Йыл билдәләгән юлдан31.01.2017
Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева белдереүенсә, быйыл тармаҡта төп иғтибар педагогтарҙың белемен камиллаштырыуға, уҡытыу стандарттарының йөкмәткеһен тулыландырыу буйынса эшкә йүнәлтеләсәк.
“Һөнәри квалификацияны күтә­реү­ҙең аныҡ, тотороҡло системаһын булдырырға кәрәк, – ти ведомство етәксеһе. – Педагог белемен өс йыл һайын камиллаштырырға тейеш икән, беҙ уға ошо курстар мәлендә рухи, ижади һәм башҡа яҡтан да үҫеш мөмкинлеге тыу­ҙы­рырға бурыслыбыҙ. Мәҫәлән, театрҙарға, музейҙарға йөрөтөү йо­лаһын киңерәк йәйелдереү мөһим”.
Уҡытыу стандарттарына килгән­дә, әле физика, химия, биология фәндәрен, сит телдәрҙе уҡытыу концепцияһы әҙерләнә. Уның ниге­ҙендә яңы дәреслектәр төҙөләсәк.
Ольга Васильева инклюзив белем биреүҙе үҫтереү юлдары хаҡында ла әйтте. “Сәләмәт балалар уҡыған, тәрбиәләнгән мәғариф учреждениеларына һаулыҡтары сик­ләнгәндәрҙе күберәк алыу мөм­кинлеге тыуһын өсөн педагог ярҙамсыһы, тьютор вазифаларын индерергә кәрәк”, – тине ул. Был мәсьәләгә колледж һәм техникум­дарҙа ла иғтибар көсәйәсәк. Уларҙа һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән йәштәрҙе хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәргә күпләп уҡыта башлау планлаштырыла. Ә ауыл мәктәптәрендә был йәһәттән социаль-мәҙәни үҙәктәр асыу күҙаллана.


Вернуться назад