Әсә йөрәге01.02.2017
“Иртә лә генә томан, кис тә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тауға ла ғына менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡарарһың, бәғрем, мин булмам”.

Ошо йырҙы радионан йыш тапшыралар. Бына бөгөн дә уны ишеткәс, күңелем болоҡһоп, әрнеп торҙо. Әйтерһең, әсәйем Текәтауға менеп баҫҡан да үҙенең моңло тауышы менән беҙгә, балаларына, йырлаған кеүек. Тамағыма төйөр тығылды. Әсәйемдең яҡты иҫтәлеген тергеҙеп, күҙ алдымдан бер-бер артлы ваҡиғалар теҙмәһе үтте. Уйҙарымды бүлдереп, күрше Фәүзиә* килеп инде.

– Һаумыһығыҙ, Әҙилә апай, ниңә бик бойоғоп ҡына ултыраһығыҙ? Әллә бер-бер хәл булдымы? – ултырғысҡа терәлеү менән миңә һорауҙар яуҙырҙы.
– Юҡ, бер ни ҙә булманы, бына радионан йыр ишетеп, болоҡһоп киттем дә элекке фотоларҙы ҡарап ултырам, – тип яуапланым.
Күршемдең ҡыҙыҡһыныуы артты, ахыры, яныма уҡ килеп ултырҙы.
– Мин бишенсе класта ғына уҡый инем, – тип башланым хәтирәмде. – Ғәҙәттәгесә, әсәйемдең: “Тороғоҙ, балалар, уҡырға барырға ваҡыт етеп килә”, – тип иркәләп уятыуына күндәм генә тороп ултырҙым. Ул көндәгесә мөләйем, йөҙөнән нур бөркөлә. Өҫтәлдә самауыр йыр һуҙа. Атайым да күптән уянған. “Иртә торһаң, ит бешә, һуң уянһаң, бит бешә, – тип беҙҙе мәрәкәләй, – кем беренсе, кем аҙаҡ торор икән, ҡарайыҡ әле”, – тип сәмләндерә. Мин, өлкән ҡыҙ булараҡ, йәһәт кенә бит-ҡулымды йыуып, өҫтәл янына барып ултырам. Ҡустыларым ҡалышмаҫҡа тырышып, атайымдың эргәһенә йәнәш теҙелешә. Иртәнге сәйҙән һуң дәрескә йыйынабыҙ.
Декабрь айы. Көн матур, әммә һалҡын битте семетеп-семетеп ала. Беҙҙең Теүәштә балалар күп, йыйылабыҙ ҙа өлкәндәр алдан, бәләкәстәр арттан атлай. Өйгә эште нисек эшләүебеҙ хаҡында һөйләшә-һораша килә торғас, мәктәпкә барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ.
– Эй, ул саҡта мәктәп һыуыҡ була торғайны, – бирелеп тыңлаған Фәүзиә һүҙгә ҡушыла.
– Эйе, мәктәп иҫке ине, етмәһә, төрлө ерҙә урынлашҡан. Балалар һаны күп, һәр класта – 30-40-ар.
Ниһайәт, дәрестәрҙе тамамлап, ҡайтырға сығабыҙ. Килгәндәге кеүек әңгәмә дауам итә, тик был юлы кем ниндәй билдә алған, кем “икеле” сәлдергән, ҡайтҡас, тау шыуырға барыу хаҡында.
Өйөбөҙгә етеп, ҡапҡаны асырға үрелгәйнем, егеүле ат торғанына иғтибар иттем. “Кем килгән икән, әллә Тимер-Арҡалағы ағайымдармы икән?”– тигән уй килде. Кереүгә ни күрәм, әсәйемдең ҡулында бала (бәпескә алты ғына ай) илай, атайым уның янында. Сисенеп тә тормай әсәйем эргәһенә килдем. Ул бәләкәсте ҡосаҡлаған да ҡатып ҡалған.
– Әсәй, бир әле миңә һеңлемде, – тип көскә сабыйҙы ысҡындырып алдым.
Уға бер аҙ хәл керҙе. Йылы сәй биреп, урынға ятҡырҙым да фельдшерға йүгерҙем. Ул тиҙ генә килеп, укол ҡаҙаны.
Нимә булғанды һорашам. Атайым бер ни өндәшмәй. Шул саҡ әсәйем: “Ағайың, ағаҡайың үлгән, ағас аҫтында ҡалған”, – тине, күҙ йәше аша үкһеп. Теге егелгән ат менән килгән кешенең ҡайғылы хәбәр килтереүен аңланым. Ул атайымды алып китергә тейешлеген төшөндөм. Өй эсен ауыр тынлыҡ биләне.
Атайым юлға йыйына башланы. Әсәйем ни эшләргә белмәй, күҙенән сөбөрләп йәш аға. Сәңгелдәктә һеңлем илай, ә мин эстән һыҡтайым, ағайымды күҙ алдына килтерәм, үлеменә һис кенә лә ышана алмайым. Нисек үлһен ти ул? Минең берҙән-бер ағайым бит. Һуғыш осоронда ике туғанын ҡараған, әсәйемә ярҙамсы булған, бәләкәй сағымда мине ҡулынан төшөрмәй, ҡурсалап, күтәреп йөрөгән, йор һүҙле ағайым үлһен, имеш. Бының булыуы мөмкин түгел! Моңло йыры, гармунда дәртләнеп уйнауы, Тимер-Арҡалағы өйҙәре күҙ алдыма баҫа. Унда еңгәм, ике туғаным ни эшләй икән?..
Ә хәл былай була. Йома көнө ағайым иртүк тороп урамға сыға. Мал-тыуарын ҡарай, йорт тирәһенә күҙ һала. Эшенә лә иртә китә, юл ыңғайы күршеләре Миңлейәр ағайҙарға инеп хәл белешә. “Ниңә эшкә иртә сыҡтың, әле байтаҡ ваҡыт бар бит”, тип күршеһенең ҡыҙыҡһыныуына ул: “Ниңәлер йоҡом осто, шуға эштәремде бөтөрҙөм дә иртәрәк булһа ла сыҡтым”, – тип яуаплай.
Эшселәр йыйылып бөткәс, күмәкләп диләнкәгә ҡарай юл тоталар. Эш ҡыҙа: берәү ағас йыға, икенсеһе ботай, өсөнсөһө метрлап үлсәй, ә дүртенсеһе ваҡлап быса. Ағайым үлсәп йөрөгән саҡта йығылып килгән ағас туп-тура уның елкәһенә төшә. Меҫкенем шунда уҡ йән бирә...
– Мәстүрә апайға бик ҡыйын булғандыр инде, – ауыр тынлыҡты боҙорға теләгәндәй, күршем көрһөнөп ҡуйҙы.
– Эйе, әсәйем ошо ваҡиғанан һуң бөтөнләй шиңде. Күңелен һәр саҡ йыр менән йыуатырға күнекте. Мин янында ғына йөрөйөм. Дәрестә саҡта ла гел генә уның хаҡында уйлайым. Был фажиғәне атайым да бик ауыр кисерҙе. Ғәзиз бала, тәүге балалары ине бит ағайым. Һуғыш михнәттәрен татыған, үҙенән кесе ике туғанын юғалтҡан, биш йыл буйы атай наҙынан мәхрүм булған, бәләкәстән эшкә егелгән, инде матур донъя ҡороп йәшәйем тигәндә, 23 йәшендә генә яҡты донъяны ҡалдырған балаһының ҡайғыһын әсә йөрәге нисек күтәрһен?! Атайыбыҙ эстән көйҙө, әсәйемә һиҙҙермәне. Ейәне менән ейәнсәрен йәлләне. Эргәләренә йорт һалып, уларҙы нисек тә яндарына алырға теләне. Тик еңгәйем ризалашманы. Олатай менән өләсәй бәләкәстәре янына йыш барып, хәлдәрен белешеп торҙо.
Көндәр шулай уҙҙы. Бер мәл еңгәм балалары менән Үзбәкстанға китергә ҡарар итте. Атайым менән әсәйем нисек кенә ауылды ташламаҫҡа өгөтләмәһен, күндерә алманы. Китер ваҡыт еткәс, инде ҡуҙғалабыҙ тигәндә, ҡыҙы Әлиә юҡ була. Ете йәшлек кенә ҡыҙ үҙ төйәгенән, йортонан, туғандарынан айырылғыһы килмәй, йәшенеп ҡалырға уйлаған, ләкин уны эҙләп табалар. Үзбәкстанда еңгәм тағы тормошҡа сыҡҡан, балалары ишәйгән. Ҡайтҡан саҡтарында ҡунаҡ итеп ебәрә торғайныҡ.
– Әҙилә апай, атайың да йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсте, шул йылда әсәйеңдең әсәһе – Бәҙәр өләсәйең дә донъя ҡуйҙы бит, – Фәүзиә тағы һүҙгә ҡушылды.
– Эй-й, ҡайғы артынан ҡайғы кисерҙе шул әсәкәйем. Вафат булғанда өләсәйемә 84 тулғайны. Ә бына атайыма 58 генә ине. Һуғыштың башынан алып ахырынаса яу юлдарын үтә, унан емереклектәрҙе төҙәтеү эштәрендә тағы бер йыл хеҙмәт итеп, 1946 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ошо арауыҡта әсәйем балаларын яңғыҙы тәрбиәләй. Йәшләй китте атайым. Ул үлгәндә мин инде эшләп йөрөй инем. Туғандарымды ҡарарға ярҙамлаштым. 1975 йыл әсәйемә йәнә ҡара ҡайғы килтерҙе, ул 23 йәшлек Фуат улын юғалтты.
– Бәй, уныһы нисек булды? – Күршем ҡыҙыҡһыныуын йәшермәне.
– Шундай фажиғә беҙҙең баштан үтте тип һөйләһәң, кеше ышанмаҫ, Фәүзиәкәй. Бер саҡ Силәбе өлкәһенең Баҡал ҡалаһынан туғанымдың һыуға батыуы тураһында телеграмма килеп төштө. Уны ҡулыма алғас, баҙап төштөм. Әсәйем нишләр? Нисек күтәрер был ҡайғыны? Ошо уй тынғы бирмәне.
Әсәйемде бик борсолдормаҫҡа тырышып: “Фуат дауаханала ята, хәлен белергә кәрәк, һин барма, үҙебеҙ генә барабыҙ”,– тинем. Юлға ирем менән йыйындыҡ. Ул саҡта юл йөрөүҙәре лә еңелдән түгел. Көскә тимер юл вокзалына барып еттек. Иртәнге сәғәт 6-ла Баҡал ҡалаһына килеп төштөк. Үҙем ҡалала, уйҙарым әсәйем янында. Ни эшләй икән? Бер-бер хәл булып ҡуймаһа ярар ине, өйҙә ике һеңлем генә, ни хәл ҡылырҙар, тим.
Фуат батҡан быуа ҙур ғына, етмәһә, тәрән, һыуы ла буйраҡ. Иртәнән кискә ҡәҙәр эҙләһәк тә, тапманыҡ. Шулай өс көн, аҙна үтте. Ахырҙа Златоустан водолаздар саҡырттыҡ. Улар һыу төбөнә төшә лә тапмай сыға. Тамам аптыраныҡ, хәл ҡалманы. Яр буйында ҡарап торған сит кешеләр: “Әсәһе нисек кенә түҙер был баланың?”– тип йәлләй. Был һүҙҙәрҙән миңә боҙло һыу һипкәндәй тойола. Аҡса бөттө. Һуңғы сиктә ҡайтып, яңынан килергә ҡарар иттек. Ундағы таныштар хәбәр ебәрербеҙ тип ҡалды.
Ҡайтҡас, бер нисә көндән тағы телеграмма алдыҡ. Туғанымды табып, моргка алып киткәндәр. Һыуҙа ятып шешенгәс, танырлыҡ түгел. Йәнә юлға сығабыҙ, йәнә әсәйемде йыуатабыҙ... Нисек итһәк иттек, уны күндереп, Фуатыбыҙҙы ерләп ҡайттыҡ. Әкренләп әсәйемә хәлде һөйләйем, бар хәлемдән килгәнсә тынысландырырға тырышам. Тынысланамы ни әсә йөрәге?! Әҙмәүерҙәй егет, 23 кенә йәшлек улы, ер ҡуйынында ята бит. Ҡайғыларын бергә кисерергә атайым да юҡ янында. Шул тиклем ауыр үткәрҙе был юғалтыуҙы. Бар һыҡраныуҙарын йырға һалды, әрнеүҙәрен эш менән баҫты.
Йылдар уҙҙы, яралар ҙа әкренләп һыҙлауҙан туҡтағандай итте. Һәүетемсә йәшәп ятҡанда, бер көн Үзбәкстандан ағайымдың инде буй еткергән улы Әмир менән еңгәм ҡунаҡҡа ҡайтты. Һалдат бурысын тултырғас, тыуған яғын, туғандарын, өләсәһен күреү маҡсатын тормошҡа ашыра ул. Шатлыҡтың иге-сиге юҡ. Ҡунаҡ егетебеҙ өйләнеү теләген дә белдерҙе. Был хәбәргә барыбыҙҙан бигерәк әсәйем һөйөндө. Ейәненең кире юлға сығырға ваҡыты етте. Өләсәһе: “Иҫән-һау йөрө, балаҡайым, мине ҡыуандырҙың, ошо шатлыҡтарым кисергән ҡайғыларымды ла яңыртты шул”, – тип уның арҡаһынан һөйөп, йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө.
Ошо ваҡиғанан һуң әсәйем берсә шатланып йөрөнө, берсә моңланды. Йәненә тынғы тапманы, күҙ алдына тап ошо йәштәге улы йә булмаһа ейәне килеп баҫа кеүек тойолдо. Йыш ҡына:
Иртә лә генә томан, кис тә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тауға ла ғына менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡарарһың, бәғрем, мин булмам, –
тип йырлар булды.

Һуғыш осорондағы ауырлыҡтарға, ҡаты һынауҙарға бирешмәгән әсәйемдең йөрәге ошо шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы күтәрә алманы – ул мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо... Башҡа ҡайғыларға ҡарағанда, үҙ балаларыңды йәшләй юғалтыу бик ауыр шул. Уны үҙе кисергән кеше генә яҡшы аңлай.

*Геройҙарҙың исеме үҙгәртеп алынды.


Вернуться назад