Тышта ҡар яуа, ҡар яуа...29.03.2012
Календарҙа күптән яҙ булһа ла, ҡыш китергә ашыҡмай, һаман ҡаршылаша. Ғинуар, февралдә яумаған ҡар бер ыңғай марттың һуңғы аҙнаһында яуып бөтөргә ашыҡҡан кеүек тойола. Күктә йә ҡояш йылмая, йә ҡапыл ҡотороп киткән ел болоттар килтереп, шунда уҡ буранлай ҙа башлай. Үткән көндәрҙә баш ҡалала ыжғырған әсе буран үҙе ни тора!
Ел ҡала урамдарына ғына түгел, федераль трасса юлдарына ла көрт һалды, боҙлауыҡ булды.
М-5 “Урал”, М-7 “Волга”, Р-240 Өфө – Ырымбур юлдарын таҙартыу тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Бында 87 грейдер, бульдозер, юл таҙартыу машиналары эшләй. Ҡарҙың бер туҡтауһыҙ яуыуы ҡыйынлыҡ тыуҙырһа ла, ваҡытында таҙартып өлгөрәләр. Ҡар яуыуы дауам итһә, “Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль магистрале идаралығы” өҫтәмә техника һәм кешеләр сығарырға иҫәп тота.
И. ӘХМӘҘИЕВ.


Вернуться назад