Үҙ ереңдең кесерткәне лә татлы, әреме лә хуш еҫле31.01.2017
Әбйәлил районының Бикҡол ауылы ҡыҙы Гөлшат Бәҙәлованы Ташбулат ауылы биләмәһенә етәксе итеп ҡуйыуҙарына бер йыл. Тыу­ған төйәгенең хәстәрен, халҡын яҡшы белгән ҡатын беренсе көндән үк башкөллө эшкә сумды.
Эште һүнеп ҡалған Ташбулат мәҙә­ниәт йортонан башланы. Ташбулат ауылы биләмәһенә ҡараған эреле-ваҡлы биш ауылдың клуб етәкселәренән ансамблдәр ойошторҙо. Улар ауылдар буйлап йөрөп, түләүле концерт күрһәтте. Эшләгән аҡса­лары мәҙәниәт йорттарын биҙәүгә, һипләүгә, юбилейҙар, кисәләр үткәреүгә тотонолдо. Башҡортостан Республикаһы бюджетынан квартал һайын бүленгән аҡсаға һәр мәҙәниәт йортоноң ишектәрен яңыртты, евро тәҙрәләр ҡуйҙыртты. Ташбулат – Бикҡол ауылы урамдары тигеҙ­ләнде.
Экология мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлде. Һәр ауылдан ситтә сүп-сар таш­ларға соҡорҙар барлыҡҡа килде, ҡыйлаған осраҡта ҡыҙыл буяу менән мең һум штраф буласағын иҫкәрткән яҙыуҙар эленде. Бикҡол, Теләш ауылдарында дүшәмбе һайын трактор һәр ихатаның сүбен алып киткәс, ҡыуаныуыбыҙҙың сиге булманы.
Биләмә үҙәгендә урам тулып көтөүһеҙ йөрөгән мал-тыуарға ла сик ҡуйылды. Кө­төүселәр яллап, малдар Теләш ауылы урманында көтөлдө. Бикҡол, Теләш ауылдарына газ үткәреүҙе лә күҙаллап, урындарға мөрәжәғәт ителде. Ташбулат – Күсем юлында Геройыбыҙ Таһир Кусимовтың Алтын йондоҙло баннеры яңыртылды.
Күп балалы ғаиләләр, йәштәр ауыл үҙә­ге Ташбулатта төҙөлөш өсөн ер алып ҡыуанды. Быйылғы ҡатмарлы һайлау кампанияһы тейешле кимәлдә үтте. Һәр ауылда депутаттар менән осрашыуҙар, агитаторҙар һәр йортта булып, һайлау­сыларҙың проблемаларын асыҡланы. Һөҙөмтәлә һайлау юғары кимәлдә ойошторолдо.
Гөлшат Рушан ҡыҙы халҡы мәнфә­ғәтендә әллә күпме эшләп өлгөрҙө. Үҙ халҡы өсөн тырышҡан биләмә башлығы­ның атҡарған эштәренә ҡарап, ирек­һеҙ­ҙән, “Үҙ ереңдең кесерткәне лә татлы, әреме лә хуш еҫле икән шул” тиергә генә ҡала. Тыуып үҫкән ереңдәге етеш­һеҙ­лектәр йөрәкте һыҡрата, күңелде әрнетә.
“Байыҡ” бейеү конкурсында ҡатна­шыр­ға ла ваҡыт тапҡан, нескә иңдәренә ауыр йөк йөкмәгән ҡатын-ҡыҙға халҡы мән­фәғәтендә башҡарасаҡ ғәмәлдәрҙең бойомға ашырыуында уңыштар теләргә ҡала.


Вернуться назад