Бар мәшәҡәттәре – ағас кимереү, оя ҡороу07.02.2017
Бар мәшәҡәттәре – ағас кимереү, оя ҡороу ­Бүре, айыу, төлкө, ҡуян, терпе һымаҡ уҡ, ҡондоҙ ҙа күңелебеҙгә бала саҡтан йәнһүрәттәр, төҫлө-төҫлө һүрәтле китаптар аша үтеп ингән. Тырыш, аҡыллы, ҡабаланмаҫ йәнлек йә йылғаларҙы арҡыры быуа, йә файҙалы кәңәше менән башҡа кейектәргә ярҙамға килә.
Ҡондоҙ (бобр) – кимереүселәр араһында иң ҙуры. Оло йәнлектәрҙең оҙонлоғо 0,9 – 1 метрға етә, ә ауырлыҡтары 15-20 килог­рамғаса барып баҫа. Бөтә төрө лә ҡон­доҙҙар ғаиләһенә (Саstoridac) ҡарай. Тиреһе ҡуйы йөн менән ҡапланған. Әйтергә кәрәк, ул ике ҡатлы: йылҡылдап торған өҫкөһө һәм ҡуйы, һыу үткәрмәҫ аҫҡыһы.
Ғаилә ҡороуға килгәндә, моногамлы һанала, йәғни бер генә иш менән ҡауы­шалар. Балалары йәйен донъяға килә. Инә йәнлек бер юлы бер – биш бала табырға һәләтле.
Ҡондоҙҙар башлыса төнөн “донъя көтә”. Бар мәшәҡәттәре булып ағас кимереү, оя ҡороу, бәләкәстәрҙе үҙҙәре белгән серҙәргә өйрәтеү тора. Туҡланыу яғына килгәндә, үлән, ағас ботаҡтарының ҡайырыһын, тамырҙарҙы тәғәм итәләр. Төнөн уларҙың тормошо әүҙемләшә, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләгән саҡта (көҙөн) көндөҙ ҙә мәшәҡәткә сумалар.
Ҡондоҙҙар төркөм-төркөм булып йәшәй. Яңғыҙ ғүмер иткәндәре бик һирәк. Тыны­сыраҡ урында торлаҡ “төҙөйҙәр”. Шуға ла төйәк иткән ерҙә­ре тыныслыҡҡа һәм дә йылға ярының уңайлылығына ныҡ бәйле. Аҙыҡ запасын һыуҙа туплайҙар.
Башҡортостанда борон ҡондоҙ күп бул­ған, ләкин уның матур тиреһе кешенең нәф­сеһен уятҡан. Әҙәм балаһы йәнлекте күпләп ҡыра башлаған, шуға ла улар бөтөү сигенә еткән. Тик үткән быуаттың 60 – 70-се йылдарында ғына уны тәбиғи шарттарҙа үрсетеү тураһында ҡайғырта башлағандар, һунар итеү ҡәтғи тыйылған. Архангел, Ға­фури, Балаҡатай, Өфө райондары ­би­лә­мәләренә үрсетер өсөн ситтән йән­лектәр алып ҡайтып ебәргәндәр. Әйтергә кәрәк, улар ерһенеп китә.
Ебәрелгән райондарҙа һандары кәрәкле кимәлгә етә, башҡа яҡҡа ла тарала баш­лайҙар. Бөгөн ҡондоҙҙар Башҡортос­тандың 21 районында осрай. Ул ғына ла түгел, һаны яҡынса ике меңдән ашып, 1982 йылда тәүге тапҡыр 150 башты атыр өсөн лицензия бирелә.
Бына шулай, әҙәм балаһы, теләһә, юғалып барған йәнлектәрҙең һанын да үрсетә ала икән. Үкенескә ҡаршы, быны һуңыраҡ аңлаған саҡтарыбыҙ ҙа күп шул.


Вернуться назад