Зыяны күпме?07.02.2017
Ҡондоҙ үҫемлек ашап туйына. Һыуҙағынан тыш, уҫаҡ, тал, ҡайын, йыла ағастарын ҡайыҙлай. Тәү ҡарашҡа кимереүселәр тәбиғәткә зыян килтерә һымаҡ, ләкин тәбиғәттә бер нәмә лә бушҡа түгел. Йәнлектәр һис шикһеҙ файҙа ғына эшләй. Йәғни башҡа тереклеккә йәшәргә мөмкинлектәр аса.
Эйе, ағастарҙы кимереп йыға, ләкин ҡайҙа етте шунда түгел, һөйрәп барып, быуа яһарлыҡ ерҙәрҙә генә. Ҡайырыһын кимереп бөткәс, үҙәген быуа өсөн файҙаланалар.
Ятҡылыҡҡа иһә бик күп төрлө бөжәк йыйыла. Үҙ сиратында улар ҡоштарҙы йәлеп итә. Тегеләре тәпәйҙәрендә, мамыҡ­тарында балыҡ ыуылдырығы килтерә. Шулай итеп, бәләкәс кенә был быуала тотош бер система барлыҡҡа килә.
Тағы бер нәмә: ағын һыу ҡондоҙҙар һалған сыбыҡсылар аша үткәндә ваҡ сүптәрҙән, ләмдән таҙара. Әлбиттә, кеше теоретик яҡтан күпмелер кимәлдә “зыян” күреүе бар: ҡайһылыр ерҙә һыу сәсеүлектәрҙе баҫыуы, юлға сығыуы мөмкин. Әммә әлегә тиклем был йәнлектәрҙең тәбиғәткә килтергән “зыяны” кешеләр менән сағыштырғанда… Ҡуй, был турала һөйләмәйек.


Вернуться назад