Шишмә районының Алкин ҡасабаһы эргәһендәге хәрби часта булған сираттағы фажиғә тураһында гәзит уҡыусылар хәбәрҙар инде. Командирҙар биргән мәғлүмәт буйынса, инженер-сапер полкында хеҙмәт иткән һалдат яңылыш үҙенә атҡан. Был хәл ҡоралдың яһауын алған ваҡытта булған.
Егетте Шишмә үҙәк дауаханаһына алып килһәләр ҙә, табиптар уға бер нисек тә ярҙам итә алмай – Фидан йән бирә. Пуля уның үңәсенән ингән дә соңҡаһынан сыҡҡан, ти дауахана табиптары. Әлеге осраҡ буйынса Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы тикшереү башлаған. Хәрби часҡа шулай уҡ Рәсәйҙең Оборона министрлығы вәкилдәре лә килгән. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк: егет үҙенә-үҙе ҡул һалмаған. Оборона министрлығының фаразы буйынса, был хәл яңылышлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан. Үҙәк хәрби округтың мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе Ярослав Рощупкин да, Өфө гарнизонының хәрби прокуроры Владимир Овчинников та шулай хәбәр итте.
Тик ниңәлер быға ышанғы килмәй. Һәләк булған егет — Фидан Сәғитов — Салауат районынан, хәрби хеҙмәткә Асҡын районынан саҡырылған. Ҡайтырға ике ай ғына ҡалған булған. “Бәйләнештә” социаль сайтындағы битенә Фидан һуңғы тапҡыр 25 мартта ингән. “Тормош шундай матур. Әлегә аңламағандар, уны һуңынан аңлар”, – тип яҙып ҡуйған ул. 24 мартта: “Һеҙҙең хаттарға яуап бирә алмайым, ниңәлер хәбәрҙәремде ебәреп булмай”, – тип яҙған. Осраҡлы хәлме икән был, әллә?..
Л. ҒАФАРОВА.
Владимир СИМАРЧУК, Башҡортостандың хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләһен социаль яҡлау буйынса комитет рәйесе:– Әлеге фажиғә сәбәптәрен асыҡлау буйынса эш алып барыла. Беҙ иһә ҡорал менән һаҡһыҙ эш итеү версияһына туҡталдыҡ. Тикшереү тамамланғас ҡына аныҡ сәбәптәр тураһында һөйләргә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, тәү сиратта һалдаттарға тейешле контроль булмаған тип әйтергә кәрәк. Фидан Сәғитов хеҙмәткә яңы ғына алынған хәрби түгел, ул ҡорал менән эш итә белгән. Ҡарауылға ла тәүгә бармаған. Шуға ла был пуля яңылыш атылып сыҡмаҫҡа тейеш ине.
Илгиз ХӘЛИТОВ, эшсе:– Мин – әрме бутҡаһын ашаған кеше, ҡарауылда ла күп торҙом һәм һалдаттың яңылыш атыла алғанын бер нисек тә аңламайым. Ҡарауыл хеҙмәтенең уставын уҡыһаң, унда ҡасан һәм нимә эшләргә кәрәк икәне аныҡ һәм теүәл яҙылған. Патрон көбәктең төбөнә нисек килеп инде икән? Миңә шуныһы аңлашылмай. Автоматтың яһауын алыр өсөн иңдән төшөргәс, иң тәүҙә магазинын ысҡындыралар, шунан ғына затворын тарталар. Әгәр егет тәүҙә затворҙы тартып, шунан ғына магазинын ысҡындырған икән, разводящий нимә ҡараған? Егет шулай уҡ автоматты яңынан иңенә аҫырҙан алда контроль маҡсатында курокка бер тапҡыр баҫырға тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, армияла булған һәр фажиғәлә ябай һалдатты ғәйепле итәләр. Әле лә Фидан үҙе ғәйепле, яңылышҡан тип баралар. Урмандағы хәрби келәт шартлауҙа ла рядовой ғәйепле булды. Ниңә ябай һалдаттар ғына туңа, атыла, туҡмала, шартлай һәм хатта арсеналдарҙы шартлата? Был ҡасанға тиклем дауам итер икән?
Айгөл МӨХӘМӘТҒӘЛИЕВА, Асҡын районы:– Бер ауылда йәшәгәс, Фиданды яҡшы белә инем. Был ҡот осҡос хәбәр бөтә ауылдаштарымды шаңҡытты. Фажиғәнең сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлар. Егетте генә ҡайтарып булмай.
Фидан тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә алам. Күңелсәк, тормошто шул тиклем яратҡан кеше ине. Музыкаль мәктәпте тамамланы, гармунда уйнаны, шиғыр, йыр яҙа ине. Ул минең ике туған ағайым Денис менән бергә хеҙмәт итте. Әсәләре яңғыҙы ике баланы аяҡҡа баҫтырғайны. Уның ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ауыр тупрағы еңел булһын.