Йәмле йәйҙең алһыу ҡояшлы матур бер көнөндә Әминә менән Дәүләткилде Рәмовтарҙың балалары, туғандары, дуҫ-иштәре, элекке уҡытыусылары, ҡасандыр бергә эшләгән иптәштәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары оло табынға йыйылды. Башҡортостаныбыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән, алыҫ Ҡаҙағстан еренән ашҡынып килде улар: ни тиһәң дә, “бер күрешеү – үҙе бер ғүмер”, тиҙәр бит. Хужа менән хужабикә һәр ҡунағын урамға уҡ сығып, яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алды, һәммәһен дә әйҙүкләп түргә саҡырҙы. ...Улар араһында тәүге мөхәббәт хистәре уҙған быуаттың 70-се йылдарында ҡабына. Әминәнең бер туған апаһы Вәлимә менән бер класта уҡыған Дәүләт уның сабыр холоҡло, шул уҡ ваҡытта йәштәр араһында һәр ваҡыт төрлө сараларҙы башлап йөрөгән һеңлеһенә мәктәп йылдарында уҡ иғтибар итә. Әммә һөйөү тойғолары көтмәгәндә, Дәүләт ағай үҙе әйтмешләй, “ташбаҡа аҙымы” менән йөрөгән тәгәрмәсле тракторында (ә заманында ул иң етеҙ техниканың береһе һаналды) күрше ауыл араһын икәүләшеп хәтһеҙ генә ваҡыт бергәләп үткән мәлдә килә... Һәр һүҙен үлсәп һөйләгән ҡыҙ менән шаярып ҡына башланған әңгәмә тора-бара йәштәр йөрәген һөйөү ялҡындары менән ялмай.
Бына шулай, Йылайыр районының Сәләх ауылында ысын мөхәббәт нигеҙендә йәш ғаилә барлыҡҡа килә. Дөрөҫ, йәштәр ҡыҙҙың төп эш урыны булған Йомағужа ауылында төпләнә – Әминә Ғиниәт ҡыҙы урындағы мәктәптә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр алып бара.
Күп тә тормай, йәштәргә мәктәп етәкселеге айырым фатир бирә. Ошо ауылда, ғаиләләренә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Альбина һәм Әлфидә, улдары Мөнир менән Тимур тыуа. Тик бер нисә йылдан яҙмыш елдәре Рәмовтарҙы ҡара урман төпкөлөнән ялан яҡтарына – Воскресенка ауылына ташлай. Ауылдарҙа тормош гөрләгән, һәр кемдең тәғәйен эш урыны, тимәк, киләсәккә ышанысы булған матур йылдарҙа ысын оя ҡора улар был ауылда. Ғаилә башлығы “Юлдыбай” совхозының Воскресенка бүлексәһендә үҙ һөнәре буйынса хеҙмәт юлын дауам итә, ә хужабикә ул саҡтағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә эш башлай. Булыр бала бишектән билдәле тигәндәй, татыу ғаиләлә үҫкән ҡыҙ һәм малайҙар бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, үҙаллы тормошҡа тулы әҙерлек менән буй еткерә һәм үҙ ғаиләләрен ҡора.
Бөгөн Хәйбулла районының эске эштәр бүлегендә яуаплы вазифа биләгән Тимур Дәүләткилде улы Аҡъярҙа үҙ ҡулдары менән һалып ингән иркен йортонда йәшәй. Альбина менән Әлфидә Баймаҡ ҡалаһында төпләнде – үҙ парҙары менән бик матур донъя көтә улар. Альбина – Рәсәй почтаһы хеҙмәткәре, ә Әлфидә – Баймаҡ гимназия-интернатында уҡытыусы. Рәмовтарҙың аяуһыҙ яҙмыштың әсе һурпаһын күп татыған өлкән улдары Мөнир иһә ата-әсәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәй. Үҙенә терәк һәм таяныс булған кәләше Альбина менән икеһенә ҡарап, уларҙың татыулығына, бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуҙарына һоҡланмау мөмкин түгел! Был да ир менән ҡатындың балаларына дөрөҫ тәрбиә биреүенә асыҡ миҫал!
Байрам табынында Әминә Ғиниәт ҡыҙы һәм Дәүләткилде Ҡотлогилде улы исеменә бик күп йылы һүҙҙәр, күңел түренән сыҡҡан рәхмәттәр әйтелде. Ә хужабикәнең сикәһенән аҡҡан йәштәр ысын-ысындан шатлыҡ, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт менән көтөп алынған, лайыҡ булынған шатлыҡ йәштәрелер, моғайын. Әйткәндәй, хужалар ҡунаҡтарын өҫтәлдәрҙе һығылдырып торған мул аш-һыу менән генә түгел, ә йәштән килгән парлы йырҙары менән дә һыйланы. Дәүләткилде ағайҙың өҙҙөрөп гармунда уйнауы һәм икәүләшеп йәшлек йырҙарын йырлауы ололарҙы алыҫ үткәндәргә алып ҡайтты.
Мәктәп йылдарында белем биргән уҡытыусылары – туҡһанынсы тиҫтәһен ваҡлаған педагогия хеҙмәте ветераны Мәхмүтйән Хәлиулла улы Мәхийәновтың урыны ла табын түрендә, юбилярҙар менән йәнәш булды. Әйткәндәй, оло ҡунаҡ был көндә Әминә Ғиниәт ҡыҙының бынан 50 йыл элек Яңы йыл менән ҡотлап яҙған открыткаһын шул килеш кенә үҙенә кире тапшырҙы һәм шуның менән онотолған хәтирәләрҙе яңыртты.
Бөгөн инде етмешенсе тиҫтәләрен ваҡлаусы Рәмовтар, йәшлек дәртен, күңел хисен, йөрәк йылыһын юғалтмайынса, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып, балаларына матур өлгө күрһәтеп йәшәй. Донъяларын барып күргән кеше ғаилә башлығының хәстәрлекле хужа, тернәксел ир булыуына, ә хужабикәнең егәрле ҡатын, ысын донъя тотҡаһы икәнлегенә инаныр. Уларҙа һәр нәмә үҙ урынында, йорт-ҡураһы һәр саҡ ҡараулы һәм бөхтә. Дәүләткилде ағайҙың, таң һарыһынан тороп, ихаталарын һәм урам тирәһен йәйен-ҡышын һепереп тотоуы уның өсөн йәштән өйрәнелгән, ғәҙәтенә ингән ябай бер ғәмәл булһа, башҡаларға – матур үрнәк! Халҡыбыҙҙың “Ире хәстәрленең ҡатыны таҫтарлы” тигән әйтеме нәҡ Әминә апай менән Дәүләткилде ағай ишеләрҙән барлыҡҡа килгәндер ул... Һәр хәлдә мин шулай уйлайым...