Уны ҡояш үпкәндер03.02.2017
Уны ҡояш үпкәндер — Маңлайыма тай типмәгән әле, бесәй кеүек атлаған һайын бәпәй тап, имеш. Хәҙер алтмышынсы йылдар, замана башҡа. Юҡ, өгөтләмә лә, әҙәм көл­дөрмәйем. Бик кәрәк булһа, үҙең тап, — тип асыуҙан ҡабынып киткән Нәркәс иренең ауыҙын ябырға тырышты.
Килеп тыуған хәлде бөгөн үҙгәртмәһәң, иртәгә һуң булырын көт тә тор. Нәркәстең йәше 45-тә. Ейәндәр иркәләр саҡта бишектәге баланы бәүетеп ултыр инде. Кейәүгә һуң сыҡты. Әммә өлгөрөргә ниәт иткәндәй бер-бер артлы дүрт бала тапты үҙе. Ҡатын көндө төнгә ялғап “аяҡһыҙ ҙа ҡулһыҙ” балаларҙы ҡарап тамам арығанын тойҙо. Береһе илаһа, ҡалғандары ла шуны ғына көткәндәй, балауыҙ һығыуға ҡушылып китергә әҙер тора. Дүрт бала көйөн көйләп арыған ҡатын өсөн йөккә уҙыуы хаҡындағы хәбәр йәшен һуҡ­ҡандай ҡабул ителде. Наҙ сығанағы, нәфислек өлгөһө гүзәл зат вәкиленән ни ҡалды һуң үҙендә? Өҫ-башын ҡарап, килешле кейем кейеп, бейек үксәле туфлиҙа йөрөгәндәре “үткән быуатта” ҡалды, тиерһең. Кеше янына сығып, эшләп ҡайтыуҙары үҙе бер ғүмер ине. Йәнә бер бала тапһа, тормош һаҙлығынан сығыу юлы көрсөккә инеүен күҙаллап, теүәл ҡарарға килде Нәркәс.
Тик Булат был хәлгә бөтөнләй башҡаса ҡараны. Мәктәп эскәм­йәһенән тиерлек һуғышҡа эләгеп, ер өҫтөндәге тамуҡ — әсирлек аша үткән иренең “аборт” һүҙен ишетеү менән сәстәре үрә торҙо. Ул, ҡатынын уттан алып һыуға һалып, тауыш ҡуптарҙы. Уртаға һалып аңлашырға ла тырышты, әммә һәр ҡайһыһының үҙ туҡ­һаны туҡһан. Нәркәс тейешле анализдар биреп йөрөгән саҡта ир ҡатындың көйөн табыу яғын ҡараны. Өгөтләне, наҙланы, аң­латты, ялбарҙы. Әммә мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйған хәләл ефетенең маҡсатын тормошҡа ашырыуҙа бер ни ҡамасауламауын аңлаған ирҙең түҙемлеге тамам бөттө.
Дауаханаға ашыҡҡан ҡатындың юлына ҡаршы төштө лә, күҙҙәренә тултырып ҡарап, уға: “Әсирлектә немецтар йәндәре тәндәренән сығып бөтмәгән һалдаттарҙы кәрәкмәгән сүптәй соҡорға этеп бәргән­дәрен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Бәғрем, йән эйәһен юҡ итеүе тиҙ ул. Юҡ итергә тырышыуың йөрәгемде өҙә. Фашистар дошман иткәндәрен иҙеп үлтерҙе, ә һин Аллаһы биргән үҙ ғәзиз балаңды соҡорға бәрергә йыйынаһың. Иманыңдан йәйәү ҡасҡанһыңдыр. Һин фашистан да яма­ныраҡ зат, тимәк? Бел: риза-бәхиллегем юҡ. Дауаханаға бараһың икән, шунда ҡал. Кире ҡайтыр юлың өҙөлһөн”, — тип сал сәсле башын эйеп, диванда урын алды.
Тамағына төйөр ултырған ирҙең битен күҙ йәше сылатты. Типһә тимер өҙөрҙәй Булат заманында үлемдең һалҡын ҡара­шынан да ҡаушаманы. Кескәй сабыйын һаҡлап ҡалыу мөмкин түгеллеге күңелен ҡырҙы, тыныслығын тамам юйҙы. Тик был һүҙҙәр теүәл ҡарарға килгән Нәркәстең йөрәген ялҡындай өтөп алды. Ишекте асҡан ҡатын үҙен ике ут араһында ҡал­ғандай тойҙо. Рәнйегән иренең һүҙҙәре иҫән ҡалырына ышанысын юйып ташланы һымаҡ.
Йөрәге алынған әсә, бар асыуы менән ишекте шаҡ итеп кире ябып, Булат янына килде. Ауыр һулап уның йәнәшәһенә ултырҙы ла, бер һүҙ ҡушмай, күҙ йәш­тәренә ирек бирҙе: “Мин фашист түгел. Ишле бала ҡарау өсөн күп кәрәк. Юҡлыҡ тамам йөҙәтте. Һуған һыуы һурабыҙмы инде хәҙер?” — тип аҡланғандай, мыш-мыш килеп ебегән танауын һөрттө. Өс урында эшләп ғаиләһен ҡараған иргә үпкә белдереү урынһыҙ икәне билдәле. Әммә нисек кенә булмаһын, Булаттың йән өҙгөс хәтирәләре һәм үҙ талабын ҡаты ҡуйыуы ҡатындың пландарын юҡ итте.
— Нәркәс, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тиҙәр. Бошонма, уның өлөшө беҙҙекен кәметмәҫ. Иҫән-һаумын. Түбәгә төкөрөп ятмайбыҙ, эшләрбеҙ. Йән биргәнгә йүн бирә, тип әйтә ололар. Һуғышта һөлөктәй иптәштәремде юғалттым. Уларҙы кире ҡайтарып булмай. Тыуаһы сабыйы­быҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалайыҡ, — тип үҙенең һүҙенә ҡолаҡ һалған тормош иптәшенә ихлас мөнәсәбәтен күрһәтергә ашыҡты.
Ул Нәркәсте наҙлап ҡосоп алды, саҡ ҡына ҡулдары менән ҡағылып, бер ни менән дә барлығын әле һиҙҙермәгән бәпәй менән һүҙһеҙ аңлашҡандай: “Ә беҙҙең йәшәге килә бит, әсәй”, — тип бышылданы...
Ололарҙың ҡул араһына индерер ниәттән балаларын һәр ваҡыт эшкә йәлеп итергә тырышты атай кеше. Оҙон буйлы, ныҡлы кәүҙәле ир улар янында саф йөрәкле сабыйға тиң. Һәр ҡайһыһының күңелен күреп, Нәркәстең әйтмәгән теләктәрен дә аңларға, уның тыныслығын бер ни менән борсомаҫҡа тейешлеген уйланы, һаҡ булды. Бәпәй көткән саҡта нәфис заттың күңеле иләҫ-миләҫ булыусанлығы Булатҡа бик яҡшы таныш...

* * *

1 сентябрь көндө ағай-апайҙары иртүк тороп мәктәпкә әҙерләнде. Береһе йыуына, икенсеһе аяҡ кейемен кремлап ялтырата. Нәркәс ҡыҙҙарының сәстәрен таҫмалап үргән арала бәләкәй Филүс тә кейенә башланы.
— Ә һин ҡайҙа ашығаһың әле, таң сыпсығы? — тип әсәһе малайға аптыраулы ҡараш ташланы.
— Мин дә улар менән барам инде, — тип ул, әсәһенең ҡулынан тараҡты алып, ерән сәстәрен тараны, кәсәлә яһалып ҡуйылған сәйҙе баҫҡан килеш кенә эсеп алды.
— Һиңә иртә әлегә, ете йәшең тулғас ҡына мәктәпкә индерәләр, — тип апалары бер-береһен бүлдереп аңлатыу эшен башланы.
— Йүләр, өлгөрөрһөң әле, — тип ауыҙ йырған Илгиз ағаһына Филүс асыулы ҡараш ташлап: “Өйрәтмә, атыу кисә һарай янында ҡасып төтөн сығарғаныңды атайға әйтәм”, — тип ололарса уны туҡтатты. Илгиз ҡыҙарҙы, әммә шым булды. Бәхәс­ләшеү урынһыҙ икәнен аңлап, кесе малайға ла ағаһының иҫке сумкаһын тотторҙолар. Ҡәләм, ручка — пеналда. Ул да ағай-апайҙары менән, үҙен ҙур кеше итеп тойоп, мәктәпкә юл алды. Бәләкәй генә ауыл мәктәбендә тантаналы линейка бик тиҙ үтте. Мөғәллимдәр уҡыусыларҙы айырым бүлмәләргә саҡырҙы. Тик Филүс кенә улар менән мәктәпкә үтә алманы. Сәсен бесән өйөмө кеүек баш осона өйгән күҙлекле апай уға үҫкәс килергә ҡушты. Тағы бер ҡыш һәм бер йәй үткәс, тип аңлатып, һипкелле ма­лайҙы ҡапҡаға тиклем оҙатып уҡ ҡуй­ҙы ул. Был ҡыҙыл иренле апай Филүскә бик йәмһеҙ тойолдо, сөнки уның да ағай-апайҙары менән бергә шау-шыу тынмаған бүлмәләргә үтергә ине иҫәбе. Ә ул уны тыңлап та бөтмәй кире борҙо. Ағаһының ҙур сумкаһын ергә һөйрәтеп, уҡыусылар рәтенә инмәгән малай өйөнә юл алды. Әрләмәнеләр ҙә, һуҡманылар ҙа, ә уға бик ҡыйын, хатта илағыһы килә ине. Илаһа, тағы берәйһе “үҫмәгән” тип уйлар, тип ҡурҡты малай. Ә зәңгәр күҙ­ҙәрендә йәш пәрҙәһе — мөлдөрәмә. Ул, күҙ йәше аҡмаһын тип тыйылып, мыш­ҡылдаған төймә танауын тартып, өйгә үтте.
Мәктәпкә тәү тапҡыр барған уҡыусыға ҡаршы сыҡҡан атаһы, йылмайып: “Улым, донъя шулай ул, барыһы ла һин тигәнсә генә барып сыҡмай шул”, — тип малайҙы алдына ултыртып ҡосаҡланы. “Егеттәр иламай, улар ныҡ була. Бирешмәҫкә кәрәк, бар ауырлыҡтарҙы ла шулай еңерһең”, — тип Филүскә ауыҙ асырға ла бирмәне. Хәйер, улының ни әйтәһен үҙе һәр саҡ алдан белеп тора. Бәлки, шуға ла кесе улы, атаһы күләгәһеләй, һәр саҡ Булат янында. Ғаилә башлығы йәнәшәһендә ул үҙен ҙур кеше итеп тойҙо. Ҡушҡан йомоштарын үтәп маҡталыуы күңелле лә ине үҙенә. Булат, кесе улын һәр саҡ ҡеүәт­ләп, эшкә өйрәтергә, уның менән һөй­ләшергә әүәҫ. Филүс, мәшәҡәткә сумып, иртәнге мәктәп мажараһын онотоп өлгөрҙө. Тик уҡыуҙан ҡайтҡан Азат ағаһы:
— Филүстең һипкелдәре күп булғанға уны мәктәпкә алманылар, — тип төртмәле һүҙ менән ҡустыһының эсен бошорҙо бер аҙ.
— Юҡ, сәсенә ҡара буяу етмәгәнгә алманылар үҙен, — тип Илгиз ағаһы ла күҙ ҡыҫып ауыҙын йырҙы.
— Юҡты һөйләмәгеҙ. Һипкелле түгел, уны шулай ҡояш үпкән. Ҡыҙ булһа сәсен буяп торорға ла кәрәк булмаҫ ине, ана өләсәйҙең сәсе һәр саҡ буялған кеүек, — тип Нәфисә апаһы кесе туғанын яҡлай башланы.
— Үпмәһә лә булыр ине. Бер ҡыш менән бер йәй үткәс, мине мәктәпкә алалар, — тип малай иң мөһим хәбәрҙе әйтеп һалды. Тик был һүҙҙәрҙе береһе лә ишетмәне кеүек, шуға иҫтәре китмәне. Уның өсөн был эш — иң мөһиме. Ә Филүс был көндән башлап бер ҡыш һәм бер йәй үткәнен түҙемһеҙлек менән көтә башланы...
Ишле балалы ғаиләлә эше лә, ялы ла күңелле. Филүс бер эштән дә ҡурҡа торғандарҙан түгел. Күп йомошҡа уны йүгерттеләр. Ағай-апайҙары өйрәтеүенә лә күнекте малай. Үҙе етеҙ, бер ҡушҡанды кире ҡаҡмай: баҡсала йәшелсә түтәл­дәренә һыу һибешә, ҡаҙҙарҙы, өйрәктәрҙе йылғанан алып ҡайта, көтөүҙән йортҡа инмәй уҙған һарыҡтарҙы эҙләп алып ҡайта. Ҙур ағаһы йомоштарына Филүс үтә иғтибарлы, сөнки ул бер аҙ үҫеү менән уны мотороллерҙа йөрөргә өйрәтәсәген үҙе әйтте. Шуға ла ағаһы шул техникаһын ремонтлағанда — Филүс һәр саҡ янында. Еп кеүек төҫлө “юлдар” тимергә тоташа, һүтәһе урыны, нығытаһы шөрөптәре күптер, тип ағаһына кәрәк-яраҡты һуҙырға һәр саҡ әҙер. Ике көн ремонт дауам итте, “ассистент малай” ҙа тамам арыны. Азат ағаһы: “Бензин һалырға ҡапҡаслы банка килтер”, —тип бойорҙо. Асыҡ келәт эсендә малайҙың күҙенә бер банка салынды. Эсендә — бойҙай. Филүс уны ағаһына һуҙҙы. Олоһоноң бойороғо теүәл: “Бушты килтер!” Башҡаны эҙләп торорға кәрәк, бойҙайҙы ҡош-ҡорт һауытына бер нәҙек буй итеп йәһәт кенә һалып, Филүс банканы ағаһына һуҙҙы. Өйрәктәр, ҡаҙҙар йүгерешеп килеп, ул бойҙайҙы күҙ асып йомған арала юҡ итте лә ҡуйҙы. “Тәмле кән­фит күп түгел. Ана, бутау ашағыҙ”, — тип малай уларҙы ҡыуып эшендә булды.
Күпме шөрөп борһалар ҙа был техниканы йөрөтөү түгел, унда ултырып йөрөү бәхете лә тәте­мәне. Филүстең был хәлгә эсе бошто, баҙ ишегенә терәлтеп ҡалдырылған мотороллерҙы юрый ғына булһа ла “йөрөтөргә” ине иҫәбе. Рулде бәләкәй ҡулдары менән ҡыҫып тотоп, ирендәре менән “дырр-дырр” тигән ауаздар сығарып, имеш, юлға сыҡты. Азат ағаһынан каскаһыҙҙарҙы милиция туҡтата икәнен ишеткәс, “барған килеш” кенә касканы алып кейә башланы. Тик руль яйһыҙ боролоп китеүе булды, тимер аты гөрһөлдәп ауҙы. “Дырр-дырр” ауаздары сығарған малай шунда ғына баҙ ишеге асыҡ икәнен шәйләп алды, әммә нисек кенә булһа ла нимәгәлер эләгеп ҡалырға тырышыуы файҙаһыҙ ине: ул шул уңайҙан баҙға сумды. Быны күҙәткән Азат ағаһының ҡото осто, йөҙө ағарып ҡатты. Ул ни уйларға белмәй баҙ ишеге эргәһенә йүгереп килде лә эйелеп: “Әй, Филү-үс, һин иҫәнме? Сыҡ тиҙерәк!” — тип өндәшеп арлы-бирле ҡаранды.
— Ә-әх, ярай әле каска кейгәнмен “мультик булдым”, — тип ҡустыһы баҫҡыс буйлап өҫкә үрмәләне.
Яйлы төшкәндер, юҡһа, йөрөй алмаҫ ине, тигән уйҙар ҡото осҡан Азатҡа йән өрҙө. Ул бәләкәйҙең бысраҡ биттәрен ҡулы менән һөрттө, кейемдәрен ҡаҡ­ҡыланы. Филүс иһә ҡурҡыу түгел, ни булғанын да аңлап еткермәне булһа кәрәк. Ағалы-ҡустылы быны егеттәрсә сер итеп ҡалдырырға һөйләште. Кәйефе ҡырылған “оҫталарға” ремонтта тик атай­ҙары ғына булышыуы ихтимал. Ә уның ваҡыты сикле шул... Иртәгәһенә инде техника төҙәтеү эше ҡайғыһы бөттө. Ни өсөндөр тәгәрәшеп ятып үлгән ҡош-ҡортҡа барыһы ла хайран ҡалды. Сәбәптәрҙе эҙләнеләр.
— Инфекциялыр, — тип һүҙ ҡушты күршеләре.
— Сират сире булһа, бер йорттоҡо ғына үлмәҫ ине, — тип шикләнде икен­селәре. Был “эпидемияның” төп сәбәбен белгәндә, ҡанатын һәлендергән, “мәңге суҡылған” бер ҡаҙ ғына иҫән ҡалды. Тик быға береһе лә һөйөнмәне. Уға ҡарап торған Нәркәс келәткә ашыҡты. Күсе өсөн әҙерләнгән ағыулы бойҙай юҡлығына төшөнгәс:
— “Дуҫтарға” тип әҙерләнгән ағыулы бойҙай — “күстәнәскә” кем тейҙе?” — тип асыулы ҡарашын балаларға ташланы хужабикә. (Ниндәйҙер бер им-том буйынса ҡомаҡтарҙы беҙҙә дуҫтар-оҙон ҡойроҡтар тип атайҙар). Ғәйепле тиҙ табылды. Тик әсәһенең асыулы сағында өндәшмәҫ урынға ул үҙе һораулы ҡарашы менән әсәһенең күҙҙәренә баҡты: “Бәй, әсәй, дуҫтарға ағыу бирәләрме ни?” Әйтерһең дә, янған усаҡҡа кәрәсин һиптеләрме ни. Уның малайға һуғыр иҫәптән күтәргән ҡулын: “Бала юрый эшләмәгән инде”, — тип атаһы тотоп ҡалды. Бәлки, әсәһе һуҡһа, Филүскә еңелерәк тә булыр ине. Нәркәс: “Ашағыҙ инде хәҙер ҡоро бәрәңге”, — тип ярһып әрләй башланы. Ҡысҡырышҡа яҡшы һүҙ кермәй тиеүҙәре хаҡтыр, әсәһе йән асыуы менән: “Ошо малай аҡтығын башта уҡ соҡорҙа ҡалдырырға ине лә бит. Булат дауаханаға барыуҙан күҙ йәштәре менән туҡтатты. Хәҙер беҙҙе астан ҡаҡлата”, — тип һүҙ теҙмәләре яуҙырҙы. Ә һуңғы хәбәре менән ҡатын Филүстең йөрәгендә ут дөрләтте: “Нисек инде соҡорҙа ҡалдырырға?” Бәй, бесәйҙең бәләкәс кенә балаларын сырҡылдап торған килеш һыуҙа батырған кеүекме икән? Филүс күрмәһен тип әйткәндәрен ишетеп, ул ҡыҙыҡһынып барып ҡарағас, хәрәкәтһеҙ ятҡан бәләкәй бесәйҙәрҙе күргәйне. Терелтеп ҡараны, фәтүә булманы. Уларҙы “соҡорға” тип алып киттеләр. Кешеләр ҙә бәпәйҙәрҙе дауахананан алып ҡайта, тиҙәр. Матур булмаған бәпәйҙе һыуға тығып, соҡорға ла бәрәләрме икән?” — тип иҫ-аҡылы китеп, хайран ҡалып тыңланы Филүс. Бәләкәй кеше башында бик күп һорау тыуҙы. Тик әсәһенең бик асыу­лы сағында һорау бирергә генә ҡый­маны ул. Ярай әле ҡунаҡҡа килгән өләсәһе:
— Килен, тыныслан. Улай тип әйтмә. Филүс булмаһа, 55-кә тиклем эшләр инең, әле 50 йәшеңдән ялға туҡтаның, — тип иғтибарҙы башҡа яҡҡа йүнәлтте. Өләсәһе бик һирәк килә уларға. Ә бөгөн уның бында булыуына Филүс сикһеҙ шатланды. “Соҡорға бәрмәгәнгә күрә ял итәһең”, — тине. “Мин файҙа килтергәнмен әсәйгә. Ә ул уны онотҡан. Йәмһеҙ бәпәйҙәрҙе һыуҙа батыралар буғай, минең сәсемдең төҫө оҡшаманымы икән”, — тип үпкә ҡатыш фекер йөрөттө малай. Йәнә һорау бирһә, тағы “үҫмәгән” тип уйлайҙар инде, тип тамам хафаланып өндәшмәҫ булды...

* * *

Көҙ артынан аҡ юрғанлы ҡарҙары, бурандары менән ҡыш та килеп етте. Урамдағы һыуыҡ биттәрҙе семетә. Өй эсендә йылы, рәхәт. Мәктәп уҡыусылары дәрестәрҙән арып-талып ҡайтып йоҡоға киткән төндә Филүс тынғы тапманы. Ул иртәрәк серем итеп алғайны шул. Әллә ниндәй шомло төш күреп, ҡурҡып уянды. Атаһы янына йүгерҙе: ул ҡайтмаған. Әсәһенең дә кәйефе юҡ. “Әсәй, атай ҡасан ҡайта? Ҡайҙа ул, эштәме?” — тип биргән яуапты көтөп тормай үҙе бер-бер артлы һорау яуҙыра башланы.
— Мин ҡайҙан беләйем? Сәғәт һигеҙҙә үк өйҙә булырға тейеш ине, хәҙер инде ярты төн булды. Эсеп йөрөймө икән? Кит инде, бәлиғ булһа ла, был ир кеше аңы баланыҡынан да аҙыраҡ, — тип үҙ алдына һөйләнде.
Филүс тәҙрәгә барып күҙ атты: бер ни күренмәй. Төймә танауын быялаға уҡ терәп, урамды күҙәтте: бер кеше әҫәре лә юҡ, шомло тынлыҡ. Арлы-бирле йөрөһә лә, Филүстең күңеле тынғы тапманы. Ул әсәһенә: “Әйҙә, атайҙың эшенә барабыҙ”, — тип ялбарҙы. Тик Нәркәс: “Уны төндә эҙләп йөрөргә тейешбеҙме ни? Тауышыңды сығарма, юҡ!” — тип ҡырт киҫте. Тик Филүстең өҙмәй ҙә ҡуймай илауына түҙеп булманы. Бер аҙҙан ҡатын: “Ағай-апайҙарың йоҡлай, бергә барһаҡ ҡына”, — тип ризалашты. Филүс һин күр ҙә мин күр — кейенеп тә ҡуйҙы.
Эҙләүселәрҙең иң элек ике ауыл араһында урынлашҡан малсылыҡ ферма­һына барырға ине иҫәптәре. Һалҡын ел һәм тараҡан ҡатырырлыҡ һыуыҡ әсәле-уллы икәү өсөн төн пәрҙәһе аҫтындағы берҙән-бер юлсыларына әүерелде. Урау юлдан ҡурҡыу ҡатыш өс саҡрымлап араны үткәндәре һиҙелмәне лә. Әммә Булаттың тейешле ваҡытта ҡайтып киткәнен ишетеү уларҙы бер аҙ аптырата төштө. Аймылыш булыу мөмкин түгел, тимәк, ул йәнәшәләге Ҡарағай ауылындағы туғандарына бар­ғандыр, тигән фекергә килделәр. Төнгө сәйәхәткә мәжбүри сыҡҡан ҡатынды был хәбәр тамам хафаға һалды.
Өйгә кире ҡайтыу — иң дөрөҫ ҡарар. Әммә атаһын табырға ниәтләгән баланың өҙмәй ҙә ҡуймай йәненә тейеүе уны күрше ауылға барырға күндерҙе. Йәнә бер саҡрым ара. Төнгө сәғәттә туғандарҙың ишеген шаҡыу бер аҙ ситен. Хәл-әхүәл һорашҡандан һуң, Булаттың бында булып, һыйланып китеүе асыҡланды. Ауылдың икенсе осонда йәшәгән туғандарында ла шул уҡ хәл. Өсөнсө өйҙөң ишеген шаҡып та, Булаттың бында булып китеүенә инандылар. Эҙтабар кеүек йөрөһәләр ҙә, уны осрата алманылар.
Урау юлдарҙан йөрөп интеккән әсәле-уллы сәйәхәтселәр өсөн төн уртаһында тура юл — туғайлыҡ аша. Йылға аша күперҙән сыҡҡанда икеләнеү хисен ҡурҡыу алмаштырҙы. Ҡараңғыла туғайлыҡтан үтеү анһат эш түгел. Тынлыҡты сатлама һыуыҡ һауала атлаған һайын тик шығыр-шығыр килгән ҡар тауышы ғына бүлде. Бер аҙ үтһәләр, ялан да күренәсәк. Күҙгә төртһәң дә бер ни шәйләмәҫ төндә әллә ниндәй шомло уйҙар килде малайҙың башына. Шунда ниндәйҙер сәйер тауышҡа улар һиҫкәнеп китеп, туҡтап ҡалдылар. Хатта әсәһенең: “Ҡурҡам. Унда бармайым”, — тип әйтеүенә лә Филүс аптыраманы.
Атаһының: “Егеттәр ныҡ була. Биреш­мәҫкә кәрәк, бар ауырлыҡтарҙы ла шулай еңерһең”, — тигән һүҙҙәре уның ҡолағында яңғыраны һымаҡ. Үҫкәнлеген дәлилләр иҫәптән бар батырлығын йыйып алға атланы ул. Ағастар араһында әле уларҙы, бәлки, юлбарыҫ йә иһә арыҫлан көтәлер, тип уйлап та ҡуйҙы. Ағайҙары “был йыртҡыстар йылы яҡта йәшәй” тип әйтеүҙәре лә башындағы уйҙарҙы сыуалтты кеүек. “Ярай әле беҙҙә һыуыҡ, арыҫландар юҡ. Ә унда нимә икән һуң? Юлбарыҫ бында булмаһа ла ҡурҡыта бит әле”, — тип малай эстән уйланып алға атланы. Һәр аҙымы уны ҡараңғылыҡтағы шомло, ҡара күләгәгә яҡынайта барҙы. Йәнәшәһенә килһә, ни күҙе менән күрһен: талдарға дилбегәһе уралған саналы ат бышҡырып баҫып тора. Кесе улының ҡыйыулығы Нәркәсте лә батырайта төштө. Санала иһә үлем йоҡоһо менән йомарланып Булат етенсе төшөн күрә. Дилбегәне тал сыбыҡтарынан ысҡындырып, ҡайтырға юл алғас: “На, малҡай!” — тип атҡа өндәштеләр. Бер аҙ һалып алған атаһы уянып киткәс, ҡайҙа булыуына ла тиҙ генә төшөнә алманы... Нәркәс иһә уны йән асыуы менән эттән алып эткә һалып әрләне. Иҫерек кешегә диңгеҙ тубыҡтан, тиҙәр. Ул һүҙҙәр, бәлки, атаһының ҡолағына ла инмәгәндер. Тик Филүстең генә уны һис тә әрләткеһе килмәй ине...
Етди һөйләшеү иртән башланды. Ғәйебен таныған ир барыһын да өндәшмәй тыңланы. Элекке көн төшөмдә мәрхүмдәр менән осраштым, туғандарҙың барыһын да күреп сығырға уйлағайным, тип ул елкәһен ҡашып аҡланырға маташты.
— Филүс өҙмәй ҙә ҡуймай иламаһа, беҙ һине төнгө икелә эҙләп йөрөмәҫ инек. Атың талға уралып ҡуҙғала алмаған. Үҙең йоҡлайһың, имеш. Ҡышҡы һыуыҡта иртәнгә тиклем йоҡлай алмаҫ инең. Мәрхүмдәр менән точно осрашыр инең шул. Улыңа рәхмәт әйт, — тип туҡый бирҙе Нәркәс.
— Балниста мине бәпәй саҡта һыуҙа батырырға булһағыҙ, әле атайҙы эҙләй алмаҫ инем, — тип Филүстең етди ҡиәфәттә фекер өҫтәүе һүҙгә яңы боролош бирҙе.
— Нисек инде, батырһағыҙ? — тип тамам аптырашта ҡалды әсәһе.
— Үҙең әйттең бит, мине соҡорға ташларға кәрәк ине, тип. Теге бәләкәй бесәй балаларын һыуҙа батырып соҡорға бәргән кеүек... —тип асыҡлыҡ индерә башлаған Филүсте әсәһе ҡосаҡлап туҡтатты һәм күкрәгенә ҡыҫты.
— Әй, балам, — тип кенә өҫтәй алды телһеҙ ҡалған әсә кеше, уның битен сылатып йәш тамсылары тәгәрәй ине. — Һинһеҙ беҙ булдыра алмаҫ инек. Һине ҡояш түгел, бәлки, йыһан үҙе үпкәндер ул, — тип тиктормаҫ малайҙың бит остарын үпте, ерән сәстәренән һыйпаны. Ә Филүс бер ҡулы менән әсәһенең муйынын, икенсе ҡулы менән йәнәшәлә эйелгән атаһының иңбашын ҡосоп алды. Уға бөгөн шундай рәхәт ине.
— Атай, һин туғандарҙың хәлен белгәндә, башҡаса араҡы эсмә. Әгәр ныҡ итеп эскең килһә, сәй, һыу эсерһең инде хәҙер, йәме! — тип үтенесле ҡарашын ғәзиз кешеһенә төбәне. Малайҙың һис кенә лә атаһы менән әсәһен юғалтҡыһы килмәй ине.


Вернуться назад