Маҡсатлы тәрбиә отошло31.01.2017
Бөрйән районының бай тарихлы Байназар мәктәбендә “Берҙәмлектә – көс” тигән темаға дөйөм профсоюз йыйылышы булды. Унда уҡытыусылыр, техник хеҙмәткәрҙәр генә түгел, Мәһәҙей, Мораҙым, Яуымбай филиалдарының техник һәм педагогия хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.
Мәғариф алдынғыһы, күптән түгел генә етәкселекте үҙ иңенә алған Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ҡотлобаев барлыҡ ҡатна­шыусы­ларға танышыу-фатиха һүҙ­ҙәрен еткерҙе, бөгөн мәктәп алдында заман ҡуйған мөһим бурыс­тарҙың береһе – милләтебеҙҙең рухи, мә­ҙәни кимәлен күтәреү, белемле, талантлы шәхестәр тәр­биәләү, бы­ларҙы тормошҡа ашы­рыуҙа маҡсат­лы тәрбиәнең отошло икәнлеген, берҙәм булырға кә­рәклеген билдә­ләне. Мәктәптең алдынғы хеҙмәт­кәр­ҙәренә район мәғариф ­ профсоюз комите­тының, мәктәптең маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Профком рәйестәре һәр мәктәп коллективының ҡаҙаныш­тары, проб­лемалары менән таныштырҙы.
Фекер алышыуҙарҙа Байназар мәктәбе уҡытыусылары Резеда Шәмсетдинова, Фәнил Мөхәмәт­йәнов, Яуымбай филиалы мөдире Мәүлит Мөхәмәтйәнов һәм башҡа­лар сығыш яһаны. Шулай уҡ гәзит-жур­нал­дарға ла даими яҙылырға кәрәк­леге тураһында һөйләшелде. Йыйы­лыш ҡарары ҡабул ител­гәндән һуң, профком рәйестәренә яҡшы эш­лә­гәндәре өсөн район мәғариф хеҙ­мәткәр­ҙәренең профсоюз ко­ми­те­тының рәхмәт хаттары тапшырылды.
Йыйылышта ҡатнашыусы хеҙ­мәт­кәрҙәрҙе сәләмләп, һәр мәк­тәптән таланттар ҡуйған концерт был матур сараға йәм һәм йән өрҙө. Бындай йыйылыштар хеҙмәт­кәрҙәребеҙ алдына тағы ла ҙурыраҡ талаптар ҡуя, үҙаллы белем алырға, камил­лашырға этәргес көс бирә.
Бер-беребеҙҙең уй-фекерҙәренә ҡолаҡ һалыу өсөн дә матур был сара.
Дөйөм алғанда, йыйылыш матур барҙы. Бында фиҙакәр эшләгән ке­ше­ләргә иғтибар, ихтирам күр­һәтелде.
Йыйылыш мәктәп коллективын филиалдары менән бер бөтөн итеп туплауға этәргес булды. Йәмғиә­тебеҙ кисергән ҡатмарлы осорҙа был һөйләшеүҙәр ҡоро һүҙ булып ҡалмаясағына ышаныс ҙур.


Вернуться назад