Уҡытыусы, ташсы, һатыусы...31.01.2017
2 февралдә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем баш ҡалабыҙҙың Ибраһимов бульварындағы 47/1-се йортта йәштәр өсөн махсус вакансиялар йәрминкәһе буласаҡ.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, сараға килеүселәргә уҡытыусы, администратор, менеджер, һатыусы, кондитер, водитель, кондуктор, автомобиль йүнәтеү буйынса слесарь, балта оҫтаһы, йорт йыһазы ҡороусы, слесарь-сантехник, тракторсы, бетон яһаусы, ҡыйыҡ ябыусы, биҙәүсе һәм плитәләр түшәүсе, ташсы, төҙөлөш һәм монтаж эштәре мастеры, токарь, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, электрик һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса вакансиялар тәҡдим ителә. Бынан тыш, йәрминкәлә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Мәҫәлән, хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар биреү ҡаралған. Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.


Вернуться назад