Мәғариф кемгә мохтаж?31.01.2017
Мәғариф кемгә мохтаж? ...Ҡыҙына өс йәш тулыу менән әсәһе уны балет мәктәбенә бирә. Ҙур-ҙур көҙгөләр, уларҙың янындағы станоктар, көн дә бер үк тиерлек күнекмәләрҙе ҡабатлау, махсус кейем, атлап йөрөш... Ошо мөхиттән башҡаны күрмәй үҫә бала. Әсәһе лә: “Балерина булырға тейешһең”, – тип йыш әйтеп торғас, шөғөлгә башкөллө сума. Ә бер мәл, үҫмерлек осоро еткәс, залдан ҡапыл бәреп-һуғып сығып китә ҡыҙ. Баҡтиһәң, уның күңелен бөтөнләй икенсе нәмә – йәнлектәр донъяһы – яулаған икән. Шул мөхиттән башҡа йәшәй алмауын белдерә үҫмер.
Йәмғиәттә ошоға оҡшаш күренештәргә йыш шаһит булырға мөмкин. Баланың яҙмышын алдан билдәләп, уның менән бәләкәйҙән айырым йүнәлеш буйынса ғына шөғөлләнеү, күңел торошона, һөйләгәндәренә иғтибар бирмәү, “түңәрәгеңә аҡса түләгәнмен, көн ҡалдырмай йөрө” тигән һымаҡ кире ҡаҡҡыһыҙ талап ҡуйыу, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшергә ваҡыт тапмау, башҡа шөғөлгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдергәнде башлағанын еренә еткерә белмәүҙә, яуапһыҙлыҡта ғәйепләү кеүек осраҡтар ғәҙәти кеүек. Был, һис шикһеҙ, бәғзе ата-әсәнең тик үҙ һүҙен һүҙ итергә тырышыуына, шулай уҡ ҡайһы берәүҙәрҙең ике-өс урында эшләп, бүтән мәсьәләләргә иғтибар итергә өлгөрмәүенә бәйлелер. Һөҙөмтәлә бала йомолоп, проблемалары араһында буталып, ниндәй йүнәлеште һайларға белмәй аптырап ҡала.
Ошо мәсьәләне яйға һалыу маҡсатында Рәсәй мәғарифына бер нисә йыл элек тьютор вазифаһы индерелде. Был һүҙ латин телендә остаз, опекун тигәнде аңлата. Мәғлүмәт сығанаҡтарынан күренеүенсә, ул донъяла XIV быуаттан ҡулланыла башлаған, Европалағы юғары уҡыу йорттарының тарихы менән тығыҙ бәйле. Оксфорд, аҙағыраҡ Кембридж университеттарында тьютор уҡытыусы һәм студент араһындағы бәйләнеште яйға һалыусы, нығытыусы бурысын атҡарған. Ул йәш кешенең тормошон, мөмкинлектәрен академик идеалдар менән яраштырған, тулыландырған. XVII быуаттан был йүнәлеш киң йәйелдерелгән. Тьютор студент менән айырым шөғөлләнеп, уға һәләтенә, зауығына бәйле ниндәй лекцияларға, практик дәрестәргә йөрөргә кәңәш биргән, нисек өлгәшкәнен, имтихандарға әҙерләнгәнен күҙәтеп барған, иң яҡын кәңәшсеһенә, ярҙамсыһына әйләнгән. Һөҙөмтәлә был эшмәкәрлек рәсми рәүештә инглиз университет системаһының өлөшө тип танылған.
Тимәк, тьюторлыҡ кешенең шәхси үҫешенә булышлыҡ ҡылыу тигәнде аңлата. Мәғәнәһен аныҡ төшөндөргән һүҙбәйләнеш – оҙатып йөрөү. Баланы мәжбүр итеү, әрләү, уға үҙ фекереңде көсләп тағыу түгел, ә мөмкинлегенә, һәләтенә, зауығына ярашлы үҫтереүгә булышлыҡ ҡылыу. “Педагогикала төп алым – күҙәтеү, – тигән үткән быуатта йәшәгән Италия ғалимы, билдәле педагог һәм табип Мария Монтессори. – Баланың үҫеше өсөн уңайлы мөхит булдырығыҙ. Ғилем биреү эшен ҡайһы бер мәлдә туҡтатып тороп, тәрбиәләнеүсегеҙҙең нимә менән нығыраҡ ҡыҙыҡһыныуын, ҡайһы яҡҡа тартылғанын, ни теләгәнен күҙәтегеҙ”. Тьютор нәҡ ошо бурысты атҡара. Баланы төрлө яҡлап күҙәтеп, үҙенсәлектәрен асыҡлап, мөмкинлектәрен барлап, тәғәйен йүнәлешен һайларға ярҙам итә, күңеле ни теләгәнен аңларға, маҡсат ҡуйырға өйрәтә, ниәткә өлгәшеү юлдарын күрһәтә. Заман белгестәре, ошо ғәмәлдәрҙең ни тиклем мөһим икәнен билдәләп, киләсәктә тьюторҙың мәғарифта төп ролдәрҙең береһен башҡарасағын күҙаллай.
Рәсәй тарихында бындай вазифа булмаған. Ләкин ошо йүнәлешкә оҡшаш өлгөләр бар. Мәҫәлән, данлыҡлы Царскосельский лицейында, уҡытыусыларҙан, гувернерҙарҙан тыш, балаларҙың шәхси үҫешен контролдә тотҡан өлкән йәштәге күҙәтеүселәр эшләгән. Шулай уҡ урыҫ поэзияһында романтизмға нигеҙ һалған шағир, әҙәби тәнҡитсе Василий Жу­ковский­ҙың император Александр Беренсенең кәңәшсеһе булғаны, тьюторҙыҡына оҡшаш бурысты атҡарғаны билдәле.
Әле иһә Рәсәйҙә был йүнәлештең дөйөм схемаһы бар. Ул кешенең йәшенә ҡарамай ҡулланыла: сабыйҙарға ла, студенттарға ла бер үк алымдар ҡаралған. Илебеҙҙә тьюторлыҡ күберәк һәләтле балалар менән шөғөлләнеүҙә, инклюзив белем биреүҙә, дистанцияла уҡытыуҙа, социаль йәһәттән ауыр хәлдәге ғаиләләр менән эшләүҙә файҙаланыла. Хәҙер ул яйлап дөйөм мәғариф учреждениеларына индерелә башланы. Уҡытыусы менән тьютор бергә эшләгәндә, балаға аныҡ һөнәри йүнәлеш биреү мөмкинлеге киңәйәсәк, уҡыусылар БДИ тапшырыу өсөн предметтарҙы “күҙ йомоп” түгел, ә аныҡ маҡсатына ярашлы һайлаясаҡ, имтиханға бәйле психологик көсөргәнеш тә кәмейәсәк, ти белгестәр.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә әлегә дипломлы тьюторҙар бик аҙ. Мәғариф учреждениеларының күбеһендә был эште өлөшләтә психологтар, социаль педагогтар башҡара. Тик улар балаға үҙ өлкәһе буйынса ғына ярҙам итә ала. Тьюторҙарҙы иһә илебеҙҙә күптән түгел әҙерләй башланылар. Бындай диплом алыу өсөн тейешле кафедраһы булған педагогик юғары уҡыу йортон тамамлау талап ителә. Эшләп йөрөгән уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең иһә белемен камиллаштырыу, яңынан курс үтеү мөмкинлеге бар.


Вернуться назад