Быуа быуыу07.02.2017
Быуа быуыу Беҙҙең ауыл эргәһенән генә Янбай йылғаһы аға. Элегерәк мул һыулы булған, шишмәләре урғылып торған. Ләкин баҫыуҙарҙы ярына тиклем үк килтереп һөргәс, улар тупраҡ, балсыҡ ҡатнашмаһы аҫтында ҡалған, ләм баҫҡан. Ике быуаһы ғына уны йылға итеп тота. Улайһа, ҡоро йылдарҙа өҙөк-өҙөк йырғанаҡ ҡына булып ҡалыр ине.
Бынан ике-өс йыл элек бәләкәйерәк “яңы быуа” барлыҡҡа килде. Янбайҙың тәүҙә Әләңке, һуңынан улар бергәләшеп ҡушылған Үҙән, Өршәк йылғалары тамағынандыр инде, бер ғаилә ҡондоҙ өҫкә табан күтәрелеп, төйәк тапты. Шулар яр буйында үҫкән талдарҙы кимереп, тәүҙә ҙурыраҡ ағасты арҡыры һала, һуңынан нәҙектәре менән ситән үрә, араларына балсыҡ, ағып килгән һалам, башҡа сүп тултыра. Бар эштәрен төндә башҡаралар. Уларҙы иртә таңдан шым ғына күҙәтһәң дә була. Тик кеше барлығын тиҙ һиҙәләр, ләкин ҡурҡып шунда уҡ һыуға суммайҙар. Үҙҙәрен биләмә хужаһы икәнен белдереп, яй ғына йөҙөп баралар ҙа ярға етәрәк кенә юғалалар.
Көҙгә табан был быуаның бейеклеге лә, һыуы ла ярайһы ғына була. Һәр хәлдә, йырғанаҡ һымаҡ ҡына ағып килгән йылға был урында киңәйә, ағышын аҡрынайта төшә, тотҡарлана. Ә артыҡ һыу “быуа” төбөнән, сыбыҡсалар аша аға – “торба” ҡуйылған тиерһең. Яҙын иһә көслө ташҡын ҡондоҙ быуаһын алып китә. Тиктормаҫ, тырыш йәнлектәргә тағы эш өҫтәй...


Вернуться назад