Йәштәргә – “йәшел ут”29.03.2012
Бөгөн Өфөлә, Йәштәр фәне көндәре сиктәрендә, йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған "түңәрәк өҫтәл" үтә.
Уның эшендә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев ҡатнаша, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү буйынса республика программаһының йәштәргә ҡағылышлы йүнәлеше менән таныштыра. Профессиональ белем алыусы студенттарға һәм йәш белгестәргә үҙ эшен асыу өсөн льготалы субсидия биреү, бизнеста заманса технологияларҙы ҡулланыу мәсьәләләре лә тикшереләсәк.


Вернуться назад