Күңелемдә йәшәй яҡташтар01.02.2017
Рамай Ҡаһир

Ысынбарлыҡ
Күлдәрҙең мин күбен күрҙем –
Һайҙарын, тәрәндәрен,
Табалманым Өргөн күлдәй
Яп-яҡты, зәңгәрҙәрен.
Шул күлдәргә ғашиҡ булдым
Һәм тоғромон мәңгелек.
Тәбиғәттән күскән минең
Күңелемә йәмлелек.
Кешеләрҙең күрҙем һәр саҡ
Яҡшыһын, изгеләрен.
Шундайҙарға килде минең
Тик шатлыҡ биргеләрем.
Кешеләрҙе хөрмәт иттем,
Хөрмәт итәм мәңгелек.
…Яҡташтарҙан күскән миңә
Илһам, ҡот һәм сәмлелек.


Учалымдың алтын кешеләре
Шәхси эшҡыуар Йәғәфәров Фәнүз Ғәйнан улына.

Ҡояш кеүек кешеләр бар,
Тик ҡояш юғарыла.
Һин халыҡ араһында
Нур сәсәң Учалыла.
Ошо нурҙар киңәйтәләр
Дүрт тарафта офоҡто,
Һәйтәктәргә мәсет төҙөп,
Ҡыуандырҙың халыҡты.
Һин – сәмле лә, егәрле лә,
Эшле иттең күптәрҙе,
Ил ағаһы тип атайҙар
Тап һинең кеүектәрҙе.
Алтын кешеләр булғанда
Ни кәрәге алтындың?!
…Арҡа терәр ағайҙар бар —
Таянысы халҡымдың.


Мәңге йәшәр
БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙына.

Бер ҡараһаң, Өфөлә ул,
Бер ҡараһаң, Мәскәүҙә.
Үҙ халҡының хоҡуҡтарын
Яҡлап сыға иң тәүҙә.
Ҡатын-ҡыҙҙың күңелендә
Кем сәм-өмөт ҡабыҙған?!
Алсаҡ йөҙлө, күркәм ҡатын,
Ул – беҙҙең Наурыҙҙан.
Беҙҙең ныҡлы таяныс ул,
Диңгеҙҙәге утрауҙыр.
Изге эштәреңде хуплап,
Бәрәкәт бирһен Хоҙай.
Халҡым тиеп йән атҡанға,
Мәңге йәшәр хәтерҙә.
…Учалымдың күркәм ҡыҙы
Солтанова Рәшиҙә.


Һүнмәҫ нурҙар
Абдрахманов Ильяс Әхмәт улына.

Беҙҙең ғәҙәткә ингәндер
Эшкә тиеп, таңдан тороу.
Еңел эш түгел ул, беләм,
Мәғдәндәрҙе байыҡтырыу.
Һәр кемгә лә бирелмәй ул
Ҡояш кеүек балҡып тороу.
Халҡым матур йәшәһен тип,
Тырышыу һәм хыял ҡороу.
Еңел түгел, мәғдән эҙләп,
Ер аҫтынан юлдар ярыу.
…Рәхмәт һеҙгә. Был донъяла –
Һүнмәҫ нурҙар һеҙҙең ырыу.


Рухым тере
Рәүеф Хәй улы Насировтың яҡты иҫтәлегенә.

Үткер ҡәләмле журналист,
Таланттарҙың таланты.
Бер ҡанаты ижад булһа,
Иман, рух – бер ҡанаты.
Илһөйәр булды. Үҙ халҡын
Хөрмәт итеп яратты.
Аҫыл кешеләрен данлап,
Матур һүҙҙәр таратты.
Үҙе китте. Рухы ҡалды,
Күңелдә йәшәй яҡташ.
Халҡы уны хөрмәт итеп,
Асты бөгөн таҡтаташ.
Үткер ҡәләмле журналист,
Таланттарҙың таланты.
…Бер ҡанаты ижад булһа,
Тере рух – бер ҡанаты.



Вернуться назад