Һынамыштар01.12.2011
Ҡыш ҡарлы икән – йәй ямғырлы.
Ҡыш ҡоро һәм һалҡын булһа, йәй ҡоро һәм эҫе булыр.
Ҡарлы ҡыш үләндең яҡшы үҫеүенә булышлыҡ итә.
Йондоҙҙар ныҡ ялтыраһа – һалҡынға.
Ҡыш урман шаулай икән – көн йылыта.
Турғайҙар дәррәү сырҡылдаша икән – йылытасаҡ.
Үрмәкселәр әүҙемләшеп, ау туҡый икән, ун көндән һалҡын төшә; йәшенәләр икән – йылытасаҡ.
Ағастарға бәҫ мул ҡунһа, көрт һалһа, ер тәрәнгәсә туңһа – уңышҡа.