Матурлығы, үҙенсәлекле архитектур ҡоролошо менән йыраҡтан уҡ иғтибарҙы йәлеп итеп, үҙенә тартып тора ул. Сәләмләп ҡаршылай, фатиха биреп оҙата. Әл-хәмдү лил-ләһ, Өфөнөң Нуғай ауылында дүрт йыл элек эшләй башлаған был һоҡланғыс мәсеттең тупһаһына саң ҡундырмай халыҡ. – Тәүҙә, иман йорто булмағанда, йома намаҙҙарын ошондағы мосолмандар йәшәгән өйҙәрҙә уҙғара торғайныҡ, – тип хәтерләй 2004 йылда Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың ҡарары менән ауылға имам-хатип итеп тәғәйенләнгән Ришат хәҙрәт Мөхәмәтуллин. – Ике йыл тирәһе шулай йөрөлдө. Унан мәхәллә булдырып, мәсет асырға ҡарар иттек. Төҙөлөштө атҡарып сығыуҙа баш ҡала хакимиәте, эргә-тирәләге ауылдар халҡы һәм башҡалар ҙур ярҙам күрһәтте.
Йылдан-йыл ҙурайған Нуғайҙа яңы ҡоролған ғаиләләр айырыуса күп. Шуға ла мәсеткә йөрөгәндәр араһында йәштәрҙең, балаларҙың күплегенә аптырайһы түгел. Иман йортонда төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашлығында Ураҙа, Ҡорбан байрамдары, башҡа саралар үткәрелә, уларҙа халыҡ гел шығырым тулы була. Шулай уҡ никах туйҙары уҙғаралар, сабыйҙарға исем ҡушалар. Йома намаҙына йөҙләп кеше даими йөрөй.
“Мәсеттең эшмәкәрлеген көнүҙәк бурыстарға, маҡсаттарға ярашлы ойоштороу мөһим”, – ти Ришат хәҙрәт. Үҙҙәре тап шулай итә лә. Мәҫәлән, былтыр иман йортонда Абдул-Ғәзиз (Руслан) хәҙрәт Дилмөхәмәтов балалар өсөн бушлай ғәрәп теле дәрестәре үткәрә башлаған. Биләмәлә Ислам йолалары буйынса хеҙмәтләндереүсе “Зәм-зәм” тигән ресторан эшләй, хәләл ризыҡтар магазины, мосолман атрибутикаһы һәм дини китаптар кибете асылған. Ришат хәҙрәттең бындағы балалар өсөн уйын майҙансығын ҙурайтыу, яңы өйләнешкәндәр иҫтәлеккә фотоға төшә алһын тигән маҡсатта гөл-баҡсалы парк ойоштороу, һыу буйына төшә торған урынды матурлау ниәте лә бар.
Оло юл буйында ятҡанға күрә, мәсет биләмәһе сауҙа, етештереү объекттары өсөн урын эҙләгән байтаҡ эшҡыуарҙы ҡыҙыҡһындыра, әммә мәхәллә ағзалары һәр тәҡдимгә һағайып ҡарай. Шулай ҙа, моғайын, тиҙҙән Нуғай мәсете янында тауар һатыу, халыҡты хеҙмәтләндереү тәғәйенләнешендәге яңы биналар барлыҡҡа килер. Ни тиһәң дә, уларға ихтыяж ҙур. Ришат хәҙрәттең хыялынса, иман йорто ҡарамағында мохтаждарға ярҙам итеүсе хәйриә фонды, дини баҫмалар нәшриәте асыу бик яҡшы булыр ине. Әйткәндәй, әле башҡорт һәм урыҫ телдәрендә “Нуғай мәсете” тигән китап сығарырға әҙерләнәләр. Унда ауылдың барлыҡҡа килеүе, мәхәллә төҙөү, мәсет һалыу тарихы, бағыусылар, попечителдәр советы ағзалары, иман йортоноң әлеге эшмәкәрлеге һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт тупланған.
– Иң мөһиме – мәсет күберәк кешене йәлеп итһен, айырыуса йәштәрҙе хаҡ юлға әйҙәһен. Иман йортон төҙөгәндә беҙгә төрлө яҡлап булышлыҡ ҡылған, таяныс булған барыһының да теләге шул. Изге ниәттәребеҙ бойомға ашыр, мәсетебеҙ бик күп быуындар күңеленә иман нуры сәсер, иншаллаһ, – ти Ришат хәҙрәт Мөхәмәтуллин.