Юбилейға әҙерлек башланды03.02.2017
Юбилейға әҙерлек башланды Башҡортостанда республиканың халыҡ шағиры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға әҙерлек башланды. 2019 йылда буласаҡ юбилей сараларына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының тәүге ултырышы Хөкүмәт йортонда 1 февралдә үтте.
Саралар белем биреү проекттарын, ғилми эште, мәҙәни, шағирҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү менән бәйле ваҡиғаларҙан торған бер нисә тематик блокты үҙ эсенә ала. Быйыл шәхестең ижадына арналған олимпиадалар үткәрелә. 2019 йылда иһә халыҡ-ара театр фестивален, республика театр аҙналығын ойоштороу күҙаллана. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре театр тамашаларында сағылыш табасаҡ. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты менән берлектә халыҡ шағирының әҫәрҙәрен башҡорт теленән тәржемә итеүҙе ойоштороу буйынса эш алып барыла.
— Ҙур блок шағирҙың хеҙмәттәрен нәшерләүгә арнала. 2017—2019 йылдарҙа уның әҫәрҙәре донъя күрәсәк. 2019 йылда “Рус түгелмен, ләкин россиянмын” Халыҡ-ара милли шиғриәт фестивален, Евразия гуманистик форумын үткәрәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. — Юбилей саралары Өфөлә һәм шағирҙың тыуған ере — Шишмә районының Келәш ауылында ҙур концерттар менән тамамланасаҡ.
Шәхестең ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова әйтеүенсә, юбилей саралары тәү сиратта йәш быуынға ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов төп сараларҙы яҡтыртыу буйынса медиа-план төҙөлөүе хаҡында һөйләне. Ойоштороу комитеты ағзалары Мостай Кәримдең ижадына арналған шиғырҙар һәм повестар йыйынтыҡтарын, фотоальбомдарҙы һәм видеояҙмаларҙы, башҡа хеҙмәттәрҙе Интернет селтәрендә урынлаштырырға тәҡдим итте. Ултырыш барышында Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә билдәләү өсөн юбилей саралары планын киңәйтергә тәҡдим ителде.


Вернуться назад