Ҡондоҙҙар өңдәрҙә һәм махсус “йорттар”ҙа йәшәй. Тәүгеһен текә ярҙарҙа ҡаҙалар. Улар бик оҙон һәм ҡатмарлы лабиринтты хәтерләтә. Бер нисә инеү урыны бар. Иҙәндәре һыу кимәленән юғары. Йылға ташып, һыу күтәрелһә, түбәһенән балсыҡты ала баралар, ергә түшәй торалар, йәғни өң юлдарын бейегәйтәләр. Өйҙәре – хайран ҡалырлыҡ Өңдәрҙән тыш, махсус “өйҙәр” ҙә төҙөйҙәр, тинек. Уныһын һайыраҡ урынға ҡоро ботаҡ өйөп эшләйҙәр. Ботаҡтарҙы һалған һайын ер, балсыҡ, ләм менән һылай баралар. Өйөм эсендә һыу кимәленән юғарыраҡ булған буш, иркен урын ҡалдыралар. Был “өй”гә һыу эсенән генә үтергә мөмкин. Ҡайһы осраҡта өйөмдөң бейеклеге хатта ике, өс метрҙан ашыу булып, диаметры ун метрға етеүе бар. “Өй”ҙөң стенаһы бик ныҡлы. Төҙөгән саҡта ҡондоҙҙар алғы тәпәйҙәре менән эшләй. Ҡышҡы һалҡындарға әҙерләнгәндә өйөмдәр өҫтөнә өҫтәмә ер, балсыҡ һалалар. Шуға ла сатлама һыуыҡтарҙа ла бында йылы, ә инеү урындарында һыу булмай. Тағы шуныһы: өңдәре менән “өйҙәр”ен йәнлектәр бик таҙа тота.
Ҡондоҙ социаль йәнлектәр төркөмөнә инә. Шуға ла улар ғаиләләргә берләшкән. Ғәҙәттә, һәр береһендә ун баш тирәһе була, йәғни ата менән инә һәм енси яҡтан өлгөрөп етмәгән балалары. Бер үк урынды ғаилә быуаттар буйы биләргә мөмкин. Йылға буйынан бындай ер майҙаны өс-дүрт километрға етә. Ә бына йәнлектәр йылға ярынан ситкә 300 метр самаһы ғына китә. Бөтә ғүмерҙәре йылға менән бәйле.
Айырым ҡондоҙҙар ҙа осрай. Парын тапҡас, ҡауышып, ғаилә булып йәшәй башлайҙар.
Йәшәү сығанағы Быуа быуыр алдынан ҡондоҙҙар урынды тикшереп, ҡулай ерҙе һайлай: яр яҡын булһын, ағастар ҙа кәрәк. Шунан һуң ҡабығы әрселгән ағас сөйҙәрҙе йылға төбөнә ҡаҙайҙар, араларына ҙурыраҡ таш һалалар ҙа мәте менән ҡаплап ҡуялар. Ә “бағаналар” араһының һыу өҫтөндәге өлөшөнә ботаҡтар һалып, балсыҡ менән һылайҙар. Шулай итеп, быуа барлыҡҡа килә.
Һыу – төп йәшәү сығанағы. Улар унда ҡауыша, өңдәренә инә, йыртҡыстарҙан һаҡлана, ләкин һыу аҫтында ҡондоҙҙар ун биш минуттан да артыҡ тормай.