“Башҡортостан” гәзите – милләтебеҙ шәжәрәһе01.02.2017
“Башҡортостан” гәзите – милләтебеҙ шәжәрәһе Мин үҙемде яратҡан гәзитем менән тиҫтер әҙәм балаһы кеүек хис итеп (93 йәшем тула), мөхәрририәт эшенең уңыштары өсөн ҡыуанып, һәр һанын тәүге битенән аҙаҡҡыһына тиклем уҡып, республикабыҙ тормошондағы барлыҡ үҙгәрештәр, яңылыҡтар менән танышып барам. Һүҙ ҙә юҡ, баҫма ошо арауыҡ эсендә ярайһы ғына үҙгәрештәр кисерҙе. Иң тәүге һан ғәрәп графикаһын файҙаланып баҫылһа, уҙған быуаттың 20-се йылдарында латинсаға күсеп, 40-сы йылдарҙа урыҫ графикаһында баҫыла башланы.
Гәзитте алдырып уҡыуыма 70-75 йыл самаһы булып китте. Тик эш шунда: минең дәүерҙәштәр – бик күп михнәт, нужа сиккән быуын. Илебеҙ кисергән төрлө революция­ларҙы, граждандар һуғышын һәм башҡа дәһшәтле осорҙарҙы күрмәһәк тә, уларҙың эҙемтәләрен буйтым башынан үткәргән кешеләрҙең балалары лабаһа! Ә улар кешелек донъяһы бығаса ғүмерҙә лә күрмәгән 1921 йылғы йотлоҡ ғазаптарын, илебеҙ тарихында булып үткән индустриялаштырыу, ауыл хужалығын коллективлаштырыу кеүек ҡырҡа боролош мәлдәрен башынан үткәргән, күпләп репрессия мәлдәрен күреү, уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү, Бөйөк Ватан һуғышы кеүек ауыр көндәрҙә әүҙем ҡатнашҡан быуын вәкилдәре бит.
Хәҙерге көндә лә илебеҙ үҫешендә аңлашылып бөтмәгән мәсьәләләр көн дә тиерлек сығып ҡына тора. Шундай хәлдә кемгә кәңәш итәһәң, аңлашылып тора, гәзиткә инде. Бигерәк тә туған телеңдә баҫылғанына өндәшеү үтә лә ҡыуаныслы.
Мин гәзитебеҙҙең элекке “Башҡортостан” (20-се йылдар), “Ҡыҙыл Башҡортостан”, “Совет Башҡортостаны” исемендә сыҡҡан мәлдәрен асыҡ хәтерләйем. Әйтергә кәрәк, ул замандарҙағы гәзит баҫмаларының бөгөн сығарылғандары менән сағыштырһаҡ, айырма шул тиклем ҙур – ер менән күк араһы кеүек.
Әле баҫылып килгән “Башҡортостан” гәзите һәр яҡтан да башҡа баҫмаларға үрнәк булырлыҡ дәрәжәлә тора тиһәк тә, һис яңылышмайбыҙ. Теле аңлайышлы, һәйбәт мөхәррирләнгән, йөкмәткеһе бай, рубрикалар төрлө-төрлө шарттарҙа оҫта ҡулланыла, һүрәттәр ҙә үҙ урынында. Был уңыштар милләтебеҙҙең үҫеше хаҡында ла ап-асыҡ һөйләп тора. Тимәк, беҙҙең матбуғат өлкәһендә оҫталыҡ күрһәтеп эшләй алырлыҡ тәжрибәле кадрҙарыбыҙ бар.
Мин үҙем ҡан ҡойошло дәһшәтле яуҙарҙа ҡатнашып, Орел – Курск дуғаһынан башлап, Белоруссия, Украина, Польша биләмәләрен азат итеүҙә әүҙем көрәшеп (ике тапҡыр яраланып, ике тапҡыр контузия алып), фашис­тарҙың ояһы Берлинды алыуға үҙ көсөмдө индереп, һуғыш тамамланғас, ике йыл Германияла хеҙмәт итеп, 1947 йылда ғына тыуған яғыма әйләнеп ҡайттым. Һуғыштан иҫән ҡалып, үҙ яғыма ҡайта алһам, артабан уҡып белемемде арттырыр инем, тигән нәҙерем бар ине. Иҫән ҡалдым да ул, тик ошо хыялымды ғәмәлгә ашырып булырмы? Эш шунда: сәләмәтлек ныҡ ҡаҡша­ған. Тәүәккәлләп, Өфөгә юлландым. Баш­ҡорт педагогия институтына уҡырға индем, тамамланым.
Һуғышта саҡта мине Коммунистар пар­тияһына алғайнылар. Йәш коммунист була­раҡ, Өфө партия мәктәбенә ебәрҙеләр. Уны тамамлағас, Коммунистар партияһының Башҡортостан өлкә комитетына эшкә саҡырҙылар. Ошо ваҡыттан Башҡортостан матбуғатында әүҙем яҙыша башланым. Мәҡәләләрем “Совет Башҡортостаны”, “Кызыл таң”, “Ленинсы” гәзиттәре биттәрендә баҫылды. Республика радиоһында, һуңыраҡ телевидениела сығыш яһай инем.
Минең ошо әүҙемлегемде күргәндәрҙер инде. Башҡортостан өлкә комитетының пропаганда бүлеге тарафынан сығарыла торған “Агитатор блокноты” журналының яуаплы секретары булып эшләнем (урыҫ, башҡорт, татар телдәрендә баҫыла ине).
1960 йылда мине “Кызыл таң” гәзите ре­дакцияһына эшкә саҡырҙылар. Унда баш мө­хәррир урынбаҫары, пропаганда бүлеге мөдире вазифаларын башҡарҙым. 1961 йылда “Совет Башҡортостаны” гәзите редак­цияһына күсерҙеләр. Унда ла шул уҡ вазифаларҙа эшләнем.
ХХ быуаттың 60-сы йылдарында Коммунистар партияһының беренсе секретары булып Н. Хрущев һайланды. Ул илебеҙ тор­мошондағы барлыҡ тармаҡтарға ла үҙгә­рештәр индерергә тотондо. Кукуруз сәсеүҙе илебеҙҙең бөтә урындарында ла (хатта поляр сик аръяғына ингән ерҙәрҙә лә) үҫ­те­реүҙе бурыс итеп ҡуйҙы. Ауыл ерҙәрендә йылҡы малын юҡ итеү, ваҡ ауылдарҙы бө­төрөү, партияны икегә бүлеү (эшселәр, ауыл хужалығы партияһы төҙөү) – ошолар ха­ҡында сыҡҡан ҡарарҙар ғәмәлгә ашырыла башланы. Ниһайәт, журналистар тормошона ҡағылғаны ла донъя күрҙе. 1963 йылда СССР-ҙа милли телдәрҙә баҫылған гәзит­тәрҙе ябып, урыҫ телендә сыҡҡан баҫма­ларҙы ғына ҡалдырыу хаҡында партиябыҙ ҡарар ҡабул итте.
Күп кенә республикаларҙа шунда уҡ ошо ҡарарҙы хуплап, милли телле редакция­ларҙы ябып та бөткәндәр. Өфөлә ашыҡ­ма­йыраҡ торалар. Көн һайын беҙҙең редак­цияға зыялылар килеп һорау бирә.
– Нисек инде һуғыш ваҡытында баҫылып килгән гәзиттәрҙе хәҙер ябабыҙ, тиҙәр?
Килгән кешеләр тәүҙә баш мөхәрриргә инә лә, аныҡ ҡына яуап ала алмағас, миңә керә. Мин дә ҡыуаныслы хәбәр әйтә алмайым. Ошо саҡта беҙгә килгән кешеләр менән минең янға Рәми Ғарипов та инә.
Бер көн байтаҡ ҡына кеше йыйылып китте. Шунда тағы Рәми, уға ҡушылып Бейешев тәҡдим индерҙе.
– Әйҙәгеҙ, ошо мәсьәләне хәл итергә теләгәндәрҙең барыһын да йыйып кәңәш­ләшәйек, – тиҙәр.
Йыйылдыҡ. “Совет Баш­ҡорт­останы”, “Кызыл таң”, “Ленинсы” гәзит­тәре, “Ағиҙел”, “Башҡортостан уҡы­тыусыһы” журналдары, Тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары йыйылды. “Нимә эшләргә?” тигән һорау ҡуйылды.
– Бунтҡа күтәрелергә! – тигән тауыштар яңғыраны.
Бунт тигәс тә, ата-бабалар кеүек ҡулға ҡорал алып һуғышыу хаҡында һүҙ бармай, әлбиттә. Халыҡты йыйып, үҙебеҙҙең риза­һыҙлыҡты белдереү. Барыһы ла был тәҡдимде яҡланы. Өфө зыялыларын өлкә комитет алдында йыйыу бурысы ҡуйылды. Датаһын 25 февраль тип билдәләнек. Мөмкин булған урындарға шылтыраттыҡ.
Билдәләнгән көндә өлкә комитет яғына юлландыҡ (ул заманда Совет урамында ине). Барһаҡ, бина алды халыҡ менән тулған. Улар беренсе секретарҙың сығыуын талап итә. Зыя Нуриев күренде. Эштең ниҙә икәнен аңлағас, ул бүлмәһенә инеп китте. Ярты сәғәттән һуң тағы ла сығып, үҙ хәбәрен әйт­те. Үҙәк Комитетҡа шылтыратҡан. Ундағы­лар: “Кәңәшләшербеҙ, хәл итербеҙ”, – тигән.
Ошо рәүешле үҙебеҙҙең генә түгел, бөтә СССР биләмәһендәге милли гәзиттәрҙең яҙмышын ыңғай хәл иттек.


Вернуться назад