Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты Башҡортостандың Сауҙа ассоциацияһы менән берлектә “Башҡортостан продукты” билдәһе эмблемаһын эшләүгә конкурс иғлан итә.
Ул Башҡортостан Республикаһында тауар етештереүҙе дәртләндереүгә йүнәлтелгән “Үҙебеҙҙекен һайла, үҙебеҙҙекен һатып ал” акцияһын дауам итеүгә ярашлы һәм 2011 йылдың 1 ноябрендәге “Башҡортостан Республикаһында аҙыҡ-түлектең сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законын үтәү йөҙөнән үткәрелә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза (фамилияңды, исемеңде, атайыңдың исемен, вазифаңды, ойошманың атамаһын, бәйләнеш телефонын, адресыңды, e-mail күрһәтеп); jpg форматында “Башҡортостан продукты” билдәһенең эмблемаһын; “Башҡортостан продукты” билдәһе эмблемаһының һүрәтләнешен (А 4 форматындағы бер биттә) тәҡдим итергә кәрәк.
Эштәрҙе ҡабул итеү тамамланғас, конкурс комиссияһы бер аҙна эсендә еңеүсене иғлан итәсәк. Конкурста еңеп сыҡҡан кешегә 10 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла.
Еңеүсе эмблема үрҙә әйтелгән Закондың 6-сы статьяһында билдәләнгән критерийҙарға ярашлы республика етештереүселәренең тауарҙарын маркировкалау өсөн файҙаланыласаҡ. Етештереүселәр, алкоголле продукциянан (шул иҫәптән һыранан) тыш, аҙыҡ-түлеккә “Башҡортостан продукты” билдәһен ҡуя ала. Был тауарҙың республикалағы тәбиғи сеймалдан етештерелеүе хаҡында һөйләйәсәк.
Ғаризалар һәм конкурс эштәре 6 апрелгә тиклем Башҡортостан Сауҙа ассоциацияһы дирекцияһында (450097, Өфө ҡалаһы, Бессонов урамы, 28) ҡабул ителә. Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 252-88-88, e-mail:
[email protected].