"Еңмеш" еңеү яулай29.03.2012
"Башҡортостан" киностудияһында йәш режиссер Айнур Асҡаров төшөргән "Еңмеш" ҡыҫҡа метражлы фильмы Рәсәйҙә уҙғарылған – "Свирский миф", Һиндостандағы "БРИКС-2012. Илдәр кинодиалогы" фестивалдәрендә ҡатнашҡан.
Сит ил тамашасыһы яҡташыбыҙҙың ижадын юғары баһалаған – фильм гран-при яулаған, "Ир-ат ролен иң шәп башҡарыусы" номинацияһында беренсе урынды алған. Әйткәндәй, ролде Аҡъяр урта мәктәбе уҡыусыһы Ғәлимйән Мәмбәтов башҡарған.
Һиндостандағы фестиваль ошо көндәрҙә Делиҙа үтәсәк халыҡ-ара саммитҡа арналған. Ойоштороусылар туғыҙ телдәге 108 фильмға баһа биргән.


Вернуться назад