Аҡ төҫ – ете төҫ31.01.2017
Демократия тип лаф ора-ора күпме илгә дөмөкратия индерҙеләр инде!

* * *

Йәнлектәр ҙә, хатта йыртҡыстар ҙа бер-береһен яҡлаша, бүре лә өйөр менән йөрөй, бер-береһен яҡ­лай. Ә йылҡы малы йәш ҡолондарҙы бүре өйөрөнән нисек һаҡлай! Ҡарға балаһын тоторға маташҡан бесәйгә ҡарға тубы менән килеп һөжүм итә. Ә беҙҙең йәштәрҙе төрлө имештер ҙә үҫеш курстарында, һин бер кемгә лә тейеш түгел, һиңә лә бер кем тейеш түгел, тип өйрәтәләр! Кеше шунан яңғыҙлыҡ тойғоһонан нисек депрессияға төшөп китмәһен дә нишләп мәрхәмәт күрһәтергә торһон! Бына был хәйерһеҙ белем тип атала.

* * *

Бер төркөм яҙыусылар Ырымбур өлкәһенә барғайныҡ. Мөхәмәтша Буранғолов ауылында шул көндө мәктәп ябылған. Күңелем иланы. Уның ауылы ла мәктәп яптыртҡас инде! Ниңә өндәшмәйһегеҙ тиһәм, директормы, завучмы шунда өндә­шергә ҡушманы, тинеләр…
Мәктәп төҙөк, балаларҙы йөрө­төргә тейешле урыҫ мәктәбенә ҡарағанда бында уҡыусылары ла күберәк ине.
Бына бер директор йә завуч эшен юғалтмаҫ өсөн ауылының киләсәген хәүеф аҫтына ҡуйған, бәлки, хатта юҡҡа ла сығыр ул ауыл!

* * *

Самолетта осоп барғанда ҡар­сығына үпкәләп самолеттан төшөп ҡалған ҡарт тураһында көләмәс бар. Әй, гел шулайта, хәҙер кире ҡайта ул, ти икән ҡарсығы. Өс көнлөк донъя өсөн дыу килеп, талашып йәшәй ҙә кеше, ә ниндәйҙер мәлдә “төшә” лә ҡала – ишекте шап ябып сығып китеп кире ҡайта алмай, ул “ишек” кире асылмай ҙа ҡуя. Ҡайһы көндә, ҡайһы сәғәттә, ҡайһы минутта был “ишек”тән кире инә алмаҫыбыҙҙы кем белә...
Һүҙҙең һөйәге бар, һөйәге эсендә елеге бар. Бына шул ул был анекдоттың “елеге”...

* * *

Талантлы бер йәш ҡәләмдәшемә яҙғайным:
– Һылыу, һиңә бер кәңәшем бар – йышыраҡ йылмай! Һин бит һөйкөмлө ҡыҙ, ә йөҙөң болотло булыу һис биҙәмәй. Эсең тулы ут булғанда ла йылмай! Тормош – көҙгө! Йылмай­ғанға йылмая. Ысын. Үҙемдән беләм...

* * *

Ҡар аҡлығы...
Ашъяулыҡ аҡлығы...
Сәйгә һалған һөт аҡлығы...
Өҫтәлдәге икмәк аҡлығы...
Тәҙрәләге ҡорғандар аҡлығы...
Өҫтөңә кейгән күлдәк аҡлығы...
Ейәндәр йүргәге аҡлығы...
Күңел аҡлығы...
Аҡ төҫ – ете төҫ,
Ете төҫтөң етмеш етешәр төҫ­мөрө.
Шул төҫмөрҙәрҙең барыһы һый­ған аҡ биләүҙә мәңгелек донъяға тыуабыҙ...
Аҡ донъя...

* * *

Эштә сағымда ҡыҙыбыҙҙы ҡара­шырға күрше мәрйә ҡарсығын саҡырҙыҡ. Һикһән тирәһендә ине инде, тик бик теремек кенә, алтмыштан уҙған ҡәйнәмде бабайға барырға димләп маташты әле. Һинең йәштә булһам, мин сығыр инем, тип ебәрҙе хатта. “Бына ҡарсыҡ, нимә һөйләй, ә!” – тип эстән генә көлөп ҡуя инем. Бөгөн уйлаһам, ысынлап, ҡәйнәм ярайһы йәш булған бит! Туҡһанға етеп баҡыйлыҡҡа күсте, әле сирек быуаттай ғүмере ҡалған булған. Йәшлек, ҡартлыҡ үлсәме бик яҡынса төшөнсә икән ул.

* * *

Шул әбей гел, үлемдән ҡурҡам, тиер ҙә торор ине. Фатирға ордер алғас, беҙ “тауыҡ кетәге” тип аталған был 5-6 хужаға бер кухняһы булған бүлмәбеҙҙән көнөндә үк күсеп сығып киттек – шул тиклем биҙрәгәйнек. Әбейҙе оҙаҡ ҡына күрмәй торҙоҡ. Тиҫтә йыллап үткәс, ҡыҙы осрап, уның хәл өҫтөндә икәнен әйтте. Бәхилләшергә тип барғас, әбей таныны, исемем менән өндәште. Үлемдән ҡурҡа инем, хәҙер саҡырам-саҡырам, килмәй, шул тиклем ыҙалайым, тип иланы. Йәшәү генә түгел, үлем бәхете кәрәк икән ул, тип өҫтәне.

* * *

Бынан бер нисә йыл элек Нефтекаманан һеңлем шылтыратты ла, Ҡалтасы районында бер эскесе ир­ҙең ҡатынын туҡмап сығарып ебәреп, ҡыш уртаһында ике улын да соланға сығарып, келәткә бик­ләгәнен, үҙенең йоҡлап киткәнен һөйләне. Балалар өйҙә кейеп йөрөгән кейеме менән генә булған. Иртән генә меҫкендәрҙе тапҡандар – туңып үлгәндәр. Өлкәне трусигына хәтлем сисеп, ҡус­тыһына кейҙер­гән булған... Әле һа­баҡ­ҡа ла төшмә­гән булған ул бала. Хәтерҙән сыҡмай ғына инде шул хәл...


Вернуться назад