Ярҙамһыҙ ҡалмайҙар29.03.2012
Туймазы районында эшһеҙлек мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә. Был проблеманы бигерәк тә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү ярҙамында хәл итеүгә ҙур өмөт бағлайҙар.
Миҫал өсөн, һуңғы өс йылда районда бығаса эшһеҙ тип иҫәпләнгән 123 кеше үҙ кәсебен асыу өсөн дәүләттән 12,9 миллион һумлыҡ ярҙам алған, 94 эш урыны булдырған.