ЮҒАРЫЛЫҠ03.02.2017
Беҙ уны үҙ-ара халыҡ шағиры, классик тип йөрөтәбеҙ. Ә бит уйлап ҡараһаң, был ысынлап та шулай. Рәсми исемдәр, лауреатлыҡ ҡына бер кемдең дә ижадын халыҡсан, ысын сәнғәт әҫәре итә алмай. Был донъялыҡта бөтәһен дә һатып алып була, тик бына Аллаһ Тәғәлә бүләк иткән талант тамғаһы ғына әһәр әйткән һүҙеңдә, һәр шиғырҙа сағыла.
Салауат Әбүзәров ижады – ул XXI быуат башҡорт шиғриәтенең иң юғары өлгөләренең береһе. Уның әҫәрҙәрендәге тәрән фекер, сағыу образлылыҡ һәм гражданлыҡ позицияһы уҡыусыларҙың күңелендә урын алды.
Салауат үҙе күреп белгән, йөрәк тетрәткән ваҡиғалар хаҡында яҙа. Уның ижады оран, мөрәжәғәттәрҙән азат, ул – рәссам. Ҡәләме менән бөгөнгөнөң, үҙен уратып алған донъяның, күңеленең, хиссиәтенең картиналарын тыуҙыра. “Еремә йыр”, “Ыҙғыш алмаһы”, “Туғыҙынсы тулҡын”, “Йыһан емеше” тип аталған шиғри йыйынтыҡтарын ҡулына алған һәр кем шуға инаныр, уларҙа бер генә лә яһалма тойғо, эшләнгән әҫәр юҡ. Китаптарында – шағирҙың йөрәгендә тыуған ҡайнар хистәр һыҙландырғыс уйҙар менән бергә сорналып, сабый күҙҙәре менән уҡыусыһына баҡҡандай. Ябай тел менән яҙылған халыҡсан, баҙрап торған образлы шиғырҙар, поэмалар әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен сафландыра, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәй. Шағир Аллаһ Тәғәлә уға насип иткән юлдан тайпылмайса, талантына хыянат итмәй үҙ юлы менән бара, йөрәге үлсәмдәре менән заманыбыҙҙы, замандаштарын баһалай. Мөхәббәткә табынған, күңелендә донъяны, кешеләрҙе яратҡан ир-егет образы күҙ алдына баҫа уның әҫәрҙәрен уҡығандан һуң.
Ошо уҡ образды ул драматургияға ла алып килде. “Хыялый”, “Ғүмерлек ғазап” пьесаларының төп геройҙары – башҡорт кешеһенең асылын, күңел донъяһын асып һала. Эйе, улар донъя артынан ҡыумай, улар өсөн намыҫ, мөхәббәт, тоғролоҡ кеүек изге төшөнсәләр – тормош мәғәнәһе. Кешеләрҙе кеше иткән яҡшылыҡ, ышаныс, өмөт кеүек юғары тойғоларҙы маяҡ итеп алған автор үҙенең әҫәрҙәрендә. Был махсус рәүештә лә эшләнмәй, әммә үҙе лә нескә күңелле, баҫалҡы, тыйнаҡ холоҡло, ысын талант эйәһе Салауат Әбүзәровтың ижад емештәре йөрәгендә тыуа. Кеселекле асылын да яратам мин Салауаттың. Уның кеүек тыумыштан шағир менән замандаш булыуыма сикһеҙ ғорурланам.
Салауатҡа
Бик күптәнән беләм бер оҫтаны –
Ул мәңгелек ҡылын уйната.
Юғарыны, төпкөлдәрҙе айҡай,
Туң йөрәктең йәнен уята.
Ҡағылыуы була ҡулдарының
Ҡыу ағас та китә терелеп:
Ботаҡ, олондарға һут йүгерә,
Япраҡ йырлай көнгә үрелеп.
Ул юғары өндәр иле улы –
Моң даръяһы унан түгелә.
Бер һирпелһә моңсол ҡараштары,
Һулып ҡалған гөлдәр терелә.
Оҫта ҡулдарында сыңлап китә
Үрмәксенең көмөш ауҙары.
Ҡарашында яҡты һағыш йәшәй,
Кейек ҡаҙҙар киткән ауҙарып.
Кешеләргә бүләк итер өсөн
Хиссиәттән сихри нур өҙә.
Бойоҡ тойолһа ла һуҙған йыры
Күңелендә уның таң йөҙә.
Сүмес йондоҙлоғон ҡулға алып,
Йыһан көмбәҙенән йыр һөҙә.
Өҙөлөп тә ҡалған заман йырын
Боронғоға бәйләп тергеҙә.
Бик күптәнән беләм бер оҫтаны –
Йөрәгендә моңдар уйната.
Күңелендә – нур фекерле тойғо,
Зиһенендә – хисле уй ята.