Ә һеҙ беләһегеҙме?07.02.2017
Японияның Окинава утрауында йәше йөҙҙән үткән 450-ләп кеше йәшәй. Был Ер шарындағы иң һау-сәләмәт урын тип иҫәпләнә.

Тартҡан кеше стресты бер тапҡыр ҙа тартмаған йәки ташлағандарҙы бергә ҡушып иҫәпләгәндән дә нығыраҡ кисереүе ихтимал.

Компьютерҙа оҙаҡ эшләүселәр йәки сәғәттәр дауамында телевизор ҡараусылар даими арығанлыҡ синдромынан яфалана.

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, йоҡо алдынан ҡосаҡлашып алыу бик тә файҙалы. Был тәнде яҙырға, уйлау һәләтен яйлатырға, тимәк, тиҙерәк йоҡлап китеүгә булышлыҡ итә.

Шоколадтың математик һәләтте арттырыуы ихтимал.

Яңғыҙлыҡ иммун системаһын ҡаҡшата. Яҡындарҙың, дуҫтарҙың һеҙҙең тормошоғоҙҙа булыуы ғына иммунитетығыҙҙы 60 процентҡа күтәрә.

Ҡырҡылған яраға шәкәр һипһәгеҙ, ауыртыу баҫылыр һәм йәрәхәтләнгән урын тиҙерәк йүнәлер.

Кемделер һағыныу, юҡһыныу тойғоһо һаулыҡ өсөн зарарлы. Был йоҡоһоҙлоҡҡа килтереүе бар.

Сейә төшөндәге орлоҡ яман шеш күҙәнәктәренең үҙ-үҙҙәрен бөтөрөүгә килтерә.

Йөрәкте алмаштырырлыҡ махсус прибор бар, әммә уның бер етешһеҙлеге бының мөмкин түгеллеген иҫбатлай: пульсы юҡ.

Ҡулдағы бармаҡтарҙы шартлатыу һөйәктәргә зыян килтермәй һәм артрит сирен булдырмай. Беҙҙең ҡолаҡҡа газ ҡыуыҡсалары барлыҡҡа килеүҙең (шартлауының түгел!) тауышы ишетелә.

Стресты “яйлап үлтереүсе” тип атайҙар: ул йөрәк сирҙәрен булдыра, ҡан баҫымын күтәрә, күкрәктә ауыртыу хасил итә һәм иртә үлемгә килтерә.

Йортоғоҙҙа бесәй йәшәй икән, тимәк, йөрәк сирҙәренә дусар булыу ихтималлығы 40 процентҡа кәмей. Шул уҡ ваҡытта бесәйҙәргә ҡарата сикһеҙ һөйөү йән ауырыуына килтерергә мөмкин.


Вернуться назад