Телевидение яңылыҡтарында мут әҙәмдәрҙең ҡорбанына әйләнгән әбей һәм бабайҙарҙы йыш күрһәтәләр. Уларҙың берәүҙәре балаларын йә ейәндәрен “яуыз милиция”нан ҡотҡарам тип ниндәйҙер билдәһеҙ иҫәпкә аҡса күсергән, икенселәре нәҫел-нәсәбенә бай мираҫ ҡалдырыу ниәтендә тиҫтәләрсә йыл буйы йыйған пенсияһын финанс пирамидаһына тыҡҡан, өсөнсөләре “хәтәр шәп дарыу” һатып алыу өсөн йөҙҙәрсә мең һумын тотонған...Алдашыу, хәйлә менән аҡса эшләүселәр ҡапҡанына иң күбе оло йәштәгеләр эләгә. Ни өсөнмө? Сөнки, белеүебеҙсә, улар бәләкәй саҡтан шулай тәрбиәләнгән: бер ваҡытта ла мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙмай ҡалмаҫҡа, һәр кемдең хәленә инергә тырышырға кәрәк, тип өйрәнгәндәр. Ышаныусандар. Күңелдәрендә саҡ ҡына шик-шөбһә тыуҙымы – ҡурҡыуға ҡалалар.
Ә мутлашыусылар шуны ғына көтә лә инде. Кеше психологияһын яҡшы белгән, маҡсатына өлгәшеү өсөн теләһә нисек ҡыланырға әҙер был әҙәмдәр өлкәндәрҙең ышанысын яулауҙың төрлө юлдарын табып ҡына тора. Күрәҙәсе, экстрасенс, төш юраусы һымаҡ “белгестәр” яҡындарыңа янаған бәлә-ҡаза, күҙ тейеүҙәр, ҡарғыш менән ҡурҡытһа, “халыҡ табиптары” ғүмерҙә лә ишетелмәгән ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы таба, “коммуналь хеҙмәткәрҙәр” йылдар буйы йыйылып килгән бурыс тураһында иҫкәртә... Әлбиттә, оло йәштәгеләр бындай һүҙҙәргә битараф ҡала алмай. Психологтар әйтеүенсә, беренсенән, уларҙың мейеһендә логик фекерләү өсөн яуап биргән бүлексәләр йылдан-йыл әүҙемлеген юғалта, икенсенән, ҡартайған һайын кеше яңғыҙлығын, хәстәрлеккә мохтажлығын нығыраҡ тоя.
“Үҙенсәлекле тауар” тәҡдим итеп йөрөүселәр ҙә бик һирәк осраҡта уңышҡа өлгәшмәй. Яңғыҙ йәшәгән әбей һәм бабайҙарҙың өйөнә килеп, сәғәттәр буйы баштарын бутап, ябай ғына әйберҙәрҙе тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә мең һумға һатып китә улар. Йәнәһе, балаҫтан күҙгә күренмәҫ талпандарҙы таба, һауалағы паразиттарҙы бөтөрә торған мөғжизәле саң һурҙырғыстар, һыуҙы һәр төрлө ағыуҙан таҙартыусы һәм файҙалы матдәләр менән байытыусы приборҙар тормошоғоҙҙо бик күп ауырлыҡтарҙан арындырасаҡ. Тик аҙаҡ, киреһенсә, күңел алданған, матди юғалтыу кисергән өсөн үкенеү, ят кешеләрҙән хәүефләнеү тойғолары менән тула.
Ҡайһы берҙә тағы ла ҙурыраҡ отош вәғәҙә итәләр. Мәҫәлән, пенсионерҙың кеҫә телефонына бушлай яңы автомобиль алыу йәки миллионер булыу мөмкинлеге тураһында SMS-хәбәр килә. Ошо уҡ номерға яуап тексы яҙырға, шылтыратырға йә иһә фәлән иҫәпкә аҡса күсерергә генә кәрәк, имеш. Элегерәк бушлай таратылған гәзиттәрҙәге иғлан буйынса хат ебәреп, тәҡдим ителгән каталог буйынса ҡиммәт хаҡҡа тауарҙар алдырып, йылдар буйы отош көтөп һемәйгәндәр ҙә һаман өмөтөн өҙмәгән – бер үк тырмаға баҫалар.
Әлбиттә, алданыусыларҙан бер кемде лә тәнҡитләргә, өгөтләргә иҫәп юҡ. Ни бары бер нисә кәңәште иҫтә тотоуығыҙҙы һорайбыҙ. Улар өлкәндәргә генә түгел, йәшерәктәргә лә файҙалы булыр, моғайын.
* Бер ваҡытта ла телефон аша мөрәжәғәт иткән ят кешеләргә үҙегеҙ һәм туғандарығыҙ тураһында мәғлүмәт бирмәгеҙ.
* Бер кемгә лә, нисек кенә үтенеүенә ҡарамаҫтан, документтарығыҙҙы (паспорт, һаҡлыҡ кенәгәһе, фатирға йә ергә хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ һ.б.) тоттормағыҙ.
* Тексының йөкмәткеһе аңлашылмаған ҡағыҙҙарға ҡул ҡуймағыҙ.
* Күрше-күләнегеҙ менән татыулыҡты һаҡлағыҙ, улар кәрәк саҡта ярҙамға килер, һеҙ өйҙә юҡ саҡта йортоғоҙға күҙ-ҡолаҡ булыр.
* Кәрәге тейерлек телефон һандарын яҙып алып, ҡул осонда тотоғоҙ. Әгәр һеҙгә тәҡдим ителгән берәй тауар йәки хеҙмәт шик тыуҙыра икән, төрлө инстанцияларға һис тартынып тормайынса шылтыратығыҙ.
* Медицина ҡорамалдарын һәм дарыуҙарҙы урам буйында йә ишек төбөндә тәҡдим итмәйҙәр. Һаулыҡҡа ысынлап та файҙа килтерерлек әйберҙәр дарыуханаларҙа һәм дауалау үҙәктәрендә генә һатыла.
* Таныш булмаған әҙәмдәргә ишек асмағыҙ. Мутлашыусылар, ғәҙәттә, үҙҙәрен коммуналь йәки социаль хеҙмәткәр тип таныта.
* Әгәр бәләгә тарыһағыҙ, стационар телефондан – 02, мобиль элемтә аппаратынан 102 һандарын йыйып, полицияға шылтыратығыҙ.