Газ кәрәкме? Рәхим ит!01.02.2017
Газ кәрәкме? Рәхим ит! Йортон төҙөп бөтөп, ҙур эштән ҡотолған Рәфил Сафиуллин инде өйөнә “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреү хыялы менән янып йөрөй. Тик был мәшәҡәт тә өй һалыу менән бер кимәлдә, тип өмөтһөҙ генә килеп инде ул “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Ишембай ҡалаһындағы филиалына. Хәҙер был эштәрҙең “һә” тигәнсә башҡарылыуын белмәй ине шул әле…
Ысынлап та, быға тиклем әлеге структурала төрлө бурыс­ты йөк­мәгән ике ойошма булды. Дөрөҫөн әйткәндә, газ тоташ­тырырға ғари­заны бер урында яҙған, яғыулыҡ өсөн икенсе урында түләгән халыҡ бер аҙ аптырап-баҙап та ҡалғыланы. Хәҙер иһә районда аңлашыл­мау­сылыҡты уңайлыҡ алмаш­тырҙы – унда халыҡты хеҙ­мәтләндереү буйынса Берҙәм үҙәк асылды. Түләү­ҙәрҙе баш­ҡарырға ла була, проект эш­ләтергә, газды тоташтырырға, ремонт һәм башҡа эштәрҙе атҡарыу буйынса ғариза­ларҙы ла бер урында ҡабул итәләр.
– Әлеге үҙәк – Өфө һәм Бәләбәй райондарынан һуң республикала инде өсөнсөһө, әммә бындай эш артабан бөтә Башҡортостан буйлап дауам итәсәк, – тип ҡыуандырҙы үҙәкте асыу тантанаһында “Газпром төбәк-ара газ Өфө” компания­һының генераль директоры Альберт Әхмәтшин.
Йәмғиәттең Ишембай ҡала­һын­дағы филиалы директоры Игорь Спащенко белдереүенсә, документтар йөрөшө тиҙлә­телгәс, хәҙер газ үткәреү эше лә йәһәтерәк башҡа­рыласаҡ. Атап әйткәндә, ғариза яҙғандан һуң бер ай эсендә “зәңгәр яғыу­лыҡ”лы өйҙә йәшәй башларға мөмкин буласаҡ.
…Ғариза яҙыу бер, газ плитәһе, күпме “яғыулыҡ” тотон­ғаныңды иҫәпләгән, хәүеф­һеҙ­лекте тәьмин иткән ҡорамалдар ҙа һатып алырға кәрәк бит әле. Ҡағыҙ мәшәҡәтен бөтөргәс, Рәфил ағай әлеге үҙәктә урынлашҡан махсус магазинды ла ҡараштырырға булды. Бә­хетленең ҡыуанысы йәнәш йөрөй тигәндәй, бында ла уны шатлыҡлы яңылыҡ көтә ине – Альберт Әхмәтшин үҙәктең хеҙмәтен тәүге ҡулланыу­сыға газ иҫәпләгес бүләк итте. Рәфил ағайҙың ҡыуанысының сиге юҡ ине: иҫәпләгесле лә булды, төкәнмәҫ бюрократик мәшәҡәт­тәрҙән дә бер юлы ҡотолдо.


Вернуться назад