Тиҙҙән – “ураҡ осоро”31.01.2017
1 февралдә Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамлана.
Һынауҙа элеккесә урыҫ теле һәм математика мотлаҡ булып ҡала. Уларҙан имтиханды уңышлы тапшырыу урта дөйөм белем тура­һында аттестат алыуға йоғонто яһай. Башҡа предметтар һайлау буйынса: биология, химия, география, физика, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, әҙәбиәт, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, башҡорт теле, сит телдәр (инглиз, немец, француз, испан телдәре).
Республиканың Мәғариф ми­нистрлығында әйтеүҙәренсә, быға тиклемге сығарылыш уҡыу­сылары БДИ-ны ваҡытынан алда (март-апрель) һәм өҫтәмә (20 июнь – 1 июль) осорҙа ғына тапшыра ала. Мәғлүм булыуынса, элек улар төп һынауҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә ине.
Әйткәндәй, Педагогик үлсәүҙәр­ҙең федераль институты сайтында әҙәбиәттән дәүләт имтиханы моде­ленең яңы версияһы баҫтырылды. Унан күренеүенсә, һынауҙа тестар­ҙың, ҡыҫҡа яуаптарҙың, дәлилдәрҙе белеүҙе төпсөнөп тикшереүҙең бөтөрөлөүе ихтимал. Һөҙөмтәлә имтихандың бөтөнләй ижадиға әйләнеүе бар. Тәүге өлөштә нин­дәйҙер әҫәр буйынса һорауға яуап биреп, үҙ фекереңде белдереү талап ителһә, икенсеһендә дүрт теманың береһен һайлап, инша яҙыу (күләме – кәмендә 250 һүҙ) ҡаралған. Яңы версия әлегә өйрә­нелә. Хуплау тапһа, киләһе йыл­дарҙа ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ.


Вернуться назад