Билдәле массаж яһау оҫтаһы Эдуард Сәмиғуллиндың һәм ул етәкселек иткән “ЕвропЭд” телмәр патологияһы һәм нейрореабилитация үҙәгенең даны күптән инде Рәсәйҙең бик күп төбәктәренә, Англия, Германия, Франция, Испания, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украина, Ҡырғыҙстан, Төркиә һәм башҡа сит илдәргә таралған.Ғөмүмән, бында көн һайын тиҫтәләрсә кеше мөрәжәғәт итә. Заманса йыһазландырылған бүлмәләрҙә ауырыуҙарҙы, Эдуард Рәшит улынан тыш, ҙур тәжрибәгә эйә юғары квалификациялы невролог, ортопед, логопед-дефектолог, психолог, педиатр, офтальмолог, эрготерапевт һәм башҡа белгестәр ҡабул итә. Уларҙың шифалы ҡулдары ярҙамында меңләгән кеше аяҡҡа баҫа. Был хаҡта “ЕвропЭд” исеменә килгән йөҙләгән хат һөйләй.
– Күңелдәре изге, ҡулдары шифалы, – тип маҡтап телгә ала уларҙы пациенттары. – Һәр балаға иғтибарлы, түҙемле булғандары өсөн ҙур рәхмәт. Ваҡыттары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршылап, дауалайҙар.
Утыҙ йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған Эдуард Сәмиғуллин, Өфөнөң 1-се медицина колледжын һәм Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, Америкала Халыҡ-ара медицина институтында белем ала. Унда йәшәгәндә фалиж һуҡҡан йә башҡа диагноз ҡуйылған йөҙҙәрсә баланы массаж ярҙамында аяҡҡа баҫтыра. Өфөгә йәшәргә ҡайтҡас, массаж яһау буйынса үҙенең дауалау методикаһын булдыра, лицензия алып, клиникаһын аса.
Бына һигеҙ йыл инде “ЕвропЭд” медицина үҙәгенә етәкселек итә. Бында сабыйҙарға беренсе айҙарҙан уҡ махсус методика һәм юғары технология буйынса неврологик һәм нейро-ортопедик массаж яһала. Әлеге клиникала Томатис, микрополяризация, биоакустик коррекция, альфа-ритм, эрготерапия ысулдары киң ҡулланыла. Бында шулай уҡ физиотерапия, психик коррекция кабинеттары уңышлы эшләй, УЗИ хеҙмәте күрһәтелә. Башҡортостанда бары тик “ЕвропЭд”та балалар һәм өлкәндәр өсөн ысын тиренән Германия технологияһы буйынса ортопедик олтораҡтар эшләнә.
Тағы шуны ла билдәләп үтке килә: Өфөлә бында ғына ике урынға иҫәпләнгән заманса барокамера, йәғни яһалма рәүештә юғары йә иһә түбән барометрик баҫым барлыҡҡа килтереп була торған геометрик камера (кислород менән дауалау) эшләй. Балалар һәм өлкәндәрҙең сәләмәтлеген нығытыуҙа, тын юлдары ауырыуҙарын һауыҡтырыуҙа уның әһәмиәте ҙур. Микрополяризация ысулы менән дауаланырға теләгәндәргә ташлама ҡаралған.
Процедураларҙың мәктәптә уҡыуҙа өлгәшмәгән балаларға ярҙамы бигерәк тә ҙур: хәтерҙе яҡшырта, бала тиҙ уҡый һәм яҙа башлай, уҡырға теләге арта, күреү һәләте яҡшыра, тотлоғоуы бөтә. Ғөмүмән, организмдың физиологик функциялары тергеҙелә.
Әлеге медицина үҙәгендә дауалау курсы – ун көн, хаҡы сағыштырмаса арзан, килешеү буйынса.
– Маҡсатыбыҙ – ауырыуҙарға ярҙам ҡулы һуҙыу, һауыҡтырыу. Пациенттарыбыҙҙың үҙ ҡулдары менән ҡалаҡ тотоп ашай, үҙ аяҡтары менән атлап йөрөй башлауын күреүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ беҙҙең өсөн, – тине хушлашҡанда һәр хеҙмәткәр, һәр пациент менән уртаҡ тел табып эш иткән, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған Эдуард Рәшит улы.