Ҡалалар кешеләр кеүек. Йә һинеке, йә юҡ. Ҡолас етмәҫ илебеҙҙең баш ҡалаһы йөрәгемә самолет трапынан уҡ ояланы, быға тиклем “Мәскәү һынлы Мәскәү булғас, ҙур ҡалаларға хас ығы-зығыға күмелгәндер, уны тәү күргән кешелә әллә ниндәй хистәр ҙә уята алмайҙыр” тигән уйҙарым бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Һәм бында, һис шикһеҙ, ҡаланан тыш, ундағы киң күңелле, ғәжәп кешеләр ҙә ҙур роль уйнаны. Шағирә Лариса Абдуллина менән Мәскәүгә килеп төшкәс тә, тәү башлап Башҡортостан Республикаһы вәкиллегенә юлландыҡ. Унда беҙҙе ҡолас йәйеп бик әүҙем эшләп килгән “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге ҡаршы алды. Караптан балға тиҙәрме әле, беҙ яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы уңайынан ойошторолған сараға эләктек. Гүйә, Башҡортостандан сығып китмәгәнбеҙ ҙә: шул уҡ ҡурай һәм думбыра моңдары, башҡорт йырҙары, бейеүҙәре, барыһы ла саф башҡорт телендә генә һөйләшә.
Думбыра тигәндәй, был милли музыка ҡоралында уйнаған егет айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте: ул — урыҫ милләтле Андрей Смирнов. Уның башҡорттар араһына эләгеү тарихы ҡыҙыҡ та, үҙенсәлекле лә. Халҡыбыҙҙың яулы үткәне менән ҡыҙыҡһына Андрей, айырыуса Алдар батырҙың 1696 йылда икенсе Азов походында күрһәткән батырлыҡтарына, аҙаҡ уның Петр I ҡулынан грамота алыуына һоҡлана. Бынан тыш, Андрей күп кенә башҡортса йырҙар ҙа белә. “Башҡорт батырҙары менән супермендар араһында оҡшашлыҡтар күп: улар барыһы ла изгелек өсөн, халҡы өсөн көрәшә”, – ти ул.
Гөлсинә Батыршина етәкселегендәге “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге Мәскәүҙә йәшәгән башҡорттарҙы берләштереп кенә ҡалмай, ә төрлө сараларҙа лайыҡлы сығыш яһай, үҙҙәре лә уҙғара. Уларға ҡарап, баш ҡалалағы һәр башҡорт йыр-моңға һәләтле икән, тип уйларға мөмкин: Яңы йыл байрамы йыр-бейеүгә үрелеп барҙы. Сығышы менән Мәсетле районынан Ринат Хәбиров атлы егет ҡурайҙа “Азамат”ты һыҙҙырғанда, “Уралым” ҡобайырын йырлағанда шуға төшөндөм: сит ерҙәрҙә туған моңдар айырым бер мәғәнәгә сорналыусан, үтә ҡәҙерле икән дә. Бына ни өсөн сит илдә, сит өлкәләрҙә йәшәгән башҡорттарыбыҙ туған моңдарыбыҙға, тарихыбыҙға, милли ҡиммәттәребеҙгә айырыуса ныҡ иғтибарлы.
Интернет селтәрен һәм “Башҡортостан” гәзитен даими күҙәтеп барыусыларға Радмир Мөфтәхин, Елена Созыкина, “Заман” этнотөркөмө яҡшы таныш. Радмир ҡыллы инструменттарҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уға ғына хас стиль менән башҡарыу оҫталығына эйә булһа, Елена үҙе башҡорт милләтенән булмаһа ла, телебеҙҙе үҙаллы өйрәнеп, башҡортса йырҙарҙы башҡарыуы менән бөтәһен дә хайран итә.
Кескәй сәйәхәтебеҙҙең икенсе көнөндә ваҡыт яғы тығыҙ булһа ла, уларҙың үҙҙәренә саҡырыуҙарын кире ҡаға алманыҡ. Һәләтле генә түгел, башҡорт халҡына хас булғанса бик ҡунаҡсыл да икән үҙҙәре: Радмир, халҡыбыҙҙың көйҙәрен гитарала бик үҙенсәлекле башҡарып, күңелдәрҙе илаһи моңға күмһә, Елена тәмле аш-һыуҙары, мәтрүшкәле сәй менән һыйланы.
Мәскәүгә барыуыбыҙҙың төп сәбәбе шулай ҙа “ЛиФФт” Бөтә Рәсәй әҙәби журналының сығыуына, ошо уҡ исемдәге фестиваль уҙғарыла башлауға бер йыл тулыу айҡанлы ойошторолған халыҡ-ара шағирҙар форумы ине. Был сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, хатта БДБ илдәре шағирҙары ла сығыш яһауы сараның географияһы киңлеген күрһәтте.
Шәхсән минең күңелемдә Ҡалмығстандан шағирә Валентина Боован, Мәскәү шағирәһе, бард йырсыһы Ольга Панюшкина, сараны ойоштороусылар: сығышы менән Тәтешле районынан Әнүәр Әлмөхәмәтов, Маргарита Аль, Рязань өлкәһенән Лидия Терехина менән танышыу онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы.
Шиғриәттә минең кеүек тәүге аҙымдарын яһағандар өсөн үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнап ҡалмай, офоҡтарҙы киңәйтеү үтә лә мөһим, шуныһы менән төрлө ҡала, республика, өлкәләрҙәге ҡәләм әһелдәрен берләштереп, уларҙың шиғырҙарын баҫтырған “ЛиФФт” әҙәби журналының әһәмиәте бик ҙур. Лариса апай менән республикабыҙ исеменән сығыш яһағанда шиғырҙарыбыҙҙы тап башҡортса ишетергә теләк белдереүҙәре күңелгә май булып яғылды: телебеҙҙе яраталар, хөрмәт итәләр!
Үрҙә һанап үтелгән осрашыуҙарҙан тыш, Мәскәүҙең тағы ла бер үтә лә иҫтәлекле урынында булыуым менән Лариса Абдуллинаға бик рәхмәтлемен: форсаттан файҙаланып, беҙ Владимир Высоцкий, Сергей Есенин ҡәберҙәренә зыярат ҡылдыҡ. Высоцкийҙың сәскәләр менән тулған мәңгелек төйәгендә мөлдөрәмә тулған күңел бөйөк Есениндың ҡәберенә килеп еткәс, ярҙарынан сыҡты: яратҡан шағирым менән күҙгә-күҙ осраштыммы ни!.. Уның да һуңғы төйәгенән сәскәләр, шәмдәлдәр өҙөлмәй, йыш ҡына кешеләр килеп тора – яраталар, онотмайҙар. Шағир өсөн бынан да оло һәм лайыҡлы баһа бармы икән?..
Рәсәй-әсәйҙең тап йөрәгендә – Ҡыҙыл майҙанда, Кремль ҡаршыһында торғанда бар булмышым бығаса кисерелмәгән бер моңға тулышты. Барыһы ла һыйған ине был моңға: “Аҡ тирмә”лә ишеткән ҡурай, думбыра, халҡым йырҙары ла, Радмир Мөфтәхин гитараһының илаһи сыңы ла, шағирҙарҙың ижад емештәре лә, Есениндың ҡәберендә уҡылған “Жизнь – обман” шиғыры ла... Бығаса мең тапҡыр ишетеп тә, әллә ни мәғәнәһенә иғтибар итмәгән бер төшөнсәне йәнем-тәнем менән тойҙом: халыҡтар дуҫлығы – ул тыуған Башҡортостанға ғына һөйөү түгел, ә оло Ватанға – Рәсәйгә һөйөү. Ярҙарына һыймаған хистәрем шиғыр юлдарына үрелде:
Рәсәй-әсәйҙең тап йөрәгендә
Аныҡ тойҙом бәҫен Уралдың.
Башҡорт моңо шуға Кремлдә бит
Курант тауышына уралды...