Хәйләһеҙ хәйләкәр07.02.2017
Хәйләһеҙ хәйләкәр Үҙенең аҡылы, хәйләкәрлеге менән байтаҡ халыҡтың мифологияһына инеп ҡалған был йән эйәһе. Тормошта ла, ғилми телдә лә “ябай” йәки “ерән” төлкө тип йөрөтәләр уны. Әйткәндәй, төҫө төрлө булырға мөмкин: ҡара, ҡыҙыл (огневка), аҡ (альбинос) һ. б. Европала ғына ла 15 төргә яҡыны (донъяла – 25) йәшәй. Улар төйәкләгән еренә, төҫөнә, ҙурлығына ҡарап билдәләнә.
Оҫта һунарсы
Ерән төлкө бигерәк матур: кәүҙәһе төҙ, оҙонса, тиреһе йылҡылдап торған йөн менән ҡапланған, ҡойроғо бар тәненең 40 процентын тәшкил итә. Ғәҙәттә, йән­лектең оҙонлоғо – 40 – 60, ҡулбашынан иҫәпләгәндә, бейеклеге – 35 – 40 сантиметр, ауырлығы – 6 – 10 килограмм. Тәби­ғи шарттарҙа 20 – 25 йыл йәшәй алһа ла, башҡа бик күп ҡырағай йәнлек, хайуан шикелле, ул саҡлы оҙон ғүмер итмәй.
Элекке СССР биләмәләрендә миллиондан ашыу төлкө иҫәпләнгән. Уларҙың һаны үҙгәреп тора. Әйтәйек, сысҡан, ҡуян, башҡа кимереүселәр һаны арта икән – төлкө лә күбәйә. Кәмеүҙәренең төп сәбәбе – сир: ҡотороу, ҡысыныу һ. б. Дошмандары – бүре, һеләүһен. Элегерәк, бигерәк тә ҡотороу сире таралғанда, кешеләр ҙә төл­көнө күпләп ҡырған. Ләкин, һуңғы йыл­дарҙа фермаларҙа аҫралған төлкөләргә, башҡа йәнлектәргә вакцина эшләү сәбәпле, был йәһәттән ҡырыу туҡтатылды.
Барыһын да алдан күҙәтә, уйлай алыуы менән бер рәттән, төлкө яҡшы ишетә, еҫте һәйбәт тоя. Мәҫәлән, сысҡан тауышын йөҙ метрҙан һиҙә. Хатта ярты метр ҡалынлығындағы ҡар аҫтында йөрөгәнен дә тоя. Шуға ла көнөнә 15 – 20 сысҡан тота ала. Етмәһә, һунар ваҡытында бик түҙемле был йыртҡыс.
Шуныһы ла бар: кимереүселәргә шул тиклем мауығып һунар итә – донъяһын онота, иғтибарын ситкә йүнәлтмәй. Был сағында бүрене, хатта кешене лә яҡын ебәрә. Тағы ла бер кәмселеге бар – насар күрә, ләкин яҡшы ишетеүе менән еҫ тойоуы быны тулыһынса аҡлай.
Төлкөнөң үҙ һунар биләмәһе бар. Бер парҙың майҙаны 30 квадрат километрғаса етеүе мөмкин. Йыртҡыс (шулай тип әй­тергә тел дә әйләнмәй) үҙ биләмәһен бик яҡшы белә, уны даими тикшереп, күҙәтеп тора. Һәйбәт йөҙә, таулы урындарға менә, ауыш ағастарға үрмәләй ала. Үҙен эҙәр­лекләгән бүренән, кешенән эҙҙәрен бутап ҡаса. Хәйләкәрлеге лә ошонда күренә: эҙәрлекләгән бәндәнән йәки кейектән ул теләһә ҡайһы өңдә, мәмерйәлә йәшенә. Йәнәһе, уның өңө шунда, эҙ яҙҙыра. Бер аҙ ял иткәс, үҙенең даими йәшәгән урынына китә.
Төлкөнө йыш ҡына ҡоштарҙы, йәнлек­тәрҙе бөтөрөүҙә ғәйепләйҙәр, ләкин уның сысҡандарҙы күпләп юҡ итеүен иҫәпләһәк, әлеге зыяны тулыһынса аҡлана, тиһәң дә, хата булмаҫ.
Был мәхлүкте йыртҡысҡа ғына тиңләргә ярамай. Уның аҙыҡ берәмегендә 300-ҙән ашыу төр йәнлек, ҡош, бөжәк, тиҫтәгә яҡын үҫемлек иҫәпләнә. Ләкин бар аҙы­ғының дүрттән өс өлөшөн ялан сысҡан­дары тәшкил итә. Ҙурыраҡ ҡуяндарға һирәк һөжүм итә. Ҡуян балаларынан баш тартмай. Шулай уҡ ерҙәге ҡоштарҙы тотоу уңайын да ысҡындырмай. Үләкһәләрҙе юҡ иткән санитар ролен дә үтәй. Ямғыр селәүсендәрен йыя, төрлө бөжәкте сүпләй. Еләк-емеш менән дә хушһына.
Өлгөлө ғаилә башлығы ла
Төлкөләр, ғәҙәттә, бер ерҙе үҙ итә, ғаи­лә ҡорор, көсөктәрен тәрбиәләү өсөн урын ҡарай. Барлыҡ уңайлыҡты алдан хәстәр­ләйҙәр: сысҡанлы ялан, ҡош-ҡортло йылға буйы ла алыҫ булмаһын, кеше-маҙар юлы ла төшмәһен, бүреләр ҙә йөрөмәһен. Өңдө үҙе ҡаҙһа ла, байтаҡ ҡына осраҡта бурһыҡ һәм башҡа йәнлектәрҙең әҙер өңөнән дә баш тартмай. Йыш ҡына яр йәки ҡалҡыулыҡ буйҙарына урынлашалар. Бындай саҡта ямғыр, ағын һыуҙар ағып төшмәҫлек ерҙе һайлайҙар. Ҡайһы саҡта тәбиғи урындар ҙа ярап ҡала: мәмерйә, ағас ҡыуышлыҡтары...
Төлкөләр йылына бер генә көсөкләй. Инә төлкө ҡыштан уҡ бала табыу өсөн урын ҡарап, билдәләп ҡуя. Ул ошо ерҙе һаҡлап йөрөй. Тик үлһә генә унда башҡа инә урынлаша ала. “Фатирлы” “кәләш”кә ҡыш аҙағында уҡ ике-өс ата эйәләшә. Улар араһында ыҙғыш башлана. Билдәле, туй инә аталанғас ҡына тамамлана, ә ғаилә башлығы булып көслөһө тороп ҡала.
Ата төлкө – өлгөлө ғаилә башлығы. Ул көсөктәре тыуғансы уҡ инәһен хәстәрләй башлай: аҙыҡ ташый, өңөн нығытыша, хатта, белгестәрҙең әйтеүенсә, тештәре менән һөйгәненең тиреһендәге беттәрҙе лә үлтерешә икән. Әгәр балалары тыу­ғансы ата төлкө үлһә, уның урынын баш­ҡаһы ала һәм үгәй атай ролен үтәй. Әйткәндәй, бәләкәстәрҙе үҙ көсөгөләй хәстәрләй. Был ғына ла түгел, инәһе көсөктәрен тәрбиәләгән саҡта башҡа аталарҙың да үҙ-ара атай йәки үгәй атай урыны өсөн талашыуы мөмкин. Ә инәһе был сағында ни булырын күҙәтә, сөнки ул балаларын көслө ата тәрбиәләүен, һунар серҙәренә өйрәтеүен теләй.
Йәнлектәрҙең туйы декабрь – март айҙарында була һәм бер нисә көн дауам итә. Әйткәндәй, аталаныуҙары инәнең таҙалығынан, хатта һауа торошонан да тора. Шундай йылдар була, ҡайһы саҡ инәләрҙең 60 – 70 проценты аталанмай ҡала.
Ноябрь айына йәш төлкөләр ҙурайып бөтә, улар үҙаллы тормош алып бара башлай. Ғәҙәттә, төрлө яҡҡа таралышалар. Аталары 20 – 40 саҡрымғаса алыҫ­ҡараҡ китә, ә инәләре уртаса 5 – 10 саҡ­рым тирәһендә урынлаша. Уларҙың һәр береһе үҙенә биләмә һәм көсөктәр өсөн өң эҙләй.
Ҡайһы бер инә тыуғандың икенсе йылына уҡ аталанырға мөмкин, ләкин ныҡлы өлгөрөүҙәре ике йәшлек саҡтарына тура килә.
Төлкө дүрт-һигеҙ көсөк таба. Көсөктәре хәлһеҙ, 100-150 грамм ауырлыҡта ғына булып тыуа. Ҡолаҡтары ишетмәй, күҙҙәре күрмәй, тәндәре ҡараһыу һоро мамыҡ ме­нән ҡапланған була. Ике аҙналыҡ саҡ­тарында ишетә, күрә башлайҙар, тәүге тештәре сыға. Был саҡта ауырлыҡтары килограмға етә. Йөндәре һоро булғас, бүре йәки янут эттәренә оҡшайҙар, тик ҡойроҡ осоноң аҡлығы ғына төлкө икән­лектәренә ишаралай.
Ай ярым һөт имһәләр ҙә, яйлап инәләре уларҙы ашарға өйрәтә. Йәне сығып бөт­мәгән сысҡан, ҡош алып ҡайтып, һунар серҙәрен аса башлай. Бер аҙҙан инде көсөктәрҙе бергә сысҡан-маҙарға һунарға ла алалар.
Оло төлкө йәйен көнө-төнө һунар итә. Был мәлдә ул бик һаҡ була. Әйтәйек, өңдәре тирәләй кеше йөрөһә, балаларын башҡа урынға күсерә. Төлкө бер нисә өң, йәшеренеү урыны тота. Хатта кеше көрәк менән өңөн аҡтарырға керешкәндә лә, был йәнлек көсөктәрен һаҡлап ҡалырға тырыша – йәшерен сығыу юлынан алып китеү яғын ҡарай. Ғалимдарҙың иҫәплә­үенсә, был сифат бүрелә, хатта аҡыллы һаналған юлбарыҫта ла юҡ икән.
Төлкө тиреһе иң ҡыйбатлыларҙан һанала. СССР ваҡытында, мәҫәлән, тире эшкәртеү, унан тауар етештереү сәнәғә­тендә төлкөнөкө ҡиммәтлелеге буйынса дүртенсе урында торған. Ерән төлкө тире­һен һунарсылыҡ хужалыҡтары етештерһә, ситлектәрҙә аҫрау менән шөғөлләнгән хужалыҡтар ҙа етерлек булған. Ситлектә илебеҙҙең төньяғында осраған, төрлө юлдар менән фермаларға “ҡыуып” индерел­гән ғәҙәти төлкөләр аҫрала. Былар, башлыса, ҡара төлкөләр (чернобурки, сиводушки, крестовки – русса исеме бихисап).


Вернуться назад