“Намаҙлығың – ап-аҡ ҡағыҙ, йырҙарың – доға һинең...”03.02.2017
“Намаҙлығың – ап-аҡ ҡағыҙ, йырҙарың – доға һинең...” Ни арала 50 йәшеңде тултырҙың да ни арала күренекле шағирҙәр рәтен тулыландырҙың, Салауат?! Хәйер, шулай булыры һинең студент сағыңдан уҡ билдәле ине бит! Башҡорт дәүләт универ­ситетының филология факультетын дәррәү тамамлаған, студент сағынан уҡ бил­дәлелек яулаған Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Рәмил Ҡолдәүләттәр артынан көслө тулҡын булып, Ғафури егете Салауат Әбүзәров, Бөрйән һылыуы Айһылыу Ғарифуллина, Илеш шаяны Марат Кәбировтарҙың уҡырға килеп инеүе беҙҙе, инде юғары курс студенттарын, утлы табаға баҫтырҙы. Беренсе курс студенттарынан да ҡайтышыраҡ ижад итһәң оят та инде! Ә улар шундай көслө! Айһылыуҙың һутлы теле, тәбиғәт күре­неш­тәре менән үрелеп барған шундай йәнле һүрәтләү алымдары, Мараттың иҫ киткес оҫта ижад ителгән сатирик ши­ғырҙары, Салауаттың оло философия ме­нән һуғарылған сағыу образдар системаһы һоҡланғыс ижад емешенә әүерелә ине. “Бер олоно, бер кесене тыңла!” – тип боронғолар белмәй әйтмәгәндер, ошо ике быуындың да аҫыл шиғриәт өлгөләрен күңелемә һеңдереп йөрөүем менән шул тиклем бәхетлемен мин!
“Шоңҡар” әҙәби берекмәһе менән төрлө райондарға ижади командировкаларға сығыу, бер-беребеҙҙең яҙған әйберҙәрен тикшереү, әҙәбиәт тураһында бәхәс ҡороу, 1-се дөйөм ятаҡ­тың уҡыу залында Салауат һәм Марат менән төн ауыш­ҡансы ярыша-ярыша шиғырҙар уҡыу бөгөн шул тиклем матур хәтирә булып күңелемде йылыта. Һәр беребеҙҙең уңышлы шиғыр юлдары өсөн сабый бала һымаҡ ҡыуана инек бит беҙ! Марат шиғыр уҡый башлаһа, тәгәрәп ки­теп көләбеҙ, ә ул үҙе шундай ет­ди, хәйләкәр йылмайып, кө­лөмһөрәп кенә ҡуя ҡайһы ваҡыт. Салауат бәрхәттәй йом­шаҡ тауыш менән ҡабаланмай ғына, һәр һүҙен һеңдерә әйтеп уҡый һәм һәр һүҙе, һәр образы юйыл­маҫлыҡ булып хәтерҙә ҡала:
Һөйөү диңгеҙендә
Туғыҙынсы вал,
Һин – капитан,
Йөрәк – карабың.
Аҙашҡанда
Йондоҙҙарға ҡарап,
Үҙ ярыңды эҙләп
Бараһың.

(“Туғыҙынсы вал”)
Тағы ла икеһенең дә шул тиклем моңһоу күҙҙәре күңелемә уйылған. Ул моңһоулыҡтың серен мин күп йылдар үткәс кенә төшөнәсәкмен. Арҡаланыр кешеләре булмаған, атайһыҙ үҫкән малайҙар ине улар! Етемлекте иртә тойоп үҫкәнгәме, үтә лә баҙнатһыҙ, тыйнаҡ һин, Салауат! Эшкә, ижадҡа талымһыҙ булһаң да, бер ҡасан да дан артынан ҡыуманың! Әллә ниндәй юғары исемдәргә лайыҡлы булһаң да, күкрәк һуғып, уларҙы юллап йөрөмәнең.
Тормош булғас, төрлө сағың булғандыр, ниндәй кисерештәр аша үтһәң дә, ижадҡа хыянат итмәнең. Бер-бер артлы тәрән йөкмәткеле шиғыр китаптары сығарҙың, ең һыҙғанып драма әҫәрҙәренә тотондоң һәм был өлкәлә лә матур уңыштарға ирештең. “Хыялый”, “Ғүмерлек ғазап” кеүек пьесаларың Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай театры, Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур дәүләт татар драма театры, Яр Саллы татар дәүләт театрҙарында ҡуйылды.
Һинең һәр яңы шиғыр йыйынтығыңды тулҡынланып көтөп алам: “Еремә йыр”, “Ыҙғыш алмаһы”, “Туғыҙынсы вал”, “Йыһан емеше” минең китап кәштәһендәге иң ҡәҙерле урында һаҡлана. Мин уларҙы ҡат-ҡат алып уҡыйым:
Мәгәр онотмағыҙ:
Тамыр йәйә
Үҙ ерендә булһа
Ул орлоҡ!..
Бында бары
Салауат батыр ғына
Тыуған өсөн
Башҡорт булырлыҡ!

(“Ҡыҙҙарыма”).
Матур ғаилә ҡороуыңа ла һөйөнәм. Тормош иптәшең Лүзә менән ошо көндәрҙә инде ҙурайған Гөлсирен, Лилиә һәм Айбулат эргәһенә тағы ла бер бәпес алып ҡайтыуығыҙҙы ла түҙемһеҙлек менән көтәм.
Аллаға шөкөр, бая иҫкә алған студент саҡтағы ихласлыҡ мине лә, һине лә ташламаны. Шиғырҙарым оҙаҡ кү­ренмәй торһа, борсола баш­лайһың, баҫылғанын күрһәң, шунда уҡ шылтырата һалып, шат­лығымды уртаҡлашаһың, яҙған­дарыма ҡарата матбуғат аша үҙ фекереңде белде­рәһең.
50 йәш тиң, ә?! Ниндәй бү­ләк әҙерләһәм дә шағир кешене аптыратып бул­маҫ ке­үек. Һиңә арнап шиғыр ижад иттем, Салауат! Бө­тә уйҙарым, бөтә хис­тәрем, бөтә ҡыуаныу-борсо­лоу­ҙарым, һоҡ­ла­ныуым һәм өмөтөм һыйған унда:

Һин тораһың ғаләм уртаһында
Нисек Хоҙай һине яралтҡандыр
Башҡаларға һис бер тиңләмәй,
Үрҙәреңде йәнем тоя минең,
Үрҙәреңде аҡыл иңләмәй.
Һин йыһанда. Ғаләм уртаһында
Туғарылған һинең юртаҡтар,
Ул кимәлгә беҙгә етеү ҡайҙа,
Уй-хыялдар әлдә уртаҡтар!
Хыялый бер дәрүиш күренһәң дә
Алдап буламы ни Алланы?!
Ерҙәгеләр нимә? Күктәр күптән
Бөйөк икәнеңде аңланы.
Ғаләмдәге бөтә заттар менән
Аңлашаһың һин бит йыр аша,
Бер яғыңдан фәрештәләр ҡурсый,
Бер яғыңда ендәр талаша.
Һине Хоҙай бик хикмәтле иткән,
Һине Хоҙай сөйгән күктәргә
Һәм төшөргән ергә... Ябайлығың
Фәһем булһын өсөн күптәргә!
Затлы исем биреп әүрәтмәгән,
Данға күмеп бәҫһеҙ итмәгән,
Шағир иткән һине! Шундай шағир –
Исемдәре телдән китмәгән!
Йөрәгеңә һинең йыһан һыя
(Был Ер шары ғына ни бары!)!
Һин тораһың ғаләм уртаһында –
Шундай түбән, шундай юғары...


Вернуться назад