Һәр ғәмәлдә сама кәрәк29.03.2012
Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һуңғы тикшеренеүҙәре күптәрҙе хайран ҡалдырған: абруйлы белгестәр вегетарианлыҡты үҙ итеүселәрҙе психик сирлеләргә тиңләгән.
Иттең һәммә төрөнән баш тартыусы һәм унһыҙ ҙа тулы ҡанлы, һау-сәләмәт тормош алып барып булыуҙы иҫбатларға тырышыусылар ит аҙыҡтары етештереүселәрҙе вәхшиҙәргә тиңләй. Әммә Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре күптән түгел Испанияла булған ҡот осҡос хәлде миҫалға килтерә: бер ғаиләлә вегетариан ата-әсә балаларын ябыҡтырып, иҫтән яҙғансы емеш-йәшелсә һәм үлән менән туҡландырған. Күршеләренең битараф ҡалмауы арҡаһында ғына балаларҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалғандар, ә ата-әсәне психиатрия клиникаһына дауаларға ебәргәндәр. Һығымта бер – һәр ғәмәлдә сама кәрәк.