Имандан яҙҙырмаһын03.02.2017
Ауылға ҡайтҡанда апайым менән еҙнәм сәйгә саҡырҙы. Пенсия йәшендәге абруйлы кешеләр, ҡала ситендә күркәм йорт һалып, донъя көтәләр, өйгә терәтеп, заманса мунса яңыртҡандар икән. “Ҡала кешеләренә мунса танһыҡ, әйҙә, килеп һынап ҡайтығыҙ”, – тигәс, ваҡыт тар булһа ла, ололарҙың һүҙен йыҡманыҡ.
Хәл-әхүәлдәрҙе барлап, хәбәр йомғағын һүткәндә, күҙем кәштәләге йәшел тышлы ҡалын китапҡа төштө. Изге китап – Ҡөрьән икән. Ғәрәп телендә, Ҡазанда баҫылған. 1907 йылғы китаптың репринт баҫмаһы (ҡасандыр донъя күргән баҫманы бер үҙгәртеүһеҙ яңыртыу). Һис шикһеҙ, йортҡа ҡот, рух өҫтәп торған зиннәтле ғәмәл. Тик шуныһы: еҙнәм дә, апайым да диндар түгел, донъяуи ҡанундарға таянып донъя көткән ҡәҙимге кешеләр. Шуға был баҫма, дини белем сығанағы булыуҙан бигерәк, кәштәлә йорт биҙәге сүрәтендә торалыр, тип һығымта яһарға ашыҡтым... Ә яңылышҡанымды аҙағыраҡ аңланым.
– Ҡайҙан килеп эләкте һеҙгә был китап? – тим ҡыҙыҡһыныуымды тыя алмай.
– Һөйләһәң, кеше ышанмаҫлыҡ хәл, – тип сабыр ғына йылмая еҙнәм. Ул оҙаҡ йылдар производствола эшләне, етәксе вазифалар биләне. Һәр ваҡыт дәрәжәһен белеп һөйләшә, аҡыллы, төплө кеше.
– Еҙнә, һөйлә инде, мин ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе яратам, – һүҙҙе шаяртыуға борам.
– 90-сы йылдар уртаһы ине. Беҙҙең ҡатырға-рубероид заводына сеймалды илдең төрлө төбәктәренән алып киләләр, ауыр йылдарҙа ла производство туҡтаманы. Бер көн шулай йөк машиналарын ҡабул итеп, теркәп торған кеше ашығып кабинетыма килеп инде, йөҙө ифрат борсоулы.
– Унда шундай-шундай тарафтан бер “КамАЗ” сеймал килтергәндәр, иҫке китаптар, тинеләр...
– Шунан ни булған? Заводҡа макулатура көн дә килеп тора. Нимәһе бар уның?
– Беҙ асып ҡараныҡ – ябай китаптар түгел бит әле...Ҡөрьән алып килгәндәр, ҡатырғаға әйләндерергә тип...
Хәҙер мин хайран ҡалдым. Сығып машинаның көпләүен асып ҡарайым: бер кузов Ҡөрьән өйөп тултырылған! Йәшел тышлы, ҡалын баҫмалар...
Хәбәр тиҙ арала завод буйлап таралды, хаяһыҙлыҡҡа юл ҡуйылманы. Китаптарҙы заводтың күп һанлы эшселәре бүлешеп алып бөттө. Дөрөҫөн әйткәндә, мин баҙап ҡалдым, үҙемә бер дана китап алырға ла уңайһыҙландым. Кабинетҡа бер хеҙмәттәшем: “Ағай, мин һеҙгә лә алдым”, – тип индереп китмәһә, был һөйләшеү, бәлки, булмаҫ та ине.
Ҡөрьәнде оҙаҡ ваҡыт кабинетымда тоттом, пенсияға сыҡҡас, өйгә алып ҡайттым. Бер ғәмәлгә ышандыра алам: ул “КамАЗ”-дан бер генә китап та цехҡа эшкәртеүгә эләкмәне, һәр данаһы беҙҙең төбәктәге кемдеңдер йортона ҡот биреп тора бөгөн, – тип тамамланы һүҙен еҙнәм.
Диндар булмау иманһыҙ тигәнде аңлатмай шул... Ә изге китапты йөк машинаһына тейәп ебәргән яҡтарҙа иман нуры ҡалдымы икән?