Кеше балаһына кем ҡаныҡҡан?29.03.2012
Брянскиҙа 11 мартта юғалған туғыҙ айлыҡ баланы эҙләү дауам итә.
Сабыйҙың әсәһе әйтеүенсә, ул колясканы бер нисә минутҡа магазин янында ҡалдырған, сыҡҡансы баланы алып та киткәндәр. Ҡыҙҙы Брянск полицияһы ғына түгел, ысын күңелдән ярҙам итергә теләүсе бүтәндәр ҙә эҙләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә һөҙөмтә юҡ, төрлө версиялар тикшерелә.
Ул арала баланың ата-әсәһе ҡаланан ҡасып киткән, полицейскийҙарҙың шылтыратыуына яуап бирмәгән, һорау алыуға ла килмәгән. Ике тәүлектән һуң уларҙы күрше өлкәләге таныштарынан табып килтергәндәр. Был хәл баланың юғалыуында ата-әсәһенең дә ҡыҫылышы бар, тигән күңелһеҙ фекергә этәрә.