Мәүлит йыраусының “Ишмөхәмәт сәсән”е07.02.2017
Мәүлит йыраусының “Ишмөхәмәт сәсән”е Мәүлит Ямалетдин ижады хаҡында уйланам. Ул – шағир ҙа, прозаик та, улай ғына түгел, ҡурайсы ла, йыраусы ла. Был киң һулышлы, ҙур ынтылышлы ижадсыны әллә ни баһалап та, аңлап та булмаҫ кеүек, шулай ҙа үҙемә яҡыныраҡ тойолған прозанан башлайым әле.
Мине, Мәүлитсә әйткәндә, иң ныҡ дауырғытҡаны – уның тарихи темаға яҙған әҫәрҙәре. “Ҡуласа” тарихи романы, “Ишмөхәмәт сәсән” роман-эссеһы (беренсе китап), “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым” (төп геройы – Муса Мортазин), “Һуңғы йот” (1921 йылғы аслыҡ хаҡында) повестары, “Йәншишмә юлы ҡайҙа” (төп геройы – Сыңғыҙхан), “Еҙ ҡомған” (Аҡмулла ҡомғаны тураһында) хикәйәләре. Әйткәндәй, әҙип – 17 китап авторы, шуларҙың дүртеһе – проза йыйынтығы: “Тал бәпкәләре” (1991), “Муса батыр” (1992), “Бүләк” (1999), “Ҡуласа” (2007), ә һуңғыһы – “Ишмөхәмәт сәсән” романы – әле журнал вариантында донъя күрҙе (“Ватандаш”, 2013 йыл, №10–12).
“Башҡорт шағирҙарына ғына хас булғанса, илде әрнеп, һыҙланып яратыу ҙа бар”, тип яҙғайным бер мәҡәләмдә. Был тойғо – халҡының яҙмышы өсөн иңрәү-әрнеү – бөтә башҡорт яҙыусылары өсөн хас сифат икән... Башҡорт әҙибе – халыҡтың улы, уның таянысы. Милләт тарихын башҡорт яҙыусыһы яҙмай, кем яҙһын? Был – намыҫ эше. Һөйөү тойғоһо, халҡыбыҙҙың оло үә ҡанлы тарихы ҡабат-ҡабат был темаға әйләнеп ҡайтырға, үткәндәге шанлы ваҡиғалар хаҡында бөгөнгө күҙлектән уйланырға мәжбүр итә. Кисәге көнөбөҙ ниндәйерәк булған, киләсәгебеҙ ҡайһылай булыр? Әҙип, үткәндәрҙе байҡап, рухыбыҙға, бөгөнгөбөҙгә таяныс эҙләй, үткән менән әлегене бәйләргә, улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тергеҙергә тырыша. Тарих башҡорттоң асылын, үткәнде асыҡларға, бөгөнгөбөҙҙө аңларға, киләсәкте тоҫмалларға ярҙам итә. Моғайын, “Ҡуласа” тарихи романы менән “Ишмөхәмәт сәсән” ошо ихтыяждарҙан сығып донъяға тыуғандыр. “Ҡуласа”ның төп геройы – Мәүлиттең яҡташы, хатта ырыуҙашы мәшһүр Ҡобағош сәсән. Романды “Ҡобағош сәсән” тип исемлә тигәнем дә иҫтә әле. Әммә ундағы “Ҡуласа” исеме авторҙың үҙ концепцияһы, сюжет һыҙыҡтарының, ғөмүмән, сюжеттың үҙенсәлеге, әҫәрҙең идея йүнәлеше менән бәйле ине. Хәйер, өҫтә атаған проза әйберҙәре хаҡында ваҡытлы матбуғатта бер ни тиклем һүҙ-фекер алышыу булды, шуға уларға туҡталып тормаҫтан, яңы ғына мейестән сыҡҡан тигәндәй “Ишмөхәмәт сәсән”гә күсәйек.
Был әҫәр ҡайһылыр яғы менән Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә”һен хәтерләтте: беренсе китапта ла сәсәндең йәшлеге, ир уртаһы сағы һүрәтләнә. “Кинйә”нең тәүге китаптары абыҙҙың йәшлеге, ир уртаһы тураһында. Автор ихтилалдың үҙенә күсә алмай хитлана һымаҡ. “Ишмөхәмәт сәсән”дә (беренсе китапта иһә) сәсәндең сәсәнлеге, уның образы тулы килеш асылған. Сәсәндең мәртәбәһе, халҡы алдындағы һиммәте, ижтимағи, социаль бурысы – бөтәһе лә күҙ алдыбыҙҙа. Бары образдың үҫә, олпатлана-ҙурая барыуы – киләһе әҫәр йөкмәткеһе...
“Ишмөхәмәт сәсән” – киң һулышлы, оло аҙымлы әҫәр. Автор быға нимәләр ярҙамында ирешә һуң? Иң тәүҙә, әлбиттә, һүрәтләү объекты булғаны – Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаевтың тормошон байҡау... Былай ҡарағанда, ул башҡорт илендә билдәле сәсән, йыраусы... Әммә уның хаҡында шул бер нисә йырынан, сәсән тигән данлы атынан башҡа күҙгә-телгә элерлек әллә ни тарихи яҙмалар ҙа, иҫтәлектәр ҙә һаҡланмаған, бөтәһе лә халыҡтың ауыҙ-тел ижады емеше тип әйтерлек. Мәүлит Ямалетдин шул юҡтан оло “донъя” төҙөй, “әкиәт” булғанды ысын итергә атлыға һәм быға өлгәшә лә. Әҫәрҙә сәсәндең тормошо ла, ул осорҙағы башҡорт йәмғиәтенең көнитмеше, оло-оло тарихи ваҡиғалар тасуирлана. Йәки тарихи темаға әҫәр яҙыусы үҙенең зауығына ярашлы ошо осор донъяһын ҡора, тарихты “тыуҙыра”. Быға, минеңсә, Мәүлиттең үҙенең сәсәнлеге, ҡурайсы, йыраусы булыуы ла булышлыҡ итә. Хас та Мәүлит йыраусы Ишмөхәмәт сәсән түгел, ә үҙе тураһында һөйләй; ул шулай булырға тейеш тә, тик уҡыусы быны һиҙмәй. Мәүлит йыраусы Ишмөхәмәт сәсәндең күңеле, дауырғығанын яҙа, уның кисерештәрен, тойғолары ағышын ҡағыҙ битенә төшөрә... Ни рәүешле? Әлбиттә, тел, моң, шиғриәт ярҙамында. Был тәңгәлдә тел – әҙәбиәттең төҙөлөш материалы, әҫәр структураһының төп нигеҙ ташы.
Мәүлит Ямалетдин теле – шағир теле. Уның прозаһы, ғөмүмән, шиғри проза миҫалы. Шағир теле – ата-бабаларының, күбәләк ырыуының һутлы тел-лөғәте. Әйткәндәй, күп әҙиптәр кеүек, ул да ижадын шиғырҙан башлаған, әҙәбиәттә лә тәүҙә шағир булараҡ танылды. Мәскәүҙә Юғары әҙәбиәт курсында уҡыны, ғүмер баҡый үҙаллы белем эстәне, 1991 йылда баҫылған беренсе сәсмә әҫәрҙәр йыйынтығы “Тал бәпкәләре” тип атала. Шунда бер шәлкем парсалары ла бирелә. Йәки йәш ижадсы бәләкәй күләмле лиро-эпик әҫәрҙәр яҙып өйрәнгән, оло прозаға шулай юл һалған... “Илде һағыныу” (1991) парсаһында “...зәңгәр күктә көслө ҡанаттарын онотҡанда бер елпеп осҡан бөркөттәрҙең һауалауын күҙләп онотолғом килде” тигән юлдар бар. Ошо уҡ юлдар, ошо уҡ бөркөт образы 2013 йылда баҫылған “Ишмөхәмәт сәсән”дә лә осрай. Был инде – авторҙың теле, индивидуаль стиле хаҡында һөйләй торған әйбер.
“Ағаслыҡта себенләп торған атҡа һикереп менеп, уның түшенә күгәүен һуғылып үлерҙәй тиҙлектә урман юлы буйлап сапҡым килде” (парсала). Ошо уҡ һөйләм “Ишмөхәмәт сәсән”дә лә бар. Йәки был стиль, һүрәтләү саралары – яҙыусының йәнендә, улар уның әҫәрҙәре буйлап ҡабатлана, уның теле айышына, стиле юҫығына әйләнә.
Мәүлит Ямалетдин – тәбиғәт йырсыһы, прозала пейзаж лирикаһы ижад итеүсе. Миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин, ләкин береһенә генә туҡталайыҡ (өҙөк һөйләм түгел, ә фраза): “Улар киткәндән һарһыла-һарһыла саҡырған кәкүктәр һаҡауланды, бәпкәгә тумалып ҡойолған үләндәр күкрәп сәскә атты. Сәскәнән сәскәгә ҡунып геү килгән иңкештәрҙең, бал ҡорттарының осошо бермә-бер ауырайҙы. Йәй миҙгеленең көҙгә алышыныуын һиҙгән сиңерткәләр сыңына серле бер моңһоулыҡ өҫтәлде”.
Мәүлит Ямалетдин башҡорт теленең иҫ киткес байлығын файҙалана, әҫәрҙәрендә үҙе лә бихисап яңы идиомаларҙы, әйтем-мәҡәлдәрҙе ҡоя (башҡа яҙыусыларҙа һирәгерәк осраштырғандары ла – биниһая): “Ҡорҙан ҡоро сыҡҡансы, яуҙан яралы ҡал”, “Дуҫтан дошман күп заманда итәк-еңеңде йыйып йөрөмәһәң булмай”, “Яйыҡ бер мәлгә үҙенең ағышын туҡтатты, хатта төшкөлөктәге ҡояш бер нөктәлә ҡатып ҡалды”, “Астың хәлен туҡ белмәй, йоптоң хәлен таҡ белмәй, үҙ башыңа төшмәйенсә, кеше хәлен ят белмәй”, “Уй ғәҙәте шул инде – ул кешене уйыр өсөн ябырыла”...
Ғөмүмән, уның үҙенә генә хас хикәйәләү стиле бар, ул дөйөм башҡорт тасуири, халыҡ ижады стиленән әллә ни айырылмай һымаҡ, шулай ҙа... Мәүлитсә генә. Хәйер, шул тел, стиль – уның ижадының төҙөүсеһе. Ул әҫәрҙәренең интонацияһын, моңон барлыҡҡа килтерә. Былар әҫәрҙе уҡымлы, уҡыусы күңеленә ятышлы итә. Хатта хәҙерге ҡайһы бер урыҫлашҡан уҡыусыларыбыҙ бәғзе бер һүҙҙәрҙе аңламай ҙа торалыр, тим (күкһәү – үпкә ауырыуы, ауҡат әҙерләй – ашамлыҡ, ағуталар – чиновниктар, яғал ҡатып бөткән сынаяҡ, “Әллә юҡҡа ҡорсойоммо...”).
Дөрөҫ, Мәүлит Ямалетдин әҫәрҙәренә комментарий бирергә түгел, ә уҡырға кәрәк. Нәжип Асанбай әйтмешләй, Хәсән Назарҙы уҡығыҙ, Мәүлит Ямалетдинды уҡығыҙ!
...Үрҙә әҫәрҙең төҙөлөшө, структураһы тураһында һүҙ сыға биреп ҡуйғайны. “Ишмөхәмәт сәсән”дә сюжет, минеңсә, төп герой тормошо миҫалында ҡорола. Ғәҙәттә, ошондай әҫәрҙәргә хас булғанса, роман өсөн сюжет нимә ул? Хикәйә, повесть өсөн ул бик мөһим, ә роман өсөн, Әхиәр Хәким һанағанса ла, сюжет һыҙыҡтарының бер нисә булыуы хас. Нәгеҙ бер генә сюжет үҫеше лә тип булмай күп планлы романды...
“Ишмөхәмәт сәсән”дә әҫәр Ишмөхәмәт үҫмерҙең бер ҡыш Көҙәй йортонда – Байыҡ сәсәндә өйрәнсектә ятыуы менән башлана. Һуңынан ир уртаһы йәшендә Буранбай Йәркәй менән ҡатышыуы, Ырымбур дистанцияһында ғәскәри хеҙмәте – аҙаҡ был үҙаллы сюжет һыҙығына әүерелә. 1-сеһе: Ишмөхәмәт бүтән башҡорт сәсәндәре – Байыҡ Айҙар, Буранбай Йәркәй менән ҡатышыуы; 2-се сюжет һыҙығы: Ишмөхәмәттең үҙенең тормошо, башҡорт илендәге хәлдәре, Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итеүе, XIX быуат башындағы башҡорт күтәрелештәре, хатта 4-се кантондағы (кантон үҙәге – тыуған ауылым Дыуан-Мәсетлеләге) ҡуҙғалыштар... 3-сө сюжет һыҙығы: мөхәббәт. Ынйыҡай, Зөлхизә, хатта урыҫ шағиры Василий Жуковскийҙың әсәһе Сәлиханың ғишыҡ-ғишрәте...
Яҙыусы урыҫ крәҫтиәндәре – Уралдағы завод эшселәренең яҙмышы хаҡында ла һөйләп ташлай. Уларҙың тау-завод фольклорын яҡшы белә булыр. Был яҡтан әҫәр Мамин-Сибиряктың “Приваловские миллионы” романын иҫкә төшөрә. Осорҙо тулы ҡанлы сағылдырыу өсөн, бәлки, быныһы ла кәрәктер.
...Ишмөхәмәт сәсән – башҡорт тарихында мөһим урын тотҡан персонаждарҙың береһе: Һабрау, Байыҡ, Ишмөхәмәт, Мырҙаҡай, Ғәбит, Арғынбай менән Хәмит сәсәндәр аша беҙгә “Урал батыр” ише боронғо эпостарыбыҙ килеп еткән. Уның хаҡында әҙәби әҫәр күптән көтөлә ине. Был бурысты атҡарыу Мәүлит Ямалетдин, нәҡ Мәүлит ҡурайсы, йыраусы өлөшөнә төшкән көмөш булды. Шул юҫыҡтан ҡарағанда, әҙип прозаһы халыҡсан, башҡорт халҡының бай рухи донъяһы гәүһәрҙәре, фольклоры менән һуғарылған.
Һуңында шуны ла билдәләргә кәрәк: Мәүлит Ямалетдин, ниһайәт, тарихи темаға яҙыусыларыбыҙ сафына баҫты. Был бик тә мөһим, яуаплы аҙым: халҡыбыҙ тарихын тасуирлау, бөгөнгө уҡыусыға үткәнебеҙҙе тергеҙеп биреү – бик тә мәртәбәле, сауаплы эш. Ҡобағош сәсән хаҡында – “Ҡуласа” романы, Ишмөхәмәт сәсән тураһында – “Ишмөхәмәт сәсән” әҫәре...
Башҡорт тарихи романын тыуҙырыусылар башҡорт әҙәбиәтендә егерменән ашып китә. Бик тә маҡтаулы, хатта ки ҡаһарманлыҡ ҡылған әҙиптәребеҙ – халҡыбыҙ араһынан сыҡҡан, башҡорттоң бөртөкләп үҫтергән ижадсылары. Шуларҙың береһе – бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙә ижад иткән хөрмәтле үә ғиззәтле Мәүлит Ямалетдинға – дан үә ҡеүәт! Алдағы ғүмерендә илһам, сәләмәтлек үә рухи ныҡлыҡтар насип әйләһен! Уға әле яҙышаһы, әҫәренең икенсе китабын, тағы ла әллә күпмеләрен ижад итәһе бар!


Вернуться назад