Ысын башҡорт теле был!07.02.2017
“Урал батыр” эпосының аудиокитабы сығарылғанын ишеткәс, тиҙерәк уҡыу теләге тыуҙы. Һәм башҡорт теленең ысын моңон, ысын ҡобайыр, халҡыбыҙҙың телгә һалынған ысын рухи аһәңен тыңланым! Рәхмәт, Әхтәм ҡустым! Заманында “Икенсе әрме” менән шулай ҡыуандырғайның. Мәктәптә дәрес биргән саҡта йә боронғо башҡорт йырҙарын йырлатып, йә һинең уҡыуыңда “Икенсе әрме” менән тел моңон һалырға тырыша инем уҡыусыларыма. “Урал батыр”! Халҡыбыҙ үҙенең ижадын пафослы һөйләү, лозунгылар ташлау, “мине тыңлағыҙ, мине генә!” тигән ишаралар менән һөйләү өсөн ижад итмәгән. Улай булғанда, шул тиклем дә тәрән фәлсәфәле фекер әрәсәһе аңлашылмаҫ ине. Халҡыбыҙ бына тап Әхтәмсә, тубыҡ бөкләп ултырып, тыныс тауыш, дөрөҫ баҫым менән кеше аңына, зиһененә, тойғоһона һеңдереп кенә һөйләгән ҡобайырҙарҙы. Шуға уның фекергә мөлдөрәмә тулы йырҙары ла, балалар өсөн көйлө әкиәттәре лә тыныс, һалмаҡ, күңелдең һәр бөгөлөнә үтеп инеп, байҡап сығырлыҡ моң менән еткерелә. Ошондай “Урал батыр”ҙы ишетке килә ине. Хәҙер балаларын конкурстарға әҙерләгән уҡытыусыларға таянып өйрәтерлек ысын өлгө булды. Был эште атҡарып сығарған Мәғариф министрлығына ла, Әхтәм Абушахманов мырҙаға ла ихлас рәхмәт!