Баҙырлап яна усаҡ03.02.2017
Баҙырлап яна усаҡ Йылға ғүмере
Бормаланып аға йылға,
Шишмә сағын һағына.
Ә ул анау күкһелләнгән
Тауҙар аҫтында ғына.
Ҡарарлыҡ шул йыш боролоп, –
Йылдар ятмай арала:
Йылға өсөн үткән ғүмер
Саҡ(ы)рымлап һанала.

Аңлаталар
Таныйһыңмы мине, тауым? –
Мин һине саҡ таныйым:
Аҡтарып бер битләүеңде,
Төҙөгәндәр яңы юл.
Аңлаталар: шулай кәрәк –
Уңайлыраҡ юл йөрөү.
Тормош быны талап итә,
Өҫтән, имеш, бойороу...
Бер уйлаһаң, бәйләнерлек
Юҡ һымаҡ һис тә урын.
Ә миңә һурып алғандай
Йөрәгемдең яртыһын.
Йән таланып, тороп ҡалғас
Яртылаш ҡына йөрәк,
Аңлаталар: шулай кәрәк –
Шулай бит уңайлыраҡ.

Тынмаһын!
Һыуҙар гел дә ташып аҡмай,
Гел ҡаҡмай ярҙарына:
Һыуҙар тыныс ағалар ул –
Ярһыйҙар яҙҙа ғына.
Йөрәктәге тамырҙарҙай,
Юлдары тармаҡ-тармаҡ.
Беҙҙә лә ҡан һәр саҡ аға,
Тик аға башҡасараҡ:
Аға алмай ташмайынса,
Ҡаҡмайынса ярҙарға,
Тулҡынланмай түҙә алмай –
Һыу түгел, ҡан булғанға.
Һыу булһа, гел ташмаҫ ине,
Тибер ине йөрәк тын...
Тынмаһын ул!
Тик, үтенһә,
Һыу бирегеҙ бер йотом.

Ғәрәп әлифбаһы
Ғәрәпсәгә етмәй бүтән яҙыу,
Ул үҙенән-үҙе үрелә.
Офоҡтағы кескәй ап-аҡ болот
“Алла” һүҙе булып күренә.
Ана тора әлиф, тегендә – ләм.
Мим хәрефе ары түгелме?
Әлиф, ләм, мим тип бер һупалаһам,
Яҡтырғандай була күңелем.
Белмәйсә лә ғәрәп әлифбаһын,
Йәнгә һеңә Китап һүҙҙәре:
Уңдан һулға,
Уңдан һулға етә
Болоттарҙың байҡау теҙмәһе.

Иң тәрән сер
Кеше алыҫ Марсҡа ла
Баҫыр тиҙҙән аяғын.
Бүтән дә күк есемдәрен
Яҡынайтыр ул тағын.
Тик иң тәрән сер буласаҡ
Һәр ваҡыт кеше йәне.
Ул сергә бер табиптың да
Үтеп инмәҫ энәһе.
Бер уйлаһаң, бына ғына –
Һис ни юҡ яҡыныраҡ.
Бер уйлаһаң, мәңге осоп
Етмәҫлек йондоҙ һымаҡ.
Үҙләштереп бөткәндә лә
Йыһандың төрлө яғын,
Бер ҡасан да баҫа алмаҫ
Кеше уға аяғын.
Былай булһа...

Таралып тырым-тырағай
Дөм ҡараңғы күктәрҙә,
Быҫҡыйҙар тоноҡ йондоҙҙар,
Йыйынғандай төнәргә.
Ә бөтөнләй ебектәре,
Йоҡоға сумып тамам,
Төнәгенән ысҡына ла
Мәтәлләй ергә табан...
Тәртип тигән нәмә әллә
Күк йөҙөндә һис юҡмы?
Былай булһа, бар донъяны
Баҫасаҡ бит ныҡ йоҡо.
Үлемдәргә тиң йоҡонан
Уны ни алып сығыр? –
Ҡабаттан Һүҙ* кәрәктер бит,
Һүҙ генә түгел – Шиғыр.
Төн буйына быҫҡығансы
Тырым-тырағай туҙып,
Эй, йондоҙҙар,
Теҙелегеҙ
Илаһи Шиғыр булып!
–––––––––––––––
* Тәүратта иң элек Һүҙ булған
тип әйтелә.

Яҙ ҡошо
Рәйес Түләктең арабыҙҙан
китеүенә 10 йыл тула

Ҡоштар көҙөн китә.
Ә һин иһә
Яҙға ғына сыҡҡас юлландың.
Аяманы һине тыуған ерҙә
Яҙмыштарҙың ыҙғыр бураны.
Тиң булманы алыш...
Беҙ бейенек
Ағас ҡылыс һелтәп байрамда.
Һин әсенеп, нәфрәтләнеп яндың
“Яныу” поэмаһын яҙғанда.
Маскарадта ғына башҡортлоҡто
Ҡайыҙланы шиғыр юлдарың,
Ҡаршы төштөң, эркелгәнде күреп
Эстәренә янған ҡураның.
Шундайҙармы ни беҙ?! Көҫәйбеҙме
Арҡабыҙҙан кемдер ҡаҡҡанды?
Уттарға күп беҙҙе этәрҙеләр,
Любезники, тиеп, маладис...
Китһәң дә һин, эргәбеҙҙә һаман
Ишетелә тере тауышың.
Һин һәр ваҡыт күңелебеҙ туңын
Һайрап иретмәксе яҙ ҡошо!
Яҙға ғына сыҡҡас юлландың шул,
Яныуҙарға ҡалғас һәр көнөң,
Йылы эҙләп түгел – үҙең беҙгә
Өҫтәп киттең йөрәк ялҡынын.

Тиң күрмәнең
Тиң күрмәнең мине, ҡошҡай:
Һайраның да янымда,
Сүп өйөмө тәңгәленән
Остоң бәхет яғына.
Ни эшләйем, һинекеләй
Булмағас минең йәнем?
Ни ҡанат, ни моң яғынан
Маһирлыҡ тигәндәрең.
Беләм, бик күп ул минһеҙ ҙә
Бына тигән йырсылар! –
Ҡош булып тыумауҙарына
Ҡайғырып йырлай улар.

Эңерге усаҡ
Көн үткәнсе арығандай,
Батты ҡояш ҡыҙарып.
Болоттарға ҡабып ҡалды,
Үрелеп, ялҡындары.
Шәфәҡ булып, көнбайышта
Баҙырлап яна усаҡ,
Ел тарата уның ҡуҙын,
Ҡоромо бейек оса.
Осҡондары берәм-берәм
Ҡабына йондоҙ булып.
Көйрәй усаҡ, һүрелә ут –
Ҡуйыра ҡараңғылыҡ.
Күккә үрләр усаҡтан да
Тороп ҡала көл-күмер...
Көл-күмерҙең аҫтында ла
Йондоҙло әле күңел!

Таң
Таң!.. Һыҙыла ал таң.
Таң!.. Урал – Ватан.
Таң!.. Йөрәк ҡалҡан –
Һиңә, Башҡортостан!
Уяу булһын аң,
Ойомаһын ҡан.
Олтан булмайыҡ –
Булайыҡ солтан.
Таң!.. Таң!.. Таң!..


Вернуться назад