Герой-әсә31.01.2017
Донъяла ниндәй генә ваҡиғалар юҡ. Яҡшыһы ла, насары ла бар. Бөтә яҡшылыҡ тәрбиәнән килә. Кешелек донъяһы бик ҡатмарлы юл үткән. Ауыр хеҙмәт, көнкүреш шарттарының төрлө булыуы, берәүҙәрҙе байытҡан, икенселәрен ҡол иткән. Уңғанлыҡ, егәрлелек, оҫталыҡ йәшәүгә мөмкинлектәр биргән.
Минең әсәйем совет власы урынлашҡан, граждандар һуғышы, аслыҡ, яланғаслыҡ осоронда тормошҡа сыға. Яҙмышы шулай булғандыр. Ата-әсәһе дини кешеләр булған. Дини тәрбиә, әҙәплелек, уңғанлыҡ балаларына ла йоғонто яһамай ҡалмаған. Колхозлаштырыу осоронда шәхси хужалығынан атын, һыйырын тартып алалар. Колхоз хужалығында бушлай эшләтеү дәүере башлана. Эшкә сыҡмаһаң, саҡыртып тиргәйҙәр, Себергә ебәреү менән ҡурҡыталар.
Шул ауыр осорҙа шәхси йортоңда балалар тәрбиәләргә лә кәрәк бит әле. Барып магазиндан аҙыҡ-түлек, кейем алырмын, тимә. Бөтә нәмәне үҙеңдән булдырырға кәрәк. Инде тормош яҡшырып килгәндә, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Тағы ла ҡыйралыш, ҡайғы, ауыр хеҙмәт башлана.
Ир-егеттәрҙе – һуғышҡа, яраҡһыҙҙарҙы хеҙмәт армияһына алалар. Тора-бара ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла армияға ала башлайҙар. Һуғышта яраланғандарҙы ҡарау, үлгәндәрҙе ерләү ҡатын-ҡыҙға йөкмәтелә. Атайым, ауырыу булһа ла, 1943 йылдың көҙөндә һуғышҡа алына. Ярты йыл самаһы һуғышта булып яраланып ҡайтты. Оло ағайым 18 йәше тулғас, һуғышҡа китте. Икенсе ағайымды 17 йәше тулғас ФЗО-ға эшкә ебәрҙеләр. Ауылға “ҡара ҡағыҙҙар” килеп торҙо. Колхоз ауыр шарттарҙа булһа ла иген үҫтереп маташты. Ҡатын-ҡыҙҙар игенде ураҡ менән урҙы. Һәр бер ураҡсыға урып алыу өсөн майҙан үлсәп бирелә. Урған игенде көлтәгә бәйләп, унарын бергә ҡуйып, йыйнап ҡуялар. Беҙ, бәләкәй балалар, шул көлтә күләгәһендә бәләкәс туғандарыбыҙҙы ҡарайбыҙ. Бик ныҡ илаһалар, әсәйебеҙҙе саҡырабыҙ. Әсәйем килеп баланы имеҙә лә тағы иген урырға тотона. Эштән арып ҡайтҡас, йорттағы эштәр ҙә көтөп тора. Өсөнсө ағайым 15-16 йәштә үгеҙ егелгән арбаларҙа урылған көлтәләрҙе “Гумна”ға ташыны. Һәр беребеҙгә эш табылып торҙо.
Аҙна һайын һалым һорарға киләләр. Бәрәңге сәсһәң, һалымын түләтәләр. Уныһын махсус сетка үткәреп эреһен генә алалар. Һыйыр аҫраһаң, 270 литр һөт иҫәбенә һары май тапшыраһың. Һары майҙы ҡайнатып, таҙартып алалар. Һыйыр аҫрағандар 48 килограмм ит иҫәбенә һалым түләй. Һәр бер быҙауы өсөн һалым алына. Һыйыр ҡыҫыр ҡалып быҙаулы булмаһа, мал табибынан белешмә талап ителә. Һарыҡ аҫрағандар ике һарыҡ тиреһе бирергә тейеш. Һалдаттар өсөн тун, бүрек, бейәләй өсөн кәрәк. Тауыҡҡа ла һалым бар – 100 дана йомортҡа тапшыраһың. Бынан башҡа – ауыл хужалығы өсөн һалым түләйһең. Өҫтәүенә хәрби заемға ҡул ҡуйҙырып түләтәләр. Был төрлө һалымға нисек түҙгәнбеҙ икән? Һалым түләү ауыр булды. Малды аҫрау еңелдән түгел ине, сабыны, бесәне юҡ. Яҡшы яландарҙағы үләнде колхоз малына саптыралар. Бынан башҡа сабата үреү һалымы ла булды. Сабата урман эшселәренә, йылғанан ағас ҡыуыусыларға кәрәк булды. Мәктәпкә уҡырға барғанда ла сабата кейеп йөрөнөк.
Яҡын-тирәләге урманда сабата үреү өсөн йүкә ағасы ҡалманы. Урмансылар балтаны һалдырып ала, бәләкәй сананы балта менән турай. Был тиклем язаны нисек итеп күтәрҙек икән? Ҡайһы бер кешеләр мин яҙғандарға ышанмаҫ та. Оло быуын кешеләре, йәғни үҙ башынан кисергәндәр генә ышаныр. Бушлай колхоз эшенә “трудоденгә” эшләтәләр, бер тин аҡса бирмәйҙәр. Бына шулай яза күреп үҫтек, бала шатлығы күрмәнек. Бөтәһе лә Еңеү өсөн эшләнде. Хәйерселәр артты, асығып үлеүселәр күбәйҙе. Һуғыш булмаһын инде тип теләйбеҙ. Уның ғазабын күрҙек, күп татыныҡ…
Күп кенә ҡарттар аҙыҡ етешмәгәнлектән ауырып үлде. Һуғыш яланынан да яҡшы хәбәрҙәр килмәй. Һалдаттар өсөн бейәләй, ойоҡ бәйләйҙәр, бәрәңгенән сохари әҙерләтә башланылар. Бәрәңге ауыл халҡы өсөн төп аҙыҡ булды. Шул ауыр замандарҙа әсәйем беҙҙе лә ҡарап өлгөрә торғайны. Туҙған кейемебеҙҙе йыуып-ямап кейҙерә ине. Беҙгә лә эш табылып ҡына торҙо. Урмандан йәйәүләп йүкә ағасы һыҙырып алып ҡайырынан сабата үрәбеҙ. Сабатаға ярамаған йүкәләрҙән арҡандар ишәбеҙ. Әсәйемде Архангелгә саҡыртып, “Герой-әсә” алтын орденын тапшырҙылар. Ошо орден йәнәшәһендә ике хеҙмәт миҙалы ялтырай ине. Был орден ун баланы тәрбиәләп үҫтергән өсөн булһа, ике миҙал алдынғы эше өсөн булды. Ете ир баланы һәм өс ҡыҙ баланы тәрбиәләү еңелдән булмаған. Өҫтәүенә бер эйәрсән, бер энемдең бер балаһын ҡарау ун ике бала тәрбиәләүгә тиң булды. Бер баланы ла үгәйһетмәне, етем итмәне әсәйем. Ҡайҙан килгәндер уға уңғанлыҡ, сабырлыҡ, түҙемлек?!
Бөтәбеҙгә лә урта, юғары белем алырға ярҙам итте. Ун баланың ун төрлө холоҡ-ғәҙәте бар. Шул балаларҙы никахлап өйләндереп, тормошҡа аяҡ баҫтырҙы, үҙаллы донъя көтөргә өйрәтте. Бөгөн әсәйемдең утыҙҙан ашыу ейәне бар. Әсәйемдең бөтә балалары ла мул тормошта йәшәй, башҡа ауылдаштарға үрнәк күрһәтә. Донъяла әсәйҙәрҙән дә алдынғы, яҡшы зат юҡ. Улар – беҙгә йән, йәм биргән изге кешеләр. Шуның өсөн бөтәбеҙ ҙә әсәйебеҙгә баш эйәбеҙ, рәхмәт әйтәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, әсәйебеҙ оҙаҡ йәшәй алманы. Ауыр хеҙмәт, балалар тәрбиәһе һаулығын ҡаҡшатты, мәрхүм булды. Әсәйем ожмах түрендә булһын.