Йәрмәкәй районында етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды. Бында дөйөм майҙаны 132 квадрат метрлыҡ күп фатирлы торлаҡ йорт сафҡа инде. Төҙөлөштөң заказсыһы — район хакимиәте, төҙөүсеһе — Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды, подрядсыһы — “Вернум” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Йортта дүрт фатир. Торлаҡ сантехника, газ плитәләре, энергияны иҫәпләү приборҙары менән йыһазландырылған, эске биҙәү эштәре башҡарылған. Һәр фатирҙың йорт яны участкаһы бар. Өй туйлаусылар киләсәктә бында хужалыҡ ҡаралтылары төҙөй, баҡса үҫтерә ала. Әйткәндәй, фатирҙар район үҙәге Йәрмәкәйҙә урынлашҡан.
Фатир асҡыстарын район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Рауил Арыҫланов менән Татьяна Головина тапшырҙы. Улар балаларҙы иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы, бәхет, уңыштар теләне.
Рауил Арыҫланов әйтеүенсә, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә Йәрмәкәй районында ҙур иғтибар бирелә. Ошо көндәрҙә тағы ла ике балаға фатир асҡыстары тапшырыласаҡ. Тиҙҙән дүрт фатирлы йорт төҙөү өсөн ер бүленәсәк.