ашыға. Уларҙы ҡышҡы сатлама һыуыҡ та ҡурҡытмай. Һәр йыл һайын балыҡсыларҙың район бәйгеһендә лә ҡатнашалар.
Мин дә уларҙы йылға буйына барып таптым.
– Шөғөлөгөҙгә балаларығыҙ нисек ҡарай? — тип һорайым.
– Балалар ҙа, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә ҡунаҡҡа ҡайтһа, әйҙә балыҡҡа барайыҡ, тип кенә торалар. Беҙ икебеҙ ҙә тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратабыҙ. Унан тынысланып, кәйеф күтәрелеп ҡайта. Өйләнешкәс тә һәр саҡ бергә балыҡҡа, һунарға йөрөнөк. Күп сирҙе кеше үҙе таба, ә беҙгә был янамай. Саф һауа, күңел тыныслығы — бына нимә мөһим, — тип яуап бирҙеләр.
Сәүиә апай менән Фәрит ағай бер ул һәм өс ҡыҙға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарған. Уларҙың дүрт ейәне һәм ике ейәнсәре бар. Оҙаҡламай бүләсәрҙәре лә тыуасаҡ. Атай-әсәйҙәре, олатай-өләсәйҙәре өсөн өҙөлөп торған балалары, бер-береһенә терәк булып йәшәгән Сафиуллиндар ғаиләһе һоҡланыу хистәре генә уята. Замана ауырлыҡтарына бирешмәгән ғаилә үҙ көсө, үҙ тырышлығы менән көн итә. Тыныс һәм бергә үткәргән бәхетле көндәрҙе матди байлыҡтан өҫтөн ҡуя улар.